«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (24.05.2019)



27.05.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (24.05.2019)


* * ** * *
Уҡытыусы коллегаһына зарлана:
– Эй, миңә аңра балалар эләкте инде. Теореманы аң­латам – аңламайҙар. Икенсе тапҡыр аңлаттым. Барыбер аңламайҙар. Өсөнсө мәртәбә аң­латҡанда үҙем дә аңланым, барыбер аң­ламайҙар.

* * *
– Үҫешкән предприятие менән банкрот сигенә еткән ойошма нимәһе менән айырыла?
– Бухгалтерҙарҙың фан­тазияһы менән инде!

* * *
Ҡатыны – иренә:
– Ҡәҙерлем, һин «Нисек итеп 100 йәшкә тиклем йәшәргә?» тигән китап алып ҡайтҡайның. Шуны һис тә таба алмайым.
– Әсәйең уҡый башлағас, мин уны сығарып ташланым.

* * *
Ире – ҡатынына:
– Татлы емешем, һинән бер нәмә һорайым әле.
– Һора һуң, ҡәҙерлем.
– Һин мин үлгәндән һуң бүтән бер кемде лә яратмаҫҡа ант итә алаһыңмы?
– Әгәр үлмәһәң?

* * *
Суд бара.
– Ҡатын-ҡыҙ булып ке­йенгән кешенең енәйәтсе икәнен ҡайҙан белдегеҙ?
– Ул бер витрина янында ла туҡтаманы.
* * *
Төндә ир кеше ниндәйҙер тауыштан уянып китә. Күҙен асһа, берәү шкаф тартмаларын аҡтарып маташа.
– Эй, һин нимә эҙләйһең унда?
– Аҡса!
Ир боролоп ята:
– Тапһаң – уят.

* * *
Рушан мәктәптән ҡайт­ҡас, атаһы:
– Улым, һине бөгөн таҡта янына саҡырҙылармы?
– Эйе.
– Йә, шунан?
– Иртәгә һине са­ҡыралар.

* * *
– Аҙағы күңелһеҙ та­мамланған бер китап уҡыным.
– Ниндәй китап һуң ул?
– Минең һаҡлыҡ ке­нәгәм.





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға