«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)



15.08.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


* * *
– Һин бит минең ни өсөн илағанымды ла белмәйhең, hорамайhың да, – ти ҡатыны, асыуланып. – Ниңә илағанымды әйтәйемме?
– Юҡ, юҡ! Әйтмә, миндә ул тиклем аҡса барыбер юҡ, – тигән ир.
* * *
Урамдан балыҡсы 100 килограмм самаhы йәйенде күтәреп, көскә-көскә hөйрәп килә. Ҡаршыhына ҡулына бәләкәй генә биҙрә тотҡан, ә унда ваҡ ҡына балыҡтар йөҙгән икенсе балыҡсы осрай hәм мыҫҡыллы йылмайып:
– Нимә, берҙе генә тоттоңмо ни? – ти.

* * *
– Туташ, әйҙә бөгөн осрашайыҡ!
– Ниндәй туташ булайым мин һиңә! Мин – ир ҡатыны. Көндөҙ осрашһаҡ ҡына инде.

* * *
Сит планета вәкилдәре беҙҙең менән бәйләнешкә инергә ашыҡмай. Сөнки беҙҙең ҡайһы бер түрәләрҙең, уларға барып, бөтә нәмәне урлауынан шөрләй.

* * *
Бер ҡарт һайлау участкаһына килә лә:
– Ҡыҙым, минең әбей тауыш бирҙеме ул? – тип һорай.
– Хәҙер ҡарайбыҙ, бабай... Ә, эйе, бына, һайлап киткән. Нимә, бабай, айырым тораһығыҙмы ни?
– Юҡ та, әбейем 10 йыл элек үлгәйне. Шулай ҙа, отчеттарҙан күренеүенсә, һайлауға йөрөй икән... Үҙен бер нисек тә осрата алмайым...





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға