«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Кәкүк атай зары



26.06.2019 Кәкүк атай зары

Фәһимә Әҙһәмовна менән бик күптән күрешкәнем юҡ. Әле мәктәптә эшләгә­немдә, ул шунда химия фәненән уҡыта ине. Әллә күпме ғүмер үтеп киткән. Бөгөн уйламағанда йомошом төшөп, мәктәпкә килдем. Мин эшләгән осорҙағы коллегаларым инде бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалған. Үҙгәрмәй ҡыҙҙар, афарин! Әүәлгесә, күптән дәрестәре бөтһә лә, муйындан эшкә сумып, бер һүҙ ҡатырға ла ваҡыт таба алмай, отчеттарына ҡаҙалып, өҫтәл артында ултыралар. Мине күргәс, урындарынан тороп, ҡосаҡлап уҡ алдылар.

– Ә-ә-әй, рәхәт эшкә күсеп алдың да, ҡалай матурланып, күҙҙәрең асылып, йылмайып, бәхетле булып йөрөп ятаһың ул! – тип һоҡланыуҙарын йәшерә алманылар. – Шунда беҙгә лә эш юҡмы?..
– Нимә һөйләгән булаһығыҙ һеҙ, ҡыҙҙар, эш булһа ла, бармайһығыҙ бит инде. Ғүмер буйы ошонда белем биргән, юғары квалификациялы уҡытыусыларҙы трактор менән һөйрәп тә сығарып булмаясаҡ мәктәп тупһаһынан...
– Эйе шул, ҡыҙыҡай, беҙ башҡа урында эшләй ҙә белмәйбеҙҙер ул, өйрәнелгән эш. Хаҡлы ялға ла күп ҡалманы, – тип яратҡан, күнегелгән эштәренә һүҙ тейҙермәй, ихлас көлөшөп алдылар.

Үҙ эшемде ослап, баҫҡыстан ҡайтыр яҡҡа төшөп барһам, ҡаршыма Фәһимә Әҙһә­мовна тап булды. Хәл-әхүәлде һорашҡас, ҡулымдан тотоп үҙ кабинеты яғына ың­ғайлатты.
– Һеҙҙе бик йыш иҫкә алабыҙ, Фәриҙә Булатовна. Ҡыҙым да... – тине ул моңһоу ғына.
Лераның класс етәксеһе булғайным. Тулы, өлгөлө, тырыш, бик матур, татыу ғаилә. Фәһимә Әҙһәмовнаның әсәһе Мәхмүзә инәй ҙә балалары менән бергә йәшәй ине. Юҡ-юҡта юл төшөп, инеп сығырға тура килгәндә, ҡоймаҡлап сәй эсермәй сығарманы. Һәр ваҡыт сәйе ҡайнар, йөҙө асыҡ булды.
– Хәлегеҙ нисек, Фәһимә Әҙһәмовна, күптән, бик күптән күрешкәнебеҙ юҡ? Лераның игеҙәктәренең фотоһын интернетта ғына күреп ҡалғайным, бик матур сабыйҙар. Маладис булды ул, уҡыуын да, ғаилә тормошон да ваҡытында, йәнәш алып барырға көсө етә. Иренән уңғандыр, рәхмәт яуғыры! Әл дә «Бәйләнештә» селтәре бар, ҡайһы бер яңылыҡтарҙы шунда инеп кенә белеп ҡалам...
– Сәләмәтлек ҡарттарса. Көн торошон инде һыҙланыуҙарым аша билдәләй алам. Ә әсәйем әхирәткә күсте, китеүенә лә байтаҡ ғүмер үтте. Ә Лерамдың бәхете булманы. Бөтә шатлығы – ана шул игеҙәктәре. Шуларға әүрәп, ғүмеренең үткәнен дә һиҙмәй шикелле инде ул...
– Ҡурҡытмағыҙ әле, нимә булды? – уның һәр ваҡыттағыса яйлап ҡына, көйләп һөйләүенә сабырлығым етмәне...
– Кейәүем менән бик матур итеп дуҫлашып йөрөп, яратышып өйләнештеләр. Һуңынан да үҙҙәренә ҡарап, һоҡланмаған кеше юҡ ине. Лера ауырға ҡалып, игеҙәк бәпәйҙәре буласағын белгәс тә, кейәү Лерамды өрмәгән ергә ултыртманы... Бәпәй­ҙәрҙе дауахананан алып ҡайтҡас башланды. Бәләкәстәр йә эстәре, йә теге, йә был ерҙәре ауыртып илай. Береһен тыныс­ландырһаң, икенсеһе башлай. Шулай итеп, беҙҙең кейәү берҙән-бер көндө: «Йә мин, йә балалаларың, һайла! – тип ҡыҙыма ультиматум ҡуйҙы. – Был бер ваҡытта ла тынмаҫ шау-шыу мине туйҙырҙы. Мин һеҙҙән арыным, минең йоҡом туймай, ашай алмайым, кәйеф юҡ, эштә ауыр, шулар арҡаһында инде өйгә лә ҡайтҡым килмәй», – тине...
– Бә-ә-әй, нисек, улай буламы ни ул?
– Була икән, була, Фәриҙәкәйем. Үҙем дә аңламайым... Сабый иламай тора тиме ни?.. Берәү генә лә түгел, икәүҙәр бит. Бала­ҡайымды йәлләйем. Һәр ваҡыт ҡалын ғына кәүҙәле Лерам кибеп бөттө.
– Бәлки мөнәсәбәттәре яйланып китер, шул тиклем борсолмағыҙ, әле йәштәр бит...
– Ике бала эшләргә йәшлек ҡама­сау­ламаған, ә уларҙы ҡарағыһы килмәй кейәү кешенең. Лера, һине яратам, һинән айырыла алмайым, тик балаларһыҙ, ти.
– Ул балаларҙы ҡайҙа ҡуйырға уйлай һуң?
– Балалар йортона ваҡытлыса урынлаштырып торайыҡ та, бер аҙ үҫкәс, яңынан барып алырбыҙ, ти аҡыллы баш: «Миңә һәр көн уларҙың «концерт»ын түҙеп тыңла­ғансы, алимент түләү мең тапҡыр еңелерәк...» Был һүҙҙәренән һуң Лера ирен өйөнән ҡыуып сығарып, айырылышыуға ғариза яҙҙы. Йылы, таҙа өйҙән, ашлы өҫтәл эргәһенән бер ҙә сығып киткеһе килмәй тегенең... Хәҙер, ярай, һинеңсә булһын, тик мине ҡыума, һинһеҙ йәшәй алмайым, яратам, тип аяғында ята. Вәт шундай Лераның хәлдәре, Фәриҙә Булатовна...

– Хәлдәрегеҙ шәптән түгел икән шул, Фәһимә Әҙһәмовна. Лера ҡыуып сығарып дөрөҫ эшләгән, тик әлегә айырылышырға ашығырға ярамай. Ир-аттарҙа атайлыҡ хисе һуң уяна шул. Эшләй, эсмәй, аҡсаһын ҡайтара... Хәсрәт атайҙың саҡ ҡына «үҫкәнен» көтөргә кәрәктер...
– Балаларын үҫтер, аталарын үҫтер... Эй, балаҡайымды, ауырып ҡына китмәһә ярар ине. Мин дә әллә ни ярҙам итә алмайым, тиһәм дә, өйөмә йоҡларға ғына ҡайтам.
– Лера йәш, бирешмәҫ ул, һеҙ үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы ҡарағыҙ инде... Донъя шулай, бер алдын, бер артын күрһәтә, ти торғайны әсәйем. Аҙаҡ еңеләйер ҙә ул, тик мәлендә ауыр шул.
– Белмәйем, бер ваҡытта ла үтмәҫ кеүек был ҡара һыҙат...
– Аҙаҡ үҙегеҙгә рәхмәтен әйтеп бөтөрә алмаҫ әле.
– Ҡасан була ул «аҙаҡ» тигәнең?.. Эйе, бирһен Хоҙай... Хәйер, миңә уларҙың рәхмәте лә кәрәкмәй. Матур итеп, татыу ғына йәшәһендәр ине.
– Бирер Хоҙай, бирер. Сабырлыҡ һеҙгә, һаулыҡ, ул тиклем бөтөрөлмәгеҙ, йәме! – тип хушлаштым да, ҡайтыр юлыма сыҡтым.

Үҙ балаһынан арыған ирҙәр тураһында һуңғы ваҡытта, күп булмаһа ла, ярайһы йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, нимә булды беҙҙең көслө затҡа? Ҡала транспортында йәш ҡыҙҙарға түгел, оло инәйҙәргә лә урын бирә белмәгән ир-егеттәребеҙҙән нимә көтөргә?





Автор: М. Ғәйфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға