«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)



10.09.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


* * *
– Иптәштәр! Кем йәшел таҫма менән уралған янсығын юғалтты?
Барыһы ла тиҙ-тиҙ генә кеҫә­лә­рен ҡапшай башлай, сумкаларын тикшерә һәм араларынан бер ир:
– Мин! Мин юғалттым!
– Бына, таҫмаһын таптым. Алығыҙ!
* * *
– Сәриә, беҙ, күршеләрегеҙ, аптырай башланыҡ... Өс көн инде ирегеҙ менән талашҡан тауышығыҙ сыҡмай. Берәй хәл булдымы әллә?
– Юҡ. Беҙ асыуланышып, бер-беребеҙ менән һөйләшмәй йөрөйбөҙ.

* * *
– Иртән будильник тауышын ишетеү менән мин үҙемде атылған кеүек тоям.
– Тауышҡа тертләп һикереп китәһеңдер…
– Юҡ. Атып үлтерелгән кеүек тик ятам.

* * *
Йомро икмәк ҡупшы ғына кейенеп китеп бара икән.
Ҡуян:
– Кейенеп-яһанып, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һорай.
– Эшкә. Боулинг тубы булып урынлашҡайным.

* * *
Төрмәлә ултырған берәү камералашынан:
– Һиңә берәү ҙә килмәй ҙә, әйбер ҙә ебәрмәй. Туғандарың юҡмы әллә?
- Бар. Барыһы ла бында ултыра.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға