«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (31.05.2019)



05.06.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (31.05.2019)


* * *
Төлкө, бүре, айыу осрашҡан.
Төлкө:
– Тауыҡ кетәгенә эшкә урынлаштым. Бер аҙна ғына эшләнем. Шунан түҙмәнем, барыбер бер тауыҡты ашап ҡуйҙым. Эштән ҡыуҙылар.
Бүре:
– Мин һарыҡ ҡарауылларға урынлаштым. Хатта улар менән бер һауыттан ашарға өйрәндем. Бутҡа ашау ялҡытты. Бер һарыҡты тотоп ашағайным, насар тәртибем өсөн эштән ҡыуҙылар.
Айыу:
– Мин төҙөлөштә эшләйем.
Бүре менән төлкө:
– Унда нисек һуң?
Айыу:
– Унда гастарбайтерҙар. Уларҙы бер кем дә һанамай.

* * *
Бабай алтын балыҡ тотҡан.
Алтын балыҡ:
– Әбейең иҫәнме әле?
– Эйе.
– Улай булғас, ҡурып аша ла ҡуй мине.
* * *
Улдары – атаһы менән әсәһенә:
– Мин һеҙҙең менән ялҡтым! Мин ирек, ҡыҙҙар, романтика теләйем. Мин китәм һәм мине туҡтатмағыҙ!
Ишектә уны атаһы ҡыуып етә.
– Атай, туҡтатма мине!
– Улым, мин дә һинең менән!





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға