12.02.2011 Черепашка
Автобус вокзал алдында туҡтаны. Район үҙәгенә йомоштары менән ашыҡҡан кешеләр, ишек асылыу менән, төрлө яҡҡа тарала башланы, кемдер – дауахана яғына, кемдер баҙарға ашыҡты.
Иң һуңғы булып автобустан Рәмилә инәй төштө, ауыр сумкаһын күтәреп тау үренә табан атланы.
Инәй Ыҡтамаҡҡа ейәнен күрергә тип килә. Бына нисәнсе көн Иршатын төшөндә күреп һаташа, ул, кескәй генә ҡулдарын һуҙып, ҡош шикелле уға ҡарап талпына ла ҡапыл юҡҡа сыға.
– Беҙҙе уйлап күңеле болоҡһой, – тип юрай инәй, ҡасандан бирле ауылда булғаны юҡ ейәненең.
Атаһы Себерҙә эшләй, әсәһе менән икәүләп ике ҡатлы кирбес йорттоң бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәйҙәр. Килене мәктәптә эшләй, башланғыс синыфты уҡыта. Иршат балалар баҡсаһына йөрөй. «Колосок» тиҙәрме?
Инәйҙең бар теләге – ейәнен күреү, ейәнен һөйөү, күстәнәс тә алған үҙенә. Сумкаһын көскә күтәреп, ул ейәне йөрөгән балалар баҡсаһына яҡынлашты. Йөгөнән бигерәк, күңелен баҫҡан ауыр уйҙарынан арыны. Улы Себергә эшкә китеү менән тормошо боҙолдо йәштәрҙең: күп аҡса ҡыуаныс килтермәне, матур күлдәктәр, заманса костюмдар, тундар өсөн килененең бурыстары тау кеүек үҫте, уны түләйем тип, Дамиры ҡайта алмай ялһыҙ эшләне. ҡатынының нәфсеһен күреп, ир аҡса бирмәй башлағас, ыҙғыш сыҡты.
Шул арҡала хәҙер килене лә ҡәйнә йортона ҡайтмаҫ булды, ейәнен дә күрһәтмәй.
«Баланың балаһы балдан татлы», – тиҙәр бит, бигерәк ныҡ яратты шул инәй тәүге ейәнен. Исемен дә үҙе ҡушты, гел шат булһын тип теләгәйне.
Ана, үҙҙәре лә килә. Иршаты йүгерә-йүгерә алдан атлай, әсәһе арттараҡ. Малай шат, күҙҙәре балҡый, өләсәһенең ҡосағына һыйынды:
– Мин бөгөн көн буйы өләсәйем менән булам. Уны һағындым. Садикка инмәйем.
Килене ситтәрәк өндәшмәй тора ине, нишләптер риза булды:
– Ярай. Өләсәйең ҡайтҡансы йөрөп тор. Һине үҙем барып алырмын.
Шатлығы тауҙай ине инәйҙең, килененең һытыҡ сырайына ла иғтибар итмәй, төргәген тотторҙо ла, ейәнен етәкләп алды. Оло Ыҡтың тигеҙ матур юлынан ике бәхетле кеше атлай: уның береһе – Рәмилә инәй, икенсеһе – Иршат. Көндөң һалҡынса, күңелһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, был икәүҙең кәйефтәре шат, күтәренке.
Малай туҡтауһыҙ һорауҙарын яуҙыра:
– Өләсәй, мине лә Йоносҡа алып ҡайтаһыңмы?
– Эйе, улым.
– Миңә әкиәт, шиғырҙар уҡырһыңмы? Әй буйына ла сығырбыҙмы?
– Эйе, бәләкәсем, эйе. Айыубаш тауын барып урарбыҙ, Сейәлетауға ла күтәрелербеҙ.
– Ә мине әсәйем ауылға ебәрерме?
Етәкләшеп атлайҙар, өләсәһе ҡулын ысҡындырып, ейәнен һөйөп-һөйөп ала. ҡыуаныстарының сиге юҡ, бер-береһенә ҡарап, ҡоштар шикелле сутылдашалар, әйтерһең, донъяла уларҙан башҡа бер кем дә, бер ни ҙә юҡ. Үтеп барыусылар был икәүҙең дуҫлығына һоҡланып, йылмайып ҡарай, инәйҙе белгәндәре иһә, көлөмһөрәп: «Ейәнең тас үҙең, бигерәк ныҡ оҡшаған», – тип тә ҡыуандыра. Инәй ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, һоро ҙур күҙҙәренән яғымлы нурҙар бөркөп, ейәненең ҡулын усында ҡыҫҡан була.
Бер аҙҙан ейәненең йөҙөнә борсолоу сыҡты, ҙур күҙҙәре ҡыҫылып, шатлыҡ нурҙары һүрелде.
– Өләсәй, әгәр әсәйем мине ауылға ҡайтармаһа? Ул риза булмаһа? Өләсәй, һин әсәйемә әйтеп ҡара, йәме.
– ҡайтырбыҙ, улым, ҡайтырбыҙ, бына, тиҙҙән автобусҡа ултырырбыҙ.
– Әйҙә, тиҙерәк ҡайтайыҡ, өләсәй, әсәйем килеп еткәнсе. Мин олатайымды һағындым. Барығыҙҙы ла һағындым.
– Әйҙә, улым, әйҙә. Автобус китергә күп тә ҡалманы инде, бәлки, әсәйең килеп өлгөрмәҫ.
Әле генә ҡояштай балҡыған йөҙҙәргә күләгә төштө, өләсәй ейәне менән өндәшмәй, күңелһеҙ генә вокзалға табан атланы.
– Йә, Хоҙай, әсәйең күренмәй шикелле, – инәй ейәнен етәкләп, халыҡ менән ярты өлөшө тулған автобусҡа инде, алғы урындарҙың береһенә ултырҙылар. Ейәне өләсәһенең алдында, инәйҙең йылы ҡулдары уны биленән уратып ҡыҫҡан.
Малай түҙемһеҙләнә башланы, иламһырап, өләсәһенә боролдо:
– Ниңә автобус һаман китмәй? Китмәй ҙә китмәй.
Инәй өндәшмәне, тик күңеле һиҙҙе, бына-бына килене килеп етер, бәпкәне типкән төйлөгәндәй ҡыланыр, ейәнен ҡулынан тартып алыр...
Ул ҡалтыранып ҡуйҙы, күңелен бөтмәҫлек һағыш биләне, ейәне йәл, нишләһен инде.
Шул саҡ автобустың асыҡ ишеге янында килене күренде. Малай тыпырсынып иларға тотондо:
– Мин һинең менән бармайым. Йоносҡа ҡайтам, өләсәйем, олатайым янына.
– Улай икән. Бар, өләсәйең менән йәшә. Инәй өндәшмәне, кешеләр ни булырын көтөп, был өсәүгә төбәлде.
– Әйҙә, һин дә ҡайт беҙгә. Иртән Ыҡтамаҡҡа килерһегеҙ, бала һағынған, ауылда иптәштәре лә көтә, – өләсәһе, ейәнен бирергә тәләмәгәнлеген белдереп, уны үҙенә нығыраҡ ҡыҫып, килененә өндәште.
– Эйе, шулай булып йөрөргә ҡалғайны. Иршат, төш әйҙә, мин һиңә ысын, тере черепашка һатып алырмын. Һиңә черепашка кәрәк ине бит!
Малай икеләнде, теләр-теләмәҫ кенә өләсәһенең ҡулдарын ысҡындырҙы ла әсәһенең артынан атланы.
Йөҙө менән халыҡҡа ҡаршы ултырған инәй ситкә боролдо, ейәне менән киленен тәҙрәнән күҙәтә башланы. Иршаты туҡтаған, боролоп автобусҡа ҡарап тора. Үҙенән бигерәк ейәнен йәлләүҙән күңеле йомшара барыуын һиҙҙе инәй, күҙ ҡабаҡтары аҫтында тулышҡан тамсы йәште нисек тә кешеләргә күрһәтмәү, тышҡа сығармау ине уйы, тик уныһы тулыша барҙы һәм сөбөрләп ағып төштө.
Автобуста ауыр тынлыҡ урынлашты. Инәй һаман юлды күҙәтте, һәйбәтләп ейәненә ҡарар ине лә, күҙ алдын томан баҫҡандай, бармағы менән йәш тулы күҙен һыпырҙы.
Автобус ҡуҙғалыр алдынан асыҡ ишектән ейәненең яңғырауыҡлы саф тауышын ишетте, әсәһенең ҡулынан ысҡынырға теләп, малай артҡа ынтыла, көсө етмәгәс, әрнеп ҡысҡыра:
– Өләсәй, өләсәй! Миңә черепашка кәрәкмәй. Һин кәрәк. Мин һеҙгә килермен!
Инәйҙең һағышлы йөҙөнә саҡ ҡына нур йүгергәндәй булды, ул, ниҙер әйтергә теләп, ирендәрен ҡыймылдатты, йәшле күҙҙәрендә ҡыуаныс сатҡыһы сағылды. Халыҡ менән тулы автобус алға, ауылға табан елдерҙе.
Гөлсирә Шафиҡова.