«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



05.03.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– ҡәҙерлем, тиҙерәк уян, – ти ҡатыны.
– Төнгө сәғәт өстә уятмаһаң?.. – тип асыулана ире.
– Башым! Башымдың ауыртыуы бөттө, тим...

* * *
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, – ти хужабикә, – мин хәҙер әкренләп йыйыштыра башлаясаҡмын. Шуның өсөн тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡарағыҙ.

* * *
Иң ныҡлы ғаилә ул – бер кешенән генә торған ғаилә.

* * *
Башты бер ниндәй инструкция ла алмаштыра алмай. Башты алмаштырыу тураһындағы инструкциянан башҡа, әлбиттә.

* * *
«Минең насар ҡылыҡтарым иҫ киткес күп һәм уларҙы ҡәнәғәтлек менән файҙаланам».

* * *
– Минеңсә, беҙҙең һөйләшеү тыҡрыҡҡа килеп тығылды, буғай...
– Әйҙә һуң, улайһа һүҙебеҙҙе тыҡрыҡҡа килеп еткәнгә тиклемге еренән дауам итәйек.
– Әйҙә... Һаумы!..

* * *
Кәңәш. Оптимистарҙан ҡурҡығыҙ! Улар тәүҙә һеҙҙе, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, тип ышандыра. Ә аҙаҡ берәй кире хәл килеп сыҡһа, икенсе берәүҙәрҙең хәле беҙҙекенән дә насарыраҡ әле, тип ҡыуандырасаҡтар.

* * *
– Ни өсөн Гитлерҙы еңгән ил араҡыға ҡаршы тора алмай?
– Сөнки араҡы беренсе булып ябырылмай.

* * *
– Fәли, – ти күршеһе, – ҡатының аҡылдан яҙған тип hөйләйҙәр, шул дөрөҫмө?
Fәли уйға ҡала.
– Нимә шул тиклем уйға баттың?
– ҡатыным миңә кейәүгә сыҡҡанда уҡ аҡылhыҙ ине. Нимәhенән яҙҙы икән, тип уйлайым, – тигән ир.

* * *
Уҡытыусы:
– Балалар, диңгеҙ hыуы ниңә тоҙло?
– Диңгеҙ беҙҙең Ағиҙел hымаҡ аҡмай, шуға еҫләнеп, боҙолмаhын өсөн, уны тоҙлай­ҙар, – тип яуаплай балалар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға