«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Муйнаҡ (Хикәйә)



07.10.2019 Муйнаҡ (Хикәйә)

Эт тормошона тиң кеше ғүмерен йәшәгәнсе, кеше тормошона тиң эт ғүмерен йәшәү өҫтөнөрәк.
Автор.


– Бына, балам, Хәлит бабайыңдарҙан көсөк алып ҡайттым. Бишәүҙәр ине, араларынан иң матурын ҡарап, һайлап, бурҙайын алдым, – тине әсәйем. Хәлит бабайҙың ябай ғына ауыл этен күргәнем бар, әлбиттә. Ә бит минең хыялымда ниндәйҙер тоҡомло эттең көсөгөн алып тәрбиәләп, өйрәтеп үҫте­рергә, батырлыҡтарын күреп һоҡланырға һәм ғорурланырға тигән уйҙар йәшәй ине. Ҡәнәғәт булмаған йөҙөмдө күреп: «Үҙең бит, берәй көсөк алып бәләкәйҙән өйрәтеп үҫтерергә ине, тип һөйләндең...» Әсә­йемдең күңеле ҡырылғанын күреп, йәлләп ҡуйҙым. Уның ҡуйынына һырынып ятҡан йомғаҡтай ғына йән эйәһе, ынйылай йылтыраған йомро күҙҙәрен миңә текләп, тынһыҙ ҡалған. Әйтерһең дә: «Һин бит минең буласаҡ хужам, һинән тора инде минең яҙмыш», – тип әйтәлер кеүек.

– Ҡайҙа, бир әле үҙемә, бигерәк аҡыллы күренергә тырыша бит был йән остоғо, – тип ҡулдарыма алдым. Әсәйемдең йөҙөндә яҡтылыҡ сағылды, ә инде көсөгөм бөтөнләй йәнләнеп, ҡулымда борғаланды, күңелле ауаздар сығарып мыңғырланы, өрөп тә күрһәтергә маташты. Уның яңы хужаһы ҡулында беренсе шатлығы ине. Бәй, нисек шатланмаҫҡа, хужаһы йортона ҡабул итте бит уны. – Хәҙер һиңә кем тип өндәшәйем? Исем дә кәрәк бит әле. – Маңлайында матур ғына аҡ тамғаһы бар, муйынынан башланған йөрәккә оҡшаған аҡ өлөшө күкрәген биләп тора, ҡорһағы аҫтынан һуҙылған аҡ төҫө аяҡтарына төшкән. Был биҙәүестәр ҡап-ҡара көсөккә бигерәк килешә. – Аҡ күңелле, саф йөрәкле, аҡыллы эт булып үҫ әйҙә, исемең Муйнаҡ булһын!

Етенсе синыфта уҡып йөрөгән сағым. «Этте бәләкәй сағынан уҡ ҙур иғтибар биреп өйрәтеп үҫтерһәң, ул аҡыллы, тоғро дуҫың була», – тип ағайымдың әйтеүе лә ҙур йоғонто яһаны. Беренсе көндәрҙән үк күп ваҡытымды көсөгөм менән үткәргәс, нимә эшләһәм дә, минән бер тотам да ҡалмай, ярҙамсы иптәшемә әүерелде. Таҡтанан үргә табан мендереү, түбәнгә төшөрөү, таҡтаны күтәртеп ҡуйып бейектән йөрөтөү, ҡаршылыҡтар аша үткәреү кеүек төрлө күнекмәне үтәргә өйрәнде. Тәүге тапҡыр ул ҙур тырышлыҡ һалып сыйнай-сыйнай үтәһә, үҫә килә барыһын да еңел башҡарыуына икәүләшеп шатланып, һөйөнөп уйнай инек. Мин биргән төрлө бойороҡто үтәгән һайын маҡтау, иркәләп алыу, тәмле күстәнәстәр менән һыйлау Муйнаҡ өсөн юғары баһа булды, әлбиттә.

Бер йылдан ашыу ваҡыт уҙғандыр.Талип ағайым совхозда биш-алты айлыҡ һарыҡ бәрәсен ваҡытлыса көтә ине. Совет осоронда мал бигерәк күп була торғайны. Улар араһында насарҙары, хәлһеҙҙәре лә бул­ғандыр инде. Эҫе йәй көндәрендә, тауҙан йылғаға һыу эсерергә алып төшкәндә, ҡайһы бер бәрәстәр эҫенән әлһерәп, хәле бөтөп туҡтап ҡала ла шуға мине ағайым ярҙамға саҡырғайны. Этемде эйәртеп, көтөүлеккә киттем. Көн бигерәк эҫе булғанлыҡтан, бәрәстәр баштарын аҫҡа эйеп, ығышып, ыһылдап килә. Артта ҡалған бер-икәүһе бигерәк тә йәл инде. Муйнаҡ уларҙың йә береһе янына килә, йә икенсеһенә. Уларға аптырашлы ҡараш ташлап сыйнап та ҡуя, хәлдәрен аңлай, күрәһең. Ярай, күп ҡалманы инде, барып еткәс, рәхәтләнеп һыу эсеп ял итерһегеҙ. Ләкин хәлдәре бөткән бәрәстәр артта ҡалғандан-ҡала, Муйнаҡ та тынысһыҙлана бара. Һыу буйына өс йөҙ метрҙай ҡалғас, бер бәрәс атламаҫ булып туҡтаны, уны ағайым ҡулына алды. Бер аҙ барғас, икенсеһе лә ергә ятты. Мин бәрәсте килеп күтәргәнсе Муйнаҡ уның янында ине инде, сыйнай-сыйнай беҙҙе тирәләп әйләнә. Бына һыу буйына килеп еттек, бөтә бәрәс ташлыҡ буйлап һибелеп, һыу эсергә кереште. Беҙ күтәреп алып килгән бәрәс­тәребеҙҙе бейек булмаған ҡалҡыу урынға ҡуйып торҙоҡ. Ташлыҡҡа табан һөҙәк урынды эре мал йылғаға һыу эсергә йөрөп киртләсләп бөткән. Бәрәс тигәс тә, ауыр ғына икән, мин уны ергә ҡуйғас, арыған ҡулдарымды ял иттерәм. Талип ағайым үҙе алып килгән бәрәсте алып, һыу эргәһенә илтеп ҡуйҙы. Ә Муйнаҡ шатлығынан нишләргә белмәй, теҙелеп һыу эскән бәрәстәр эргәһенән уйнап һикерә-һикерә минең яныма килеп баҫты ла: «Әйҙә, быныһын да алып төшәйек инде», – тигәндәй, күҙгә ҡарап, тынып ҡалды. Ағайым килеп бәрәсте күтәреп алмаҡсы булғайны, шул саҡ башта бер уй тыуҙы. Үҙем өйрәтеп үҫтергән эт бит. Быға тиклем күпме һоҡландырҙы, аптыратты, шатландырҙы, әле ниндәй булмышын күрһәтер икән? Бәрәсте нисек кенә йәлләһәм дә, Муйнаҡ бер һынау тоторға тейеш, тип уйланым.

– Туҡта әле, теймәй тор, Муйнаҡ нимә эшләр икән? – тим. Ә Муйнаҡ нишләргә белмәй, һыу эскән бәрәстәргә ҡарап тора ла минең янда ерҙә ятҡан бәрәс янына килеп, сыйнап, ризаһыҙлығын белдерә, күҙҙәремә ҡарап асыуланып өрә. – Әйҙә, Муйнаҡ! Әйҙә алып төш, һин булдырырһың уны, Муйнаҡ! – ә этем иһә оторо өрөп мине «әрләй», ҡойроғо менән минең аяҡҡа һуға, бәрәскә текләп ҡарап илай. Ағайымдың да түҙемлеге бөтөп:
– Ярай инде, Муйнаҡты этләмә, әйҙә, бәрәсте алып төшәйек, – ти.
– Хәҙер, бер аҙ көтәйек инде... Муйнаҡ, һин булдыраһың уны, алып төш! – Инде сыҙамлығы бөткән этем, хужаһына өмөтө өҙөлөп: «Йәнең юҡтыр һинең», – тигәндәй ҡараш ташлап, бәрәстең ҡорһаҡ аҫтына моронон тығып этергә кереште. Бына мин көткән минут килеп етте. – Маладис, Муйна-а-аҡ! Әйҙә-ә! – Бәрәс еңелсә генә ерҙән шыла башланы. Этемдең нисек тырышҡанын уны күреп торған кеше генә аңлар ине. Моронон тырышып-тырышып бәрәс аҫтына тыға, башы, бөтә тәне дерелдәй, дүрт аяғы менән бөтә көсөн һалып, бәрәсте киртләстәрҙән ташлыҡҡа – һыуға табан этәрә. – Үәт һин маладис бит, Муйнаҡ! Әйҙә-ә-ә! – Өс метрҙай ара үткәс, инде хәле бөтөп, туҡтап торҙо ла тағы беҙҙе «әрләргә» кереште, тағы эшкә тотондо, тағы өс метрҙай үткәс, ташлыҡҡа килеп етте. Инде таштар өҫтөнән еңелерәк шылыр тиһәм, юҡ шул, киреһенсә, бәрәс аҫтына таштар йыйылып тығылды һәм этем уны башҡа этәрә алмаҫ булды. Хәле лә бөттө. Күҙҙәрендә миңә ҡарата өмөтө бөтә, нәфрәте арта барған кеүек тойҙом. «Хужам мине күпме нәмәгә өйрәтеп тә, үҙе ошо бәрәстең хәлен аңлай алмаймы икән ни? Эх, ҡайҙа һуң, үҙемдең ҡулдарым булһа!» – тип әйтәлер кеүек.

– Ярай, Муйнаҡ, һин маладис! Үҙеңдең бөтә тырышлығыңды һалдың, кемлегеңде күрһәттең, хәҙер инде бәрәсте эсерәйек. – Мин бәрәсте күтәреп алып барып һыу янына ҡуйҙым. Ул йотлоғоп-йотлоғоп эсергә кереште. Шул саҡ Муйнаҡтың ниндәй хистәр кисереп, ниндәй дәрт менән янғанын күрһәгеҙ! Ул бәрәстең ҡаршыһына килеп, моронон уның моронона терәй яҙып, йотлоғоп һыу эскәнен күҙәтә. Үҙе нәҙек кенә тауыш менән һуҙып сыйнай, алғы аяҡтары тик тора алмай. Әйтерһең дә, бәрәс һыу йотҡан һайын Муйнаҡҡа көс өҫтәлә бара, ә инде янып торған күҙҙәре, бына-бына тәгәрәп, бәрәстең алдына төшөп китер кеүек. Үҙе лә йотлоғоп, ирендәрен ялап ҡуя. Сыйнап-сыйнап миңә ҡарай, тағы бәрәскә уҡтала, мөлдөрәмә тулы күҙҙәре менән миңә төбәлә. Эсенә һыймаған шатлығын минең менән уртаҡлаша. Бәрәсте тыны менән тартып алырҙай булып, уға текәлә. Муйнаҡтың күҙҙәрендә – йотлоғоп һыу эсеп туя алмаған бәрәстең сағылышы. Әйтерһең дә, ул уны күҙҙәре менән үҙенә тартып алған. Был күренештең бер генә сатҡыһын да ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышып хәрәкәтһеҙ ҡалғанмын. Эх, ошо ваҡытта ҡайҙа һуң кинокамера! Бәрәс һыу эсеп туйғас:

– Бына, Муйнаҡ, һин ниндәй маладис, бергәләп бәрәскә һыу эсерҙек, – тип арҡаһынан дөпөлдәтеп яратыуым булды, этем вальс әйләнгәндәй, өйөрөлөп-өйө­рөлөп, ташлыҡ буйлап сабып китте. Үҙе күңелле сыйнап өрә. Аяҡтары аҫты­нан тирә-яғына сыңғырлап таштар оса. Бер урап килгәс, бәрәстең күҙҙәренә текләп ҡарап тора ла, минең аяҡтар араһынан үтеп йөрөп, әйләнә-әйләнә бейеп, икенсе урауға китә. Бәрәскә йәшәү сығанағы бирҙе бит ул, үлемдән ҡотҡарҙы. Ниңә шатланмаҫҡа, был бит уның оло еңеү байрамы, еңеү вальсы! Муйнаҡтың бындай ҡылығына аптырашып, бәрәстәрҙең бөтәһе лә боролоп баҫҡан да эткә ҡарап шаҡ ҡатҡан. Ә Муйнаҡтың сәхнәһе оло, етмәһә, таштан бит әле, «йырлай-йырлай» рәхәтләнеп өйөрөлә. Шул тиклем «тамашасы» хәрәкәтһеҙ тын да алмай ҡараған саҡта, ниңә бейемәҫкә? Ә хужаһы уға иң юғары баһаны бирәсәк!

Үҫә төшкәс, ҡойма аша еңел генә һикереп сығыуы, һарай башына баҫҡыстан менеп-төшөп йөрөүе һоҡландырҙы. Мин уны бер ҡасан да бәйләп ҡуйманым, көндөҙ беҙгә кеше килһә, тауыш ҡына бирә: «Бына ҡунаҡ килде, ҡаршы ал». Һәм уны үткәреп ебәрә, ә төндә тауыш бирә лә ҡапҡанан ингән кешенең ҡаршыһында минең сыҡҡанды көтөп ултыра. Бер кемде лә ҡурҡытып, абалап өрмәй. Күршенең тауығы ҡойма араһынан сығыр урын табып килеп инһә, тауыш-тынһыҙ ғына артынан йөрөп, уны кире сығарып ебәрә. «Ҡайҙан ингәнһең, шунан сыҡ», – йәнәһе. Көҙгө әтәстәр үҫеп етеп һуғыша башлаһа, бигерәк мәрәкә инде. Уларға ҡарап нимәлер һөйләй, аңлата, тегеләре тыңламағас, йүгереп барып араларына инеп, айырып ебәрә лә, асыулы сыйнап, уларға аҡыллы ҡарашын ташлай. «Бында тәртип булырға тейеш, нимә бүлешәһегеҙ?» Кискеһен көтөүҙе ҡаршы алыу күптән инде уның вазифаһына әйләнгән. Һыйыр менән башмаҡты айырып алып, сит малды картуф баҡсаһына индермәй ары оҙатҡас ҡына йортҡа ҡайта. Ҡарға, сәүкә, һайыҫ­ҡандар был ҡурала ҡош-ҡорт еменә, себештәргә ҡағылырға ярамаған­лығын яҡшы аңлай.

...Мин хеҙмәт итергә киткәндә бик моңһоу оҙатып ҡалһа, хеҙмәттән ҡайтҡас, дуҫымдың шатлығының сиге булманы һәм беҙҙең күңелле тормош тағы бергә дауам итте. Һыу инергә лә бергә йөрөнөк. Муйнаҡ минең менән рәхәтләнеп йөҙә ине. Беҙҙең һәр саҡ һыу инергә йөрөгән урынды «зәңгәр ятыу» тип йөрөттөк. Уның өҫкө яғында ағым көслө, шәп аға, һыуы ла күкрәккә етеп тора. Ятыу башланған урында ҡапыл ярлау, ағым һыу ярҙы йоморолап емереп, эскә табан ашап ингән. Тап ошо тәңгәлдә яр буйлап һыу кирегә ағып килә лә, көслө ағымға ҡаршы сығып, оло ҡомороҡ яһала һәм ул, геүләп үкереп, ҙурайғандан-ҙурая бара. Юлында нимә эләгә, шуны өй­рөл­төп һыу аҫтына һурып алып инеп китә лә, ун биш метрҙай самаһы үткәс, урғыл­тып яңынан килтереп сығара.

Көндәрҙең береһендә бер нисә егет Зәңгәр ятыуҙың яр башында йыйылдыҡ, Муйнаҡ та минең менән. Шул саҡ фермала малсы булып эшләп йөрөгән Әхмәт тә килеп етте. Быға тиклем ауылда күренмәгән, ярайһы оло кәүҙәле, бик ҡурҡыныс эт эйәртеп алған. Маңлай тиреһе һырланып-һырланып күҙ ҡабаҡтарын ҡыҫҡан, ауыҙ ирендәре аҫҡа һалына биреп тора, килбәтһеҙ моронло, киң күкрәкле, ҡараһыу-көрән төҫтәге бер йыртҡыс инде. Яҡындан күҙеңә ҡарауы менән йөрәк жыу итеп, тән зымырлап китә. Бына-бына һиңә ташланыр ҙа өҙгөләп ташлар кеүек.

– Ҡайҙан алдың бындай этте? – тип һорай һалдым. Уның йөҙөндә ташып ашҡан ҡәнәғәтлегенең сиге юҡ. Ир төк баҫҡан битен икегә йыртып тештәрен йылтыратты, шул саҡ Әхмәттең бите этенең маңлай тиреһенә оҡшағандай тойолдо. Был һорауҙы күптән көтөп торған, буғай, ҙур кинәнес менән:

– Атайым күрше ауылдан һарыҡҡа алмаштырып алып ҡайтты! – бындай ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр ишеттем. Эт һатып алыу, һарыҡҡа алышыу кеүек алыш-биреш хаҡында ул саҡта ауыл тирәһендә бөтөнләй ишеткән юҡ ине. – Бик шәп эт бит, исеме Джек! – тип ҡуйҙы.
– Ә ниңә бындай этте хужаһы ебәрҙе икән, улай бик яҡшы эт булғас?

– Ҡыҙының ҡулын сәйнәгән, – ирҙең йөҙөндә ҡәнәғәтлек һыҙаттары арта барҙы. Бына һиңә мә! Берәү бындай йыртҡыстан тиҙерәк ҡотолорға тырышҡан, ә икенсеһе һарыҡ биреп алыуына шатлана. Бәлки, был эт әллә күпме хужаһын алыштырғандыр... Әхмәт этенең булмышын күрһәтер өсөн нимәнән башларға белмәй сәбәләнә. Беҙ һыуға һикерергә йыйынып, аяҡ, өҫ кейемдәребеҙҙе сисеп һалып ҡуйғанбыҙ. Шул саҡ Әхмәт кемдеңдер сандалийын алып, эте алдына ырғытты. Джектың, хужам ниндәй бойороҡ бирер икән, тип тү- ҙемһеҙлек менән көтөп алған мәле. Ажғырып сандалиҙы эләктереп алды ла, ырылдай-ырылдай, ергә ҡуша бәргеләп йыртҡыларға тотондо. Әлбиттә, быны тыныс ҡына ҡарап ултыра торған тамаша түгел, егеттәрҙең түҙемлеге бөтөп:
– Нимә эшләйһең һин?! Ал этеңде, туҡтат!
– Әхмәт ағай, туҡтат инде этеңде, нимә эшләүең был?! – Ирҙең йөҙөнә ҡарап ниҙәр уйлағанын төҫмөрләргә була ине, әлбиттә, әммә уны тыйып, этен туҡтатырға ҡушыусыларға үпкәһе бермә артты: «Нисек инде, шундай тамашаны туҡтат, имеш, әле яңы башлана ғына бит. Джектың ҡаны ла ҡыҙа башламаған». Эшлектән сыҡҡан сандали артынан бер ботинка осто.

– Ха-ха-ха! – уның шашынып көлөүе, этенең йыртҡыстарса ырылдауы менән бергә ҡушылып йөрәкте өйкәй, беҙҙә нәфрәт уята. Беҙ бер урам малай-ҙары бит, бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫһәк тә төрлөбөҙҙә төрлө холоҡ, төрлө уй, фекер. Яныңда йөрөгән кешене лә кем икәнен белеп бөтмәйһең икән шул. Бына бит, әмәле сыҡҡас, үҙен ҡайһылай итеп күрһәтә, әле килеп Әхмәт менән Джектың ҡаны бергә ҡайнай, кәйеф-сафа ҡора, күңел аса, тантана итә. Был мәхшәргә түҙә алмай, бөтә асыуыма ҡысҡырып ебәрҙем:
– Етер Әхмәт! Ниңә кешеләрҙән көләһең? Туҡтат этеңде! – ул минең яҡ-ҡа әйләнеп тә ҡараманы. Этенән ҡарашын алмай, әйтерһең, уға ҡотҡо бир. Хәҙер инде ул быға тиклем булған Әхмәт түгел, ә Джекка оҡшап ҡалғайны.

– Фас!– тип, ҡулын ситтәрәк аптырап ултырған Муйнаҡҡа табан һуҙҙы. Джек бер ҙә уйлап тормай Муйнаҡҡа ырғыны. Ырылдау менән сыйнап илау тауыштары ҡолаҡты томаланы. Нисек ярҙам итергә? Бер сара ла табып бул-май. Ажғырып, ырылдап, Муйнаҡты һелтәп-һелтәп ергә ҡуша бәрә, уның үҙәк өҙгөс сыйнап ыңғырашҡан тауыштары һауаны яра. Этемде яҡлап ҡулыма тотоп ҡаршы сығырлыҡ бер нәмә лә таба алмағас, ялбарыулы тауыш менән:

– Әхмәт, туҡтат этеңде, нимә эшләйһең һин?! Туҡтат инде! – ул фашист карателдәре һымаҡ баҫҡан да, ләззәтләнеп, был мәхшәрҙең аҙағын көтә. Кинофильмдарҙа ҡараған, фашистар пленға алынған һалдаттарҙы нисек итеп эттәренән талатыуҙары йәшен тиҙлеге менән күҙ алдынан үтте. Әгәр үҙен тәпәләп ташлаһам, этен миңә ҡаршы һөстөрәсәк, уныһына шик юҡ. Бөтә сыҙамлығымды йыйып, этемә рухи көс менән ярҙам итеп ҡарарға булдым:

– Муйна-а-ҡ! Муйна-а-ҡ! Һин маладис бит, бирешмә Муйна-а-ҡ! –шулай йән көсөмә ҡысҡыра-ҡысҡыра уға көс биреп, дәрт, ғәйрәт өҫтәргә тырышам. Был инде минең аҙаҡы ышаныс, башҡаса ярҙам итеү мөмкин түгел.
–Муйна-а-ҡ!.. Шулай ҡысҡыра торғас, беҙҙе хайран ҡалдырып, этем Джекка ҡаршылыҡ күрһәтә башланы. Минең күңелдә этемә булған ышаныс урғылды.
–Муйна-а-ҡ!.. Бер саҡ яйын табып Муйнаҡ Джектың тырнаҡ-тештәренән ысҡынып, “Зәңгәр ятыу”ҙан үрҙәрәк кәртәнән һалынған баҫмаға сапты. Төрлө ҡаршылыҡ, баҫҡыс, кәртә аша йөрөп өйрәнгән эт тиҙ арала йылғаның арғы яғында ине. Джек баҫмаға баҫыу менән ҡалтырана- ҡалтырана, көс- хәл менән арғы яҡҡа сығыуын дауам итә. Уның ҡаны үтә лә ҡыҙған, эҙәрлекләүҙән тыйыла алмай. Муйнаҡты йылға арҡылы үҙемдең яҡҡа саҡырам, ә ул ниңәлер минең яҡҡа сыҡмай, һаман да ташлыҡта борһалана. Бына Джек баҫманы үтеп сығыу менән Муйнаҡҡа ташланды. Әммә, хәҙер сыйнап илау тауыштары юҡ, ике эттең ажғырып ырылдауы, уларҙың аяҡтары аҫтынан осҡан таштар сыңлауы – ҡот осҡос күренеш. Хәҙер инде Әхмәткә: «Этеңде туҡтат!» – тип ялыныу урынһыҙ. Бары тик: ”Муйнаҡ! Муйнаҡ! Бирешмә, һин маладис бит, бирешмә!” – тип бөтә көсөмә ҡысҡырыуҙан башҡа бер ни ҙә ҡылып булмай. Джектан кәүҙәгә лә, буйға ла күпкә ҡайтыш Муйнаҡтың, бүре ауларлыҡ был йыртҡысҡа нисек ҡаршы тора алыуына һоҡланыу ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу ҙа солғап алды. Күп яра алған этем артабан ҡаршы һуғыша алмаҫ, нимә булып бөтөр икән? Эттәр талашҡан тауыштарға ҡушылып, минең тауыш йылға буйын яңғырата.

Бер саҡ Муйнаҡ Джектан ысҡынып, һыуға, ятыуҙың үрге яғындағы ағымға һикерҙе. Йылға уртаһына етәрәк, уны Джек ҡыуып етеп өҫтөнә ырғыу менән, һыу аҫтында күҙҙән юғалдылар. Бер нәмә лә булмағандай, көслө ағым тулҡындары уларҙы ҡаплап әүәлгесә ағыуын дауам итте. Тынлыҡ урынлашты. Бары тик “Зәңгәр ятыу”ының ҡомороғо ғына геүелдәп, шомло тынлыҡты боҙа. Береһе артынан икенсеһе хасил була. Хәҙер инде мин түбәнге яҡты күҙәтәм, уларҙы көслө ағым ағыҙып, ҡомороҡ тәрәнгә һурып алып инеп киткәндер ҙә, түбәндә һыу менән урғылып килеп сығырҙар, тим.

Беҙҙең арала урынлашҡан ауыр тынлыҡты бер кем дә боҙмай. Бары- һы ла күҙ ҡараштары менән эттәрҙең ҡайҙан килеп сығырын күҙәтә. Әх- мәттең сикһеҙ кинәнесенән йөҙө бүртенеп киткән. Уның эте Муйнаҡты һыу аҫтында быуып үлтерер ҙә, үҙе еңеү тантанаһы менән йөҙөп килеп сығыры- на ныҡлы ышанған. Күпме ваҡыт үткәндер, әйтеүе ҡыйын. Бер саҡ нимә күрәм?! Улар һыу аҫтында юғалған урында нимәлер шартлағандай, һыу ҡойоно урғып сыҡты. Хәҙер инде эттәр ажғырыуын таштар сыңлауы түгел, ә ҡоторонған һыу ҡойоно тауышы “байыта”. Иҫ киткес ҡоторонған ҡойон уртаһында нимә икәнен дә аңламаҫһың. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай, бер килке иҫемә килә алмай торам. Был тиклем тауышта мине ишетә алырмы? Ишетер, нисек кенә булмаһын хужаһы уға көс, ғәйрәт бирә һәм ул уны белһен:
– Муйна-а-ҡ! Муйна-а-ҡ!.. Бына улар тағы һыу аҫтына төшөп юғал- дылар. Тағы ауыр тынлыҡ... Артабан нимә булырын көтөп, яр башына теҙеп ҡуйған һәйкәлдәр һымаҡ, өнһөҙ ҡатып ҡалғанбыҙ. Хәҙер инде ҡомороҡ геүләүе лә, һыу урғылыуы ла иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә алмай, Муйнаҡтың һыу аҫтында үтәсәк бер тотам яҙмышы күңелде әрнетә. Быға тиклем Джек кемдәрҙе сәйнәгәндер ҙә, кемдәрҙең йәнен ҡыйғандыр?.. Күпме тапҡыр һатылып, алыш-бирештәр аша бында килеп етеп, хәҙер Муйнаҡтың башы- на етерме? Ҡуҡырайып баҫҡан Әхмәттең тәкәббер йөҙөндә башкиҫәр шәүләһе инеп йәшеренгән. Мал эйәһенә оҡшай, тиҙәр халыҡта. Эттәр ҙә эйәһенә оҡшай әлбиттә, ә инде был икәү һуңлап булһа ла бер-береһен тапҡан.

Туҡта әле, ниңә ваҡытынан алда бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелеп торам? Тәүге ваҡытта ана нисек итеп талай ине, ә һуңғараҡ, этем уға ҡаршы һуғыша башланы. Һыу аҫтында, шундай көслө ағымда ағып китмәй, нисек һуғышып ятмаҡ кәрәк? Баш етмәҫ нәмә бит! Хатта, сыйылдап илау, ауыртыныуҙарын да белмәй, тимәк, хужаһынан да көс, ғәйрәт алған ул. Иҫән ҡалыр өсөн дошманына ҡаршы Муйнаҡтың да ҡаны ҡыҙған.

Улар күҙҙән юғалған урында һыу өҫкә ҡалҡа һәм тулҡын булып ташлыҡ яғына атыла. Нимә булғанын да аңлап булмай. Йөрәк уғата көсәйеп, күкрәккә һыйыша алмай, дарһылдап тибә башланы. Тулҡын шәбәйеп, һайыраҡ урынға еткәндә, ни күҙҙәрем менән күрәйем: Муйнаҡ Джектың һыртына менеп алған! Елкәһенән бик ҡаты эләктергән, күрәһең, хәҙер инде Джек, сыйнай-сыйнай башын эйеп, баҫмаға табан йүгерә. Был тамашанан шатлығымдың сиге юҡ! Еңеү яуланы бит этем. Ысын Еңеү!

– Муйнаҡ! Муйнаҡ! Маладис һин, булдырҙың! – тип ҡысҡырыуыма, Муйнаҡ уны ысҡындырҙы ла өҫтөнән төшөп ҡалды.Ул күңелле өрөп, таш- лыҡта һикереп-һикереп сабып уйнай. Бына һиңә мә! Еңеү тантанаһы бөтә яраны төҙәтә, һыҙланыуҙы баҫа, күрәһең. Ә ысынында урғылып сыҡ ҡан шатлығын ул хужаһы менән генә түгел, ә яр башында теҙелгән тама шасылар менән дә уртаҡлаша ине. Тик был шатлыҡ Әхмәттең тынын быу ҙы. Хәҙер уның эте менән маҡтаныу хыялдары селпәрәмә килде бит. Джек баҫманан ҡалтырана-ҡалтырана сығып барыуын, әлеге күҙлектән ҡарағанда, робот менән сағыштырып булыр ине. Мин баҫма яғына йүгерҙем, был алыштың аҙағын еренә еткереп ҡуйырға кәрәк тигән уйым.

– Әйҙә Муйнаҡ! Әйҙә, һөс, кәрәген бир! Хәҙер ҡурҡа бит ул, еңелде!
Ә Муйнағым уны уйлап та бирмәй, шатлығынан һикереп өйөрөлә. Джек ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып, башын ергә, эйеп өйө яғына һыпыртты. Муйнаҡты һөстөрһәм дә, ул Джек артынан ҡыуып барманы. Минең өҫкә һикереп ҡосаҡлай, иркәләнә, минең тирәлә әйләнеп бейей. “Рәхмәт һиңә, миңә көс, ғәйрәт бирҙең!”– тип әйтеүе ине уның. Әхмәт иһә, тын-тауышһыҙ, эте ҡиәфәтенә инеп кәкерәйеп, башын аҫҡа эйеп, уның артынан эйәрҙе. Бер- береһенә шул тиклем оҡшарҙар икән, тип ҡарап ҡалдым. Әммә уның ҡараңғылыҡ япҡан йөҙөндә ниндәй мәкерле уйҙар ятҡанын аңлап бөтә алмағанмындыр, күрәһең. Ирҙең этлегенә эстән шигем булһа ла, этемде бәйгә ҡуйманым. Һәр саҡ йорт-ҡураны һаҡлап, ҡош-ҡорт, мал- тыуарҙы тәртиптә тотҡан дуҫыма ышана инем. Үҙем эшкә киткәндә:

– Бер ҡайҙа ла сығып йөрөмә, өйҙә бул, – тип китәм. Күпме йылдар бер- гә йәшәү осоронда, мин этем менән һәр саҡ кеше телендә аралаштым һәм ул мине аңлай ҙа, тыңлай ҙа ине. Ҡыҙғансҡа ҡаршы, һәр саҡ улай булмай икән шул. Хатта кешеләр араһында ла бер-береңде тыңламаған, аңламаған саҡтар бик күп . Бер ай самаһы уҙғандыр, бер көндө эштән ҡайтыуыма Муйнаҡ йортта юҡ ине. Бик һуңлап, кискә генә ҡайтып инде. Башын аҫҡа эйгән, көс-хәл менән атлай. Йөрәгем жыу итеп ҡалды.

– Һыуҙан йөҙөп сыҡтыңмы әллә? Кибенмәгәнһең дә, – тип янына килдем. Ҡулым менән һыпырып ҡараһам, бөтә тәненән ҡан һарҡа, башы, бите, мороно тоташлай ҡанда, йыртылған ҡолаҡтарынан бер туҡтауһыҙ ҡан тама. Таланмаған урыны ҡалмаған... – Их Муйнаҡ, әйттем бит сығып йөрөмә тип, ниңә тыңламаның инде? – күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәне, тауышым ҡалтыранды, тыным ҡыҫылды. Уның һуңғы тапҡыр төбәлгән күҙҙәрендә барыһын да аңлап була ине: “ Ғүмерем буйы һине тыңлап йәшәнем дә, был юлы хаталандым шул. Ғәфү ит.” Йәштәр аша төбәлгән өмөтһөҙ, ауыр ҡараштарымды күтәрә алмай: “Ыһ-һ-һ”- тип, көс-хәл менән ыңғырашып ҡараштарын күҙҙәремдән алып аҫҡа төбәлде, уның хәле бик ауыр ине. Нисек ярҙам итергә һуң һиңә, Муйнаҡ? Минең көс етерлек түгел, яраларыңды уңалтырға бер ниндәй ҙә өмөт юҡ. “Ярай, хужам янына ҡайтып еттем әле”, – тигәндәй, ул башын аяҡтарына һалып ятты ла, үткән бөтә ғүмерен, хужаһы менән тәүге осрашыу минуттарын, ул өйрәткән бөтә нәмәләрҙе, ҡарауыллап ашатҡан ҡош-ҡортто, көтөүҙән айырып алып ҡайтҡан малды, күпме тырышлығын һалып һыу эсергән бәрәсен, шатлыҡлы минуттарында беҙҙе таң ҡалдырып бейегән саҡтарын, рәхәтләнеп йылғала йөҙгән йәйҙәрен, бүре ауларлыҡ йыртҡыс Джекты еңеүен – үҙ ғүмерендәге бәхетле саҡтарын һанап та бөткөһөҙ бит уның... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн килеп яңылышыуы... Ул уй-хәтирәләренең осона сыға алмай, тыныс ҡына күҙҙәрен йомдо... Көн яҡтылығын ҡаплап аҡҡан күҙ йәштәре, Муйнаҡтың һуңғы минуттарын минән йәшерергә тырышҡандай, күҙ алдын томаланы. Баш осонда емерелеп төшөргә торған төн хасил булып солғап алды ла этем менән минең араға ҡара пәрҙәһен ҡорҙо. Аяҡ аҫтында ер ишелгәндәй булды. Тын да алмай онотолоп, ойоп ултырғанда әсәйемдең минең янға килгәнен дә һиҙмәгәнмен.

– Нимә булды? Муйнаҡҡа нимә булған?! – әсәйемдең йән тетрәткес әрнеүле тауышы йөрәгемде киҫте. –Ниңә өндәшмәйһең?! – минең, тамаҡҡа ултырған төйөрҙө еңеп бер өн дә сыға алманы. Минән Муйнаҡты йәшереп аҡҡан күҙ йәштәре лә, беҙҙең араға ҡоролған ҡара пәрҙә лә, был оло юғалтыуҙы йәшереп ҡала алмай, әлбиттә. Күҙҙәремде томалаған ҡараңғылыҡ таралып та өлгөрмәне, был хәлде күҙәтеп һыҡтаған ҡояш, тау теҙмәләренә һыйынған томандарҙы һағышлы ауыр ҡыҙыл төҫкә манып, тау артына инеп йәшенеү менән ашыҡтырып килгән төн ҡараңғылығы ҡапланы. Муйнаҡтың һуңғы көнөнөң ыҙалары, шомло, ҡараңғы төн менән бергә буталып, мине йәһәннәм төпкөлөндә әйләндерә... Әсәйемдең һөйләнгән һүҙҙәре ара-тирә ҡолаҡҡа салынып, айнытып ебәргәндәй булды:

– Бик изге йәнле эт булды бит, кешенән дә аҡыллыраҡ ине. Йәне лә изге урында булыр, Хоҙай ундай йәндәрҙе ожмахҡа ала, ти. Әсәйемдең һүҙҙәренән күңелгә еңеллек килгәндәй тойҙом. Оло кешенең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ, дөрөҫ- лөк бар бит. Йөрәкте өйкәгән шомло төн ҡараңғылығы ла таралып, яҡты- рып киткәндәй, хатта Муйнаҡтың йөҙө лә хәҙер асыҡ күренә, ул мәңгелек тыныслыҡ алған төҫлө, әйтерһең дә, хужаһы янында рәхәтләнеп йоҡоға талған. Үҙенең үткән ғүмеренә, тормошона рәхмәтен белдереп, хужаһына ризалығын биреп, тыныс күңел менән хушлашты ул. Тимәк, ҡояш был изге йәнде төн ҡосағына ҡалдырмаҫ өсөн үҙе менән алып китте...

...Иртәнгеһен ҡояш шундай сағыу нурҙарын һибеп, илаһи матурлыҡ менән ҡалҡты, уның яғымлы иркә нурҙары туры, күҙҙәргә ҡарап, ошондай изге йән тәрбиәләгән өсөн рәхмәт әйтә кеүек. Сөнки, әсәйем әйтеүенсә, Күктә тағы бер изге йән өҫтәлде...

Бер аҙна самаһы үткәндер, фермала малсылыҡта эшләп йөрөгән Рим урамда мине осратты ла, иҫәнлек-һаулыҡ һорашып алғас:
– Зариф ағай, мин әйткәнде Әхмәт ағайға әйтмә, йәме. Ул һинең этеңде фермала дүрт оло эттән талатты, элек бер ҙә килгәне юҡ ине бит уның, нишләп барып сыҡты икән ул унда? – бер аҙ уйланып торғас, өҫтәп ҡуйҙы:
– Бик оҙаҡ таланылар, үҙе һөстөрөп торҙо. Уның һуңғы һүҙҙәре ҡалтыранып, өҙөк-өҙөк булып ишетелде... Кем белә, бәлки үткән еңеү шатлығынан үҙен еңелеү белмәҫ батыр итеп тойғандыр. Күпмелер ваҡыт үтеүгә Әхмәттең эте лә күренмәй башланы, бәлки ул да “үҙ урынын” тапҡандыр?

Минең йәшәгән ғүмеремдә күпме дуҫым булһа ла, иң яҡын, иң тоғро, бер кемгә лә алмаштырғыһыҙ, кире ҡайтарып алғыһыҙ Муйнаҡ ду- ҫымды юғалтыу тәрән яра ҡалдырҙы. Ниңә шундай яуыз, ҡанһыҙ кешеләр була икән? Күпме йәнде ҡыйып, йөрәкте яралап, ҡайғыға һалып, рәнйетә улар... Әгәр ундайҙар булмаһа, ер йөҙөндә күргән ожмах булыр ине шул. Юҡҡа ғына: “Был ергә кеше һынау тотор өсөн тыуҙырыла" –тип яҙылмағандыр бит китаптарҙа.

Әсәйемдең шундай көсөк алып ҡайтып биреүенә, ғүмерем буйына рәхмәтлемен. Әсә күңеле һиҙгәндер, күрәһең, ниндәй изге йән булырын күрә белгәндер. Шуның өсөн дә Әсә бит ул!

Әхмәттең тормош юлын яҙып тороуы ла урынһыҙ, әлбиттә. Ул хәҙер был донъяла юҡ. Ҡабатлап шуны әйтке килә: эт тормошона тиң кеше ғүмерен йәшәгәнсе, кеше тормошона тиң эт ғүмерен йәшәү өҫтөнөрәк.

Исемдәре үҙгәртеп алынды.





Автор: ЮЛАМАН.
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға