08.10.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)
* * *
– Асығыҙ, һеҙҙе полиция борсой!
– Өйҙә бер кем дә юҡ!
– Ә мин кем менән һөйләшәм?
– Ҡолағығыҙға ишетелгәндер.
– Ә ни эшләп утығыҙ яна?
– Хәҙер һүндерәм.
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Ҡатыным йыл һайын яңы тун һорап йонсота.
– Шул тиклем тунды нимә эшләтә һуң?
– Белмәйем. Әлегә берҙе лә алып биргәнем юҡ.
* * *
Ике яҙыусы һөйләшә.
– Кисә ҡайтып инһәм, өс йәшлек улым ҡулъяҙмаларымды йыртып ултыра.
– Бәй, улың ҡасан уҡырға өйрәнде әле?
* * *
Йәш егет – яратҡан ҡыҙының атаһына:
– Ни өсөн һеҙ ҡыҙығыҙға өйләнеүемде теләмәйһегеҙ? Мин бит эсмәйем, тартмайым, аҡса таба беләм.
– Бына шул-шул, һине һәр ваҡыт миҫал итеп ҡуйып, теңкәмде ҡоротмаһындар өсөн.
* * *
Баҡсала.
– Һин ни эшләп ҡарасҡыға яҡшы кейем кейҙерҙең?
– Ҡарғаларҙы ла хөрмәт итергә кәрәк.
* * *
Улы – атаһына:
– Ерҙең түңәрәк формала булыуын ҡайҙан белгәндәр икән?
– Шуны ла белмәйһеңме ни? Глобусты бер ҙә күргәнең булманымы әллә?