«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ояһында ни күрһә...



07.07.2019 Ояһында ни күрһә...

“Һаумыһығыҙ, апай. Мин һабаҡташығыҙ Эльвираның оло ҡыҙы Сәкинә булам”.
“О-о-о, бына бит, интернет булғас, күптән күрмәгән дуҫтарҙың балалары менән дә таныштым. Нисә йәш булды инде һиңә?”
“Май айында 16-ны тултырҙым”.
“Әсәйеңдәр ни хәлдә? Эшләп йөрөймө?”
“Һәйбәт кенә. Әлегә эшләмәй...”
“Бәйләнештә” селтәрендә өҫтәлгән яңы дуҫым менән шулай әңгәмә ҡороп ебәрҙек. Эльвира менән беҙ алты йыл буйы бер парта артында ултырып белем алдыҡ, айырылмаҫ дуҫтар булдыҡ. Йәшлек йылдары ла бергә уҙҙы. Тик икебеҙ ике яҡта тормош ҡороп ебәргәс, араларыбыҙ өҙөлдө. Мин баш ҡалала эшкә урынлаштым, ә әхирәтем Урал аръяғы райондарының береһендә йәшәгән егеткә кейәүгә сыҡты. Тәүге осорҙа аралаша инек ул. Бер мәлдә ауылға ҡайта алмай, телефон номерҙары үҙгәреп, бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө. Бына бит, ҡыҙына ла 16 йәш тулған. Ғүмер тигәнең үтә лә китә икән ул. Бер нисә көн үткәс, Сәкинә мине аптырауға һалды.

“Апай, быйыл 9-сы класты тамамланым. Ауылда ҡалғым килмәй, берәй колледжға уҡырға инергә ине. Шуға һеҙҙең менән кәңәшләшәм. Хәлем үтә лә ауыр: атай-әсәйем ныҡ эсә. Бик теләһәм дә, Өфөлә уҡырға мөмкинлек юҡ, Сибайға барырға ине. Бөгөнгө көндә ниндәй һөнәр менән аяҡҡа баҫырға була?”
Медицина хеҙмәткәрҙәренә һәр ваҡыт ҡытлыҡ булыуын иҫәпкә алып, ҡыҙға ошо йүнәлештә уҡырға барырға тәҡдим иттем. Атайым яҡлап туған тейешле апайым документтар ҡабул иткән саҡта ярҙам да итеп ебәрҙе. Шулай итеп, Сәкинә студент булып китте.

Ә Эльвираның эскегә һалышыуы мине бер аҙ аптырауға һалды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның да бала сағы эскән атай-әсәй менән үтте. Тәүҙәрәк ауыр тормошон аңламай инем, үҫә килә эскән әҙәмдәрҙең балаларының хәленә инә башланым. Бөтә мәктәп балалары уҡыу йылы башында энәнән-ептән сыҡҡан кейемдә килһә, дуҫым бер үҙе былтырғы итәк менән аҡ блузкаһын кейер ине. Хәлен аңлаған күрше-тирәһе, ҡайтҡан ҡала ҡунаҡтары бәләкәсәйгән, кейеп ялҡҡан кейемдәрен уға бирер булды. Ашау менән дә шул уҡ хәл: мәктәп ашханаһы, өйҙәге таҡы-тоҡо ризыҡ. Хәлен аңлағас, беҙгә килгәнендә буш сығармаҫҡа тырыштым. Сәй эскәндән һуң, күстәнәсен дә төрәм. Ҡайһы саҡта үҙе лә икмәк һорап алғыланы.
– Миндә элек ытырғаныу тойғоһо була торғайны. Нужа ҡалас ашата, тигәндәй, йәшәй-йәшәй ул юҡҡа сыҡты, – тине ул, бер саҡ асылып китеп. – Кешенекен ашайым, кейәм. Бер көндө күрше Мәҙинә инәй, оном ҡортлаған, тип малына ашатырға йөрөй ине, һорап, өйгә алып ҡайттым. Иләп алдыҡ та, икмәк бешерҙек. Эй тәмле булды. Сусҡа итен дә ашайым. Мәктәп ашханаһында күптәр бутҡа, аш ашамай, ә минең өсөн донъялағы иң тәмле ризыҡ унда кеүек. Өйҙәге араҡы, көмөшкә еҫенә лә өйрәнә башланым. Бала саҡта иҫерек әсәйем ҡосаҡлап ярата башлаһа, ситкә этә, ҡаса башлай торғайным. Ә хәҙер йәлләйем, илай башлаһа, ҡосаҡлап йыуатам, битен йыуам.

Эльвираның ата-әсәһе йылдан-йыл эскелек һаҙлығына нығыраҡ батты. Дауалауҙар, уҡытыусылар һәм ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре үткәргән һөйләшеүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Ауырлыҡтарҙы күп күргән балалары нисек тә белем алырға, ғаилә ҡорорға, аяҡҡа баҫырға тырышты.

Әхирәтем мәктәпте та­мам­лағас, район үҙә­гендәге һөнәрселек училищеһында уҡыны ла, балалар баҡ­саһына ашнаҡсы булып эшкә урынлашты. Ситтән тороп БДУ-ла белем ала башланы. Сессия ваҡытында танышҡан Рәсим исемле егет менән ғаилә ҡороп, ауылдан сығып китте. Белеүемсә, уҡытыусы булып эш башлағайны, яңы йорт һалып сыҡтылар. Ул киткәс, тамам юлдан яҙған ата-әсәһе эскелек арҡаһында бер-бер артлы вафат булды. Эльвира бер туған һеңлеһенә лә белем алырға, туйын үткәрергә ярҙам итте, тинеләр. 24 йәшкә еткәнсе һыу үткеһеҙ аралашҡан әхирәтемдең араҡы түгел, хатта һыра ла эскәнен күрмәнем. Мәктәпте тамамлауға биш йыл тулыу айҡанлы осрашыуҙа ла ул бер үҙе һут эсеп ултырҙы.
– Бала саҡта эскән ата-әсәйҙән, уларҙың дуҫтарынан шул тиклем бүктем, шешә яғына әйләнеп тә ҡарағым килмәй. Эсмәҫкә, тип үҙ-үҙемә ант иттем. Рәсим менән дә тәү сиратта эсмәгәне өсөн дуҫлаштым бит, – тине ул беҙгә.

Аҙып-туҙып йөрөмәгән, эскән ата-әсә арҡаһында бала саҡтан күп ауырлыҡ күргән, тырышып-тырмашып белемгә ынтылған аҡыллы әхирәтемдең эсеп йөрөүенә, балаларын ҡарамауына, эшен ташлауына аптыраным. Сәкинә ҡыҙының һөйләүе буйынса, хәлдәр ысынлап та хөрт:
– Уларҙы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә була, бер нисә тапҡыр райондың социаль яҡлау бүлегенән килеп, беҙҙе балалар йортона оҙаттылар. Тәүгеләрендә уларҙы, ауылды һағынып, өсөбөҙ өс карауатта илап ятыр инек. Тора-бара мин приютта йәшәү күпкә яҡшыраҡ икәнен аңлай башланым. Ашаталар, эсерәләр, байрамдар матур үтә, уҡырға теләһәң, юғары уҡыу йортона инергә була. Ҡасан ҡайталар, кем менән ҡайталар, тип ҡурҡып ултыраһы түгел. Ҙурайғас, айырым фатир алырға ла була ине. Ә беҙгә әсәй ғүмерҙә лә уҡырға ярҙам итмәйәсәк. Йәшәү урыны тураһында әйтәһе лә түгел: ҡустым тыуғас алған “әсәлек капиталы”н күптән мутлашырға яратыусы әҙәмдәр аша аҡсаға әйләндереп, эсеп бөттөләр. Тик мине, нисек кенә теләһәм дә, приютта ҡалдырманылар. Имеш, ғаилә тәрбиәһе мөһимерәк. Айнығып, матур кейемен кейеп килгән әсәйемә лә нығыраҡ ышандылар, шикелле, ул беҙҙе һәр саҡ 1 – 2 айҙан килеп алыр булды. Ә мин беләм: бер нисә аҙна үтеү менән улар ҡабат эсә башлаясаҡ. Тағы ла ауылдың эскеселәре йыйыла, атайым әсәйемде дуҫтарынан ҡыҙғанып һуғыша. Беҙҙең өсөн иң рәхәте – уларҙың шешәләш дуҫтарына китеп, 2 – 3 көнгә юғалыуы. Исмаһам, өйҙә тыныс булып ҡала.

Мин мәктәпкә уҡырға барғансы атай-әсәйем эсеп йөрөмәне. Икеһе лә мәктәптә эшләне, абруйҙары ҙур ине. Был һаҙлыҡҡа батыуҙары нисек булғандыр, хәтерләмәйем. Барыһы ла яңы йортҡа күскәс башланды. Эшкә иҫерек килгәндәре өсөн икеһе лә эштән ҡыуылды. Һеңлемде лә, ҡустымды ла үҙем ҡарап үҫтерҙем. Ә өй хәҙер бөтөнләй ҡотһоҙ: эсендә йүнле әйбер ҡалманы. Бесән эшләргә аҡсалары ҡалмағас, малды ла бөтөрҙөләр. Йәй көнө еңелерәк: дарыу үләндәре йыйып тапшырһаң, магазиндан ризыҡ алырға була. Еләк һатып та аҡса эшләнек...
Сәкинәне интернет селтәре аша булһа ла йыуатырға, кәйефен күтәрергә тырыштым. Студент булып киткәнсе байрамдарҙа әҙләп аҡса күсерҙем, Сибайға барыусы туғандарым аша бер нисә тапҡыр күстәнәс тә биреп ебәрҙем. Медицина училищеһында эшләүсе апайым уны маҡтап бөтә алманы: “Э-э-эй, тырыш бала инде. Уҡырға, тип сат йәбешеп ята, бер дәрес ҡалдырмай. Тәүҙә, белеме һайыраҡ, тип уҡытыусылар зарлана ине, тырышлығын күреп, һәр береһе үҙ итте. Үҙе килеп аҡыллы, ярҙамсыл. Стипендия аҡсаһы етмәгәс, дарыуханаға иҙән йыуыусы булып эшкә урынлашҡан. Кискеһен өс сәғәттә биш ерҙе таҙартып сығырға өлгөрә!”

Ҡулына диплом алғас, ул дауаханала шәфҡәт туташы булып эш башланы. Ҡустыһын да Сибайға күсереп алып, интернатҡа урынлаштырҙы. Биш йыл буйына күрешергә ниәт итһәк тә, төрлө сәбәп менән осрашып булманы. Шуға күрә Яңы йыл байрамдарынан һуң булған оҙайлы ялдарҙа уларҙың икеһен дә Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙым. Әммә әхирәтемдең ҡыҙы менән осраша алманыҡ: ноябрь айында уның үлеме тураһында ҡот осҡос яңылыҡ ишеттем. Әсәһен һағынып илаған ҡустыһын каникулда ауылға алып ҡайтҡан булған. Бергә эсергә йыйылған ирҙәр тышта эш менән булышып йөрөгән Сәкинәне мунсаға индереп көсләй. Ҡыҙ бала ғәрлегенән шул төндә үк аҫылынып үлгән. Иң үкенеслеһе – Эльвира ҡыҙын ерләгән саҡта ла айнығып етмәгән булған. Ә атаһы теге ирҙәргә барып, суд менән янай-янай, аҡса таптырып йөрөгән. Имеш, ҡай­ғыры­уын, йөрәк яныуын баҫа. Был турала аҙаҡ миңә Сәкинәнең әхирәте һөйләне.

Виртуаль аралашыу­ҙан үтмәһә лә, ҡыҙ балаға мө­нәсәбәтем йылы ине. Уның үлемен ауыр кисерҙем. Диуарындағы фотоһына ҡарап, уға ҡарата аяуһыҙ булған тормош тураһында ла күп уйландым. Ғәҙәттә, кешеләр йәшәргә хаталар менән өйрәнә. Тик ни өсөн эскелек арҡаһында балалыҡ бәхетен күрмәгән Эльвира үҙе лә ата-әсәһенең хатаһын ҡабатланы икән?! Һуңғы тиндәренә араҡы алған саҡта аслы-туҡлы йөрөгән­дәрен иҫләп, балаларына тәмлекәстәр алыу теләге уянмағанмы? Күпме тырышлыҡ, йән һәм ҡул көсө түгеп алған белемен юҡҡа сығарғанда, йөрәге әрнемәнеме икән? Йәп-йәш кенә көйө эскелек арҡаһында аҡылын юйған ирҙәрҙән көсләнеп, үҙ-үҙенә ҡул һалған балаҡайын уйлағанда, шул “йәшел йылан”ға ҡарата ерәнеү барлыҡҡа килмәйме? Ирекһеҙҙән, алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигән мәҡәлде иҫләнем.
Юҡҡа ғына башҡорт халҡы туғанлашыр алдынан ете быуынын, нәҫел-нәсәбен тикшермәгәндер. Спиртта булған микроэлементтарҙың ҡанды боҙоуына был асыҡ миҫал: әсә ҡарынында уҡ хәмер татыған яралғы кеше булып тыуғас та, нисек кенә ҡаршы торорға тырышмаһын, ихтыяр көсө таба алмаған. Моғайын, берәй ҡунаҡта, берәүҙән генә бер ни булмаҫ, тип рюмка күтәрһә, Эльвираны был һаҙлыҡ ысҡындырмаған. Киреһенсә, аңын юғалттырған, иманын юйҙырған. Йә, Раббым, әгәр иҫән ҡалһа, Сәкинәнең яҙмышы нисек булыр ине икән? Һеңлеһе менән ҡустыһын киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?

Яңыраҡ уның ҡәберен барып күрҙем. Сәскәләр ултыртып, рәшәткәһен буяп, доғалар ҡылдым да, ҡайтыр юлға сыҡтым. Ҡасандыр тормош һынауҙарына бирешмәй, тырыша-тырыша алға барған әхирәтемдең бөгөнгө бахыр һәм иманһыҙ көнкүрешен күрергә теләмәнем. Етмәһә, Сәкинә менән булған фажиғәле хәлдән һуң улар ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәйне. Аталы-әсәле килеш етем ҡалған балалар менән танышыр өсөн район үҙәгенә юлландым.





Автор: Г. Вәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға