«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Башҡортостан – мөғжизәләр иле



08.03.2011 Башҡортостан – мөғжизәләр иле

«Китап» нәшриәтендә улар тураһында өс телдә төҫлө альбом донъя күрҙе
2007 йылда Португалияның баш ҡалаһы Лиссабонда Яңы Донъяның ете мөғжизәһе иғлан ителде. 2008 йылда Мәскәүҙә «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» конкурсына йомғаҡ яһалды. 2009 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Сәләм» программаһы ойошторған «Баш­ҡортостандың ете мөғжизәһе» тип аталған конкурс ошо киң масштаблы акцияларҙың логик дауамы булды.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән 180 объект араһынан иң күп тауыш йыйған ете мөғжизә еңеү яуланы. Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә улар тураһында альбом донъя күрҙе. Ул башҡорт, рус һәм инглиз телендә нәшер ителде. Китаптың төҙөүселәре – Ғәлиә Ғәлимова, Марсель ҡотлоғәлләмов, Рәшиҙә Мәһәҙиева, биҙәлеш мөхәррире – Азат Мөхтәруллин.
Альбом ете бүлектән тора, һәр бүлектә авторҙар бер мөғжизә хаҡында бәйән итә. Беренсе бүлек башҡорт халҡының бөйөк эпик әҫәре, рухи мәҙәниәтебеҙгә монументаль һәйкәл булған «Урал батыр» эпосына арналған. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, күңел байлығын, зирәк, яҡты зиһенен туплаған был әҫәр уның үҙе кеүек үк үлемһеҙ! Милләтебеҙ яҙмышын бергә кисергән, уның үҙе кеүек үк, ябай ҙа, бөйөк тә икенсе мөғжизәбеҙ – ҡурай. Киләһе бүлек үҙендә боронғолоҡ эҙҙәрен һаҡлаған үҙенсәлекле Шүлгәнташ мәмерйәһенә арналған. Башҡорт халҡының бөйөк улы, милли геройыбыҙ һәм уға һәйкәл асылыу тарихы хаҡында һөйләнелә дүртенсе бүлектә. Киләһе мөғжизәбеҙ бөтә Ер шарын урап сыҡты! Башҡортостанды хәҙер күп илдәрҙә «Балҡортостан» тип беләләр. Гүзәл еребеҙҙә үҫкән мең төрлө сәскәнең хуш еҫен йыйған, алтын ҡояш нурҙарына мансылған башҡорт балы донъя киңлектәрен яулай. Китап Башҡортостандың киң билдәле шифаханалары «Янғантау» менән «Красноусол»дың шифалы һыуҙары һәм дауалау көсө тураһындағы очерктар менән тамамлана.
Альбом матур, сағыу фотолар менән биҙәлгән, тыуған яғыбыҙ тәбиғәтен данлаған шиғырҙар менән байытылған. Тәбиғәт беҙгә мөғжизәләрҙе йәлләмәй биргән. Улар – тыуған төйәгебеҙҙең ҡабатланмаҫ биҙәктәре. Был альбом-китапты ҡулына алған һәр кем тағы бер ҡат быға инаныр һәм тыуған илебеҙ – Башҡортостан өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерер.

Алина ЯЛИЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға