«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)



02.10.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


* * *
Әрмелә һалдаттарҙың казар­маһына майор килеп инә лә:
– Рядовой Сабитов! – тип ҡысҡыра.
– Мин, товарищ майор! – ти Сабитов.
– Һин... Һин үлемдән һуңғы тормошҡа ышанаһыңмы?
– Юҡ, товарищ майор!
– Йәл, бик йәл. Ана, КПП-ла үткән аҙнала ерләргә тип ҡайтып килгән өләсәйең һине көтөп тора.

* * *
Арыҫлан тәрән соҡорға төшөп киткән. Эргәлә үҫеп ултырған ағаста маймыл һикерәнләп йөрөй.
– Тормош бөттө инде һиңә хәҙер. Тырнаҡтарыңдан муйынса эшләйәсәктәр, башыңды стенаға беркетеп ҡуясаҡтар, тиреңде һы­ҙырып, балаҫ итеп түшәйәсәктәр. Шул кәрәк һиңә! – тип ирештерә икән арыҫланды.
Ярты сәғәттән ағастың ботағы һынып китеп, үҙе лә соҡорға ҡолап төшкән.
– Арыҫланҡай, ышанмаҫһың, ғәфү үтенергә төштөм…

* * *
Банктан бер фирмаға шылтыраталар.
– Бурыстарығыҙҙы ҡайтарығыҙ, тип беҙ һеҙҙе 12 тапҡыр киҫәттек, 13-гә әйтмәйәсәкбеҙ!
– Ярай инде, ул тиклем ырымға ышанмағыҙ.13 һаны ла бына тигән!

* * *
– Улым! Көн һайын дискотекаға йөрөмә. Атыу һаңғырау ҡалаһың бит!
– Рәхмәт, әсәй. Мин туҡмын. 15 минут элек кенә ашаным.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға