«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



15.02.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Театрҙан сыҡҡас, ике таныш тәьҫораттары менән уртаҡлаша:
– Миңә, – ти беренсеһе, – спектакль бер ҙә оҡшаманы. Ни өсөн тигәндә, ултырған урынымдан тамаша ни күренмәне, ни ишетелмәне.
– Нимә тип кенә әйтәйем икән? – тигән икенсеһе. – Миңә бөтәһе лә күренде лә, ишетелде лә...

* * *
Банкыға битлек кейгән бур килеп инә лә:
– Бөтәгеҙ ҙә тиҙ генә ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ һәм ҡыбырламайынса ғына тороғоҙ, – ти. Бер нисә минуттан ул йәлләүес тауыш менән:
– Шунан, бөтәгеҙ ҙә ҡулдарығыҙҙы күтәрҙегеҙме? Юғиһә күҙлекһеҙ бик насар күрәм, – ти.

* * *
– ҡайһы ваҡыт миңә шул тиклем оят булып китә, сөнки йоҡлағанда һөйләшәм, – тип зарлана бер егет таныш ҡыҙына.
– Тапҡанһың оялыр нәмә, – тип тынысландыра уны ҡыҙ. – Был бит бөтөнләй ваҡ мәсьәлә.
– Һинең өсөн ваҡтыр ҙа ул, ә бына эштә бөтәһе лә минән көлә.

* * *
Эсеп ҡайтҡан ир ишектәге ҡыңғырауға баҫа. Ишекте ҡатыны аса. Ир инә, яҡшылап ишекте яба, арты менән борола ла:
– Миңә етенсе ҡатҡа, – ти.

* * *
«ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтә нәмәгә лә әҙер булмаған яуаптары бар».

* * *
Судья хөкөм ителеүсегә:
– Һеҙ иҫерек килеш театрға инергә маташыуығыҙҙы таныйһығыҙмы? – ти.
– Әлбиттә, – тигән ир. – Айыҡ килеш был минең башыма ла инеп сыҡмаҫ ине.

* * *
Бер ир кафеға инеп, өҫтәл артына ултыра ла, официанттан меню килтереүен һорай.
– Бынауы соусығыҙ күпме тора?
– Бер тин дә тормай, – тип яуаплай официант. – Беҙ уны блюдоға һалып бирәбеҙ.
– Ә икмәк?
– Ул да бушҡа...
– ҡалай шәп, – тип ҡыуанған ир. – Улайһа миңә ун киҫәк икмәк һәм бер һауыт соус килтерегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға