«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)



16.05.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (10.05.2019)


* * *

Силсәүиттә бер ҡатын балаһын теркәй икән. Рәйес:
– Атаһы кем?
– Шайтанды ауылынан Вәли.
– Һы! Кисә күрше ауылдан тағы бер ҡатын балаһын теркәне. Атаһы – Вәли. Өсөнсө көн икенсе бер ауылдан килделәр. Уныһының да атаһы – Вәли. Бөтәһенә лә Шайтандынан бер Вәли нисек өлгөрә икән?
– Һуң, уның сәпите бар бит…

* * *
Прапорщик – взводты теҙеп ҡуйғандан һуң:
– Ҡайһығыҙҙың кеҫәһендә бысаҡ бар, бер аҙым алға!
Бер һалдат сығып баҫа.
– Афарин, һиңә бының өсөн ун көн ял!
Шул уҡ көндө һалдат тыуған яҡтарына ҡайтып китә.
Өс көндән прапорщик тағы взводҡа мөрәжәғәт итә:
– Кемдең кеҫәһендә бысаҡ бар, бер аҙым алға!
Бөтә взвод бер аҙым алға атлай.
– Афарин, хәҙер барығыҙ ҙа картуф әрсергә бараһығыҙ.

* * *
– Ни хәл, күрше! Кисә һеҙҙә ниндәй байрам ине?
– Ҡатын утыҙ йәше ту­лыу­ҙың ун йыллығын билдәләп үтте.

* * *
Ергә ҡолап төшкән са­мо­леттың «ҡара йәшниген» уҡығандан һуң осоусыларҙың иң һуңғы һүҙҙәре асыҡланды: «Ғәйнетдин, ҡара әле, мин әле бына былай ҙа булдыра алам!»





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға