22.02.2011 Әҙәбиәт бөгөн тормош дәреслегеме?
Әҙәбиәт, әҙәбиәт ғилеме – төрлө сетерекле һорауҙар тыуҙырырлыҡ, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡуҙғатырлыҡ үҙенсәлекле донъя. Кеше тыуып, аңы үҫә башлау менән үк үҙ тормошоноң, эске һәм тышҡы донъяның сағылышы – әҫәрҙәр менән осраша. Баланың теле асыла, ололар ярҙамында шиғыр-әкиәттәр иленә инә, хәреф, һандар таный. Артабан мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәптә уҡыу-уҡытыу өсөн әҙерләнгән махсус программалар буйынса белем ала. Был мәғариф системаһында мотлаҡ һанала. Һуңынан инде һәр кемдең үҙ хоҡуғы, үҙ ҡыҙыҡһыныуы. Тик барыһы ла шул үҙаңдың үҫеш кимәленә бәйле. Тормошо әҙәбиәткә бәйле, уға яҡын хеҙмәт менән ялғанмаған кеше, мәктәптә үк уҡып туйҙым инде, тип, китап уҡыуға, матбуғат, сәнғәт яңылыҡтары менән танышыуға ҡул һелтәп ҡуймаҫмы?
Әҙәбиәт бөгөн тормош дәреслегеме? Уның артабанғы яҙмышы нисек? Тормошомдо әҙәбиәт менән бәйле һөнәргә әҙерләгәндә ошо һорау мине йыш ҡына борсой.
Атай-әсәйҙәребеҙ яратҡан персонаждар, уларға тормош дәреслеге булған әҫәрҙәрҙе өйрәнеү менән үткәрәбеҙ бөгөнгө дәрестәрҙе. Улар аша тарихты ла күҙаллап, төрлө һығымталар яһайбыҙ. Проблемалы һорауҙар ҡуйырға өйрәнәбеҙ, бәлки, автор был ваҡиға аша бөтөнләй икенсе мәсьәләне күтәрергә уйлағандыр, тип әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Һәр заман вәкиле әҙәбиәтте үҙенсә баһалай белергә тейеш, тип өйрәтә уҡытыусыбыҙ. Ә заманса герой, ҡорҙаштарыбыҙ тормошо һүрәтләнгән әҫәрҙәр менән йышыраҡ «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары аша танышабыҙ. Әҫәр-ҙәрҙе, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, барыһы ла уҡып сыҡмай, шуға хикәйә-повестар һәр кемгә бүлеп бирелә һәм йөкмәткеһе менән таныштырып сығырға ҡушыла.
Күптәрҙең республика баҫмаларына яҙылырлыҡ мөмкинлектәре лә юҡ. Шунлыҡтан бер журналда фәһемле бер нисә әҫәр баҫылһын ине. Башҡортостанда электрон китапхана эшләһә, хәл яйланыр ине, моғайын.
Әҙәбиәт менән таныш кешегә тормош ҡуйған һынауҙарға ҡаршы тороуы күпкә еңел. Әҫәр геройҙарының хәл-ваҡиғаларҙа үҙҙәренең тотошо, ҡылығы аша уҡыусы кәрәкле мәғлүмәт ала. Тик бындайҙар, үкенескә күрә, һирәгәйә бара. Уҡыусының китапҡа һөйөүен үҫтерергә кәрәк. Бәләкәйҙән өйҙә үк башларға кәрәк был эште, бәләкәстәр барыһы ла китап уҡығанды ярата бит. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы ла быға ҙур сикләү ҡуялыр.
Әҙәбиәт бөгөн тормош дәреслегеме, тигән һорауға, һис шикһеҙ, икеләнмәй «эйе» тип яуап бирер инем. Ижади фекерләй белеү әҙәбиәттә генә түгел, балалар тәрбиәләйәсәк ата-әсәгә лә, әүҙемлек һәм энергия талап иткән бөгөнгө тормош кешеләренең барыһына ла кәрәк. Әҙәбиәтһеҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
Әлфинә НӘБИУЛЛИНА.
Бөрйән районы,
Нәби ауылы.