26.02.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
«Алло, Ғәли! Һин ҡайҙа?.. Нью-Йоркта?! Ә мин Мәскәүҙә. Һәм һинең унда сәғәтең нисә?.. Алты?! Минең дә алты! Уның ҡарауы, бөтәһе лә Швейцарияла етештерелгән!»
* * *
Йәһүд платформала тегеләй-былай йүгерә, ә үҙе:
– Инфекция, инфекция! – тип ҡысҡыра.
Уның эргәһенә милиционер килә һәм:
– Эй, гражданин, ниңә паника таратаһығыҙ? – ти.
– Мин ҡатыныма өйҙәге һымаҡ: «Зараза», – тип ҡысҡырырға тейешме ни? – тигән ир.
* * *
– Вәли, хәлең нисек?
– Әлегә бик яҡшы, ә һинеке?
– Минеке лә һәйбәт. Бына күптән түгел фатир һатып алдым.
– Нисә бүлмәле?
– Бер.
– Дөрөҫ... Унан да бәләкәйен алыу – мәғәнәһеҙ...
* * *
– Ирек ағай, ниңә күрше бүлмәлә шул тиклем аҡыралар? – тип һорай яңы эшкә урынлашҡан егет.
– Начальник Шишмә менән hөйләшә.
– Ниңә телефондан ғына шылтыратмай икән? – тип аптыраған егет.
* * *
– Һеҙ бөгөн бик күп уңыштарға өлгәштегеҙ, – тип маҡтай автомәктәп инструкторы йәш ҡыҙҙы. – Руль артында тәүге тапҡыр күҙҙәрегеҙҙе асҡан килеш йөк машинаһын үтеп киттегеҙ.
* * *
– ҡәҙерлем, – ти ир ҡатынына, – беҙ инде 20 йыл ирле-ҡатынлы, ә мине үҙеңә аҡса кәрәккәндә генә наҙлайһың, матур һүҙҙәреңде йәлләмәйһең.
– Һин нимә, был бик һирәк ҡабатлана, тип әйтмәксеһеңме? – тигән ҡатыны.
* * *
Прапорщик штаб машинаһында генералды алып китеп бара.
– Прапорщик, машинаны туҡтатығыҙ, – ти генерал.
Прапорщик:
– Машина, туҡта! Бер-ике! – ти.