«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (3.05.2019)



07.05.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (3.05.2019)


* * *
Улы – әсәһенә:
– Бөгөн атайҙан ике тапҡыр туҡмалдым.
– Нимә өсөн?
– Тәүҙә «икеле» билдәләре теҙелгән көндәлекте күрһәткәнем өсөн. Аҙаҡтан тағы эләкте. Тотоп ултырған көндәлеге уның үҙенеке икәнен белеп ҡалғас.

* * *
Биш йәшлек ҡыҙ өләсәһенә ҡунаҡҡа килә.
– Әсәй, был нимә ул? – тип һорай, сфинкс тоҡомло йөнһөҙ бесәйгә күрһәтеп.
– Бесәй бит, ҡыҙым.
– Ә ни эшләп уның эсен тышҡа әйләндергәндәр?

* * *
Бер ҡарт улына кәңәш бирә:
– Улым, ҡатын-ҡыҙҙар менән һаҡ бул! Йүләрлегем арҡаһында бер ҡыҙҙы сисендергәйнем. Бына хәҙер 50 йыл шуны кейендереп интегәм…

* * *
Пациентты иҫәрҙәр йортонан сығарғандар. Комиссияла һорай­ҙар икән:
– Ҡайҙа балыҡ бар?
– Күлдә.
– Ә унитазда балыҡ бармы?
– Юҡ.
– Яҡшы. Беҙ һеҙҙе сығарабыҙ.
Уның янына дуҫы килә лә:
– Һин ни эшләп, унитазда балыҡ юҡ, тип әйттең? Беҙ һинең менән гел унда балыҡ ҡармаҡланыҡ бит, – тип үпкәләй икән.
– Балыҡлы урынды әйтергә мин иҫәрме ни?

* * *
– Ҡатынымды осраған һайын кейем алыу ғәҙәтенән биҙҙерҙем әле.
– Нисек итеп? Өйрәт әле мине лә…
– Алған һәр кейемен ҡотлап, араҡы менән йыуа торғайным.

* * *
Ҡатыны – иренә:
– Мин беләм: һинең аҡсаң бар. Йәшергән урыныңдан алып бир әле.
– Ҡағыла күрмә, ул минеке түгел, Ғәлиҙеке!





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға