«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ике яҙ



05.03.2011 Ике яҙ

Ғәлим ДӘҮЛӘДИ
Һағындырып килә яҙ ҡояшы,
ыҙғыр ҡыштың еңеп һалҡынын.
Янар тауҙар, күңел яҙым булып,
ҡабындырҙы миңә ялҡынын.

Көн битендә тама көмөш тамсы
ҡарағайҙың энә осонан.
Аҡ сәскәләй күреп, мин эйелеп
ҡарҙар алып ҡыҫам усыма.

Күкһелләнеп ятҡан епшек ҡарҙан
инде тоям ерем йылыһын.
Өҙгөләнеп иҫкән яҙғы елдәр
сыңлаталар көйҙөң моңлоһон.

Һиңә илткән һуҡмаҡтарға баҫҡас,
типте йөрәк тағы һулҡылдап...
Күктә – яҙ ҡояшы, эргәмдә – һин,
Ике яҙҙы барам ҡултыҡлап.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға