«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Матурлыҡ тураһында хикәйәт



26.08.2019 Матурлыҡ тураһында хикәйәт


Бер ваҡыт ике диңгеҙсе сәйәхәт иткән. Уйла­мағанда шау сәскәле бер утрауға йөҙөп килгәндәр. Ундағы ҡәбилә башлы­ғының ике ҡыҙы бар икән. Диңгеҙсенең береһе ошон­да өйләнеп, тороп ҡалмаҡсы булған.
Ҡәбилә башлығының бер ҡыҙы – сибәр, икен­сеһе бер аҙ йәм­һеҙерәк, ти. Ҡалырға ниәтләгән диңгеҙсе тап һуңғыһын һайлаған.
– Нисек инде? Өлкәне матурыраҡ бит... – тип аптыраған дуҫы.
– Был – минең ҡарарым, һәм мин кесеһенә өйлә­нәм, – тигән диңгеҙсе.
Шулай итеп, диңгеҙ­селәрҙең береһе өйлә­нергә теләп, тороп ҡала, икенсеһе үҙ бәхетен эҙләп, ары йөҙә.
Буласаҡ кейәү кәләш өсөн ун һыйыр түләргә тейеш икән. Егет көр малдарҙы ҡәбилә баш­лығының торағына ҡыуып килтергән.
– Яҡшы-ы, – тигән баш­лыҡ. – Өлкән ҡыҙым ун һыйырға торошло!
– Юҡ, мин бит һинең икенсе ҡыҙыңды һора­йым, – тигән диңгеҙсе.
– Һуң, ул бит йәм­һеҙерәк... Уның өсөн ун һыйыр ала алмайым – өстө бирһәң, етер.
– Юҡ, мин ун һыйыр түләйем, – диңгеҙсе бик ныҡыш булған шикелле, ун баш малын ҡалдырған ҡәбилә башлығына.
Йәштәр өйләнешкән. Һыуҙар аҡҡан, йылдар үткән. Теге, бәхет эҙләп артабан киткән икенсе диңгеҙсе, бер заман үҙенең карабында бы­ларҙың утрауына туҡ­талған. Ҡараһа, яр буйында бик матур бер ҡатын йөрөй, ти, янында – бер нисә бала. Диңгеҙсе йәш ҡатындан үҙенең дуҫы хаҡында һорашҡан. Ҡатын юлды күрһәткән.
Диңгеҙсе дуҫының янына килеп, бер аҙ гәпләшеп ултырһа, теге сибәр ҡатын балаларын эйәртеп былар эргәһенә килгән.
– Бына, минең теге ваҡыт алған кәләшем ошо инде, – тигән утрауҙа ҡал­ған диңгеҙсе.
– Нисе-ек? Ул бит матурҙарҙан түгел ине, – тип аптыраған дуҫы.
Йәш ҡатын яуап итеп былай тигән:
– Барыһы ла ябай – берҙән-бер көндө мин үҙемдең ун һыйырға торошло икәнемде аңланым...





Автор: А. АҠБУЛАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға