«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)



02.07.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


* * *
Бер ир күрше фатирға шылтырата.
– Ғәфү итегеҙ, миңә бер кискә скрипкағыҙҙы биреп тора алмайһығыҙмы?
– Уйнарға өйрәнергә теләйһегеҙме?
– Юҡ. Бер туйғансы йоҡларға ине.

* * *
Һыйырҙарҙы һуйырға алып баралар. Берәүһе – икенсеһенә:
– Һеҙ бында тәүге тапҡырмы?
– Юҡ. Бишенсегә инде.

* * *
Оло йәштәге ханым дарыуханаға килеп, провизорҙан һорай:
– Ҡыҙым, баш ауыртыуынан дарыу бир әле. Ана, өҫтә торған аҡ ҡапта, ҡыҙыл һыҙатлы дарыуҙы.
– Инәй, һуң ул бит ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу өсөн дарыу.
– Эйе, мин беләм. Иртән сәй эскәндә ейәнсәремдең сәйенә һалам. Ҡасан был бала алып ҡайта инде, тип борсолоп, йөрәгем дә, башым да ауыртып йөрөмәй.

* * *
Бәләкәй ҡыҙ әсәһенең телефонынан атаһына шылтырата. Унан автомат яуап бирә. Аптыраған бала әсәһенә борола:
– Унда бер апай: «Атайың әлегә һөйләшә алмай», – тисе…

* * *
– Минең ташбаҡамды күрмәнегеҙме?
– Урамда ул. Малайҙар менән. Сәтләүек вата…

* * *
1 сентябрь. Тантаналы линейкала беренсе класҡа уҡырға барыусы ҡыҙҙың әсәһе күҙ йәштәрен һөртөп ала. Ҡыҙы:
– Илама, әсәй. Минең дә бында уҡығым килеп тормай әле…

* * *
Автобуста олатаһы, атаһы, ейәне балыҡҡа китеп бара. Туҡталышта ҡыҫҡа итәктә, сеткалы колготки кейгән сибәр туташ инә. Өсөһөнөң дә ҡарашы унда.
Ейәне:
– Эй, матур апай! – тип уйлай.
Атаһы:
– Бахыр атаһының аҡсаһы ҡыҙын кейендерергә генә китеп торалыр инде.
Олатаһы:
– Эй, хәтер тигәнең. Ауҙы алырға оноттоҡ бит!





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға