08.03.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Эй, дуҫҡайым, мине хөрмәт итәһеңме?
– Был хаҡта һин яңы ғына һораның бит инде.
– Һәм һин нимә тип яуап бирҙең?
– Хәтерләмәйем...
* * *
Рядовой – прапорщиктан:
– Һеҙ футбол уйнарға яратаһығыҙмы?
– Әлбиттә, яратам.
– Һеҙҙең яратҡан командағыҙ ниндәй?
– «Смирно».
* * *
– Олатай, ысынлап та, яуызлыҡҡа ҡаршы изгелек менән көрәшергә кәрәкме?
– Эйе. дөрөҫ.
– Улайһа миңә туңдырмаға аҡса бир әле, һинең күҙлегеңде ваттым.
* * *
ҡатын гәзиткә «Тормош иптәше эҙләйем» тип иғлан бирә. Бер-ике көндән тиҫтәләгән хат ала. Һәр береһендә бер генә юл: «Минекен ал!!!»
* * *
Ат бәйгеһенә йөрөргә ғәҙәтләнгән иренә сығып китәм тигәндә генә ҡатыны:
– Йөрөмә, – ти. – һинең бейәң әле генә телефондан шылтыратты. Яңы йылда билдәләнгән бәйге булмай, ти. Һуңынан сабышырһығыҙ.
* * *
– Берәй сибәрерәк ҡыҙҙы күреүең була, эргәңдәге ҡатыныңды бөтөнләй онотоп ебәрәһең.
– Киреһенсә, – ти ире, – мин өйләнгән булыуымды ҡабат- ҡабат иҫкә төшөрәм.
* * *
ҡыҙға егетенән СМС-хәбәр килә. Унда: «Был абонент кейәүгә сығыуығыҙҙы һорай», – тиелгән. ҡыҙ яуап яҙа: «Хөрмәтле абонент! Үкенескә күрә, һеҙҙең был операцияны башҡарыр өсөн аҡсағыҙ етерлек түгел».