«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



01.03.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Иптәш майор, – ти сержант, – аяғығыҙҙағы ботинкағыҙ икеһе ике төрлө: береһе ҡара, икенсеһе көрән. Бәлки, башҡалар күргәнсе, өйөгөҙгә ҡайтып, алмаштырып кейеп килерһегеҙ.
– Эй, ҡайтып килдем инде, унда ла береһе ҡара, икенсеһе көрән ботинка, – тигән майор.

* * *
– Иптәш курсант, ниңә һеҙ шундай кәкре дүрт мөйөш һыҙҙығыҙ? Әллә һеҙ дальтоникмы?

* * *
– Берегеҙҙә лә бирсәткә булмағас, бөтәгеҙ ҙә сисегеҙ!

* * *
– Кисә кис һине бик ҡыҙыҡ ҡиәфәтле ҡатын менән күрҙем, – ти бер ир танышына.
– Ә ул минең ҡатыным ине!
– Шулаймы ни?.. Аллаға шөкөр, юғиһә һинең өсөн бик ҡурҡҡайным, ошондай ҙа ҡурҡыныс бисә менән китеп барғас, үҙ ҡатыны ниндәй икән, тип.

* * *
– Ғәли, һинең ҡатының намыҫлымы?
– Белмәйем, ике йыл бергә йәшәйбеҙ, әлегә бер нәмә лә урлағаны юҡ шикелле.

* * *
– Һеҙҙең ҡыҙығыҙға өйләнгем килә, – ти егет.
– Мин риза түгел, – ти атай кеше. – Сөнки аҡсаны бик аҙ эшләй­һең. Һәм ышан, берәй ваҡыт бының өсөн миңә рәхмәт әйтәсәкһең.

* * *
– Күрше, ниңә төндә һинең әтәсең бик ҡысҡыра ине?
– Мин уның йәйге ваҡытын туҡтаттым.

* * *
Футболсының улы – әсәһенән:
– Атайым кем булып эшләй?
– «Тыуған илде оятҡа ҡалдырыу» тигән профессия бар, улым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға