«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ЙӘШЛЕКТӘГЕ ҺӨЙӨҮ ДОҒАҺЫ



27.04.2019 ЙӘШЛЕКТӘГЕ ҺӨЙӨҮ ДОҒАҺЫ

Үткәндәрҙе иҫләр өсөн ҡай саҡ
Бары бер көй, бер йыр ҙа етә...


Тәбиғәткә күптән көҙ һулышы ҡунған. Түбәнәйә төшкән күк ҡабағын иңләп, ҡайһы аралалыр осар ҡанаттарын ны­ғытҡан торналарҙың, ҡыр ҡаҙҙарының тыуған яҡтары менән хушлашып, сараһыҙҙан йылы яҡтарға китеп барышы. "Тор-ройоҡ-тор-ройоҡ", "ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ" тигән моңһоу тауыштары ғына ҡолаҡҡа салынып ҡала. Йәшәйештең ҡанундары шулай инде: ҡайтыуҙарҙың – китеүҙәре, китеүҙәрҙең ҡайтыуҙары бар, кем әйтмешләй, ҡайтыр юлдар ябыл­маһын да, барып инер ишектәр бикләнмәһен. Тик үткәндәргә юлдар өҙөлгән, кире ҡайтыу юлдары ябыҡ. Ғүмер тигәнең айҙар-йылдарҙы бер-береһенә ялғай-ялғай, оло бер йомғаҡҡа әүерелгән. Ҡабатланмаҫ, ҡабат ян­маҫлыҡ булып, тормош усағында көйрәп ҡалған йылдар-күмерҙәр араһында көлгә әйләнгәндәре лә, сала-сарпы ғына быҙлаған ҡуҙ-йылдар ҙа, күңелгә йы­лылыҡ, яҡтылыҡ биреп тороусы, саҡ ҡына өрһәң дә, ҡабынырҙай осҡон-йылдар ҙа шул бер йомғаҡҡа уралған. Ғүмер йомғағындағы хәтер ептәрен һүтә башлаһаң, сейәлгән-сеймәлгән урындары ла юҡ түгел. Үткәндәр менән йәшәмәһәң дә, хәтерләтер сәбәптәр сығып ҡуя шулай ҙа.
Әлфинур ҙа бөгөн, төшкө сәй мәлендә, ғәҙәттәгесә, радиоһын асҡайны, "Самауыр янында" тапшырыуында "Гармун тауышы" тип исемләнгән темаға йәнле әңгәмә бара. Эй, береһенән-береһе уҙҙырып, үҙ гармунсыларын маҡтайҙар, гармунлы йәшлектәрен иҫкә төшөрәләр, танһыҡ ҡына булып ҡалған гармун тауышын тыңлап кинәнәләр. "И-их, урамдарҙан гармун уйнап үтеүҙәре..." – тип уфтанғандары ҡайҙа... Бына береһе өҙҙөрөп уйнап та ебәрҙе. Көйҙөң дә ниндәйен бит әле! "Кил, кил, кил, иркәм, кил инде..." Үҙәк өҙгөс был көй Әлфинур өсөн ябайҙан түгел, ә ғүмере буйына оҙата килгән тылсымлы бер доға һымаҡ. Йәшлек йылдарында тороп ҡалған тәүге мөхәббәтенең яратып уйнаған көйө.
Радионан ағылған көй уның күңел ҡылдарын өтөп алды, ғүмер буйы һыҙылып килгән йөрәк һағышын ҡуҙғатты: "Кил, иркәм, кил инде..." Әйтерһең,тәүге мөхәббәтенең саҡырыу ауазы булып, яҙмыш елдәренә бәрелә-һуғыла, аҙашып йөрөй һымаҡ. Күңелендә һаман да әкрен генә быҫҡып янған, һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә торған хистәре яңынан ҡабынып, тәүге мөхәббәтен күҙ алдына килтерҙе ҡатын. Кино кадрҙары һымаҡ бер-бер артлы йылғыр йылдар теҙелеп үтте. Әлфинур, яһаған сәйен дә эсергә онотоп, радионан яңғыраған көй ыңғайына, татлы-һағышлы хәтирәләргә сумды. "Кил, кил, кил..." Тик уның уйнауы башҡасараҡ, үҙенсәрәк. Йырҙың ҡушымтаһында "ки-и-ил, ки-и-ил..." тип гармун күректәре өҙөлә яҙғансы һуҙып ебәрә ине. Нәҡ шулай, моңланып, хистәргә бирелеп, беренсе тапҡыр ҡасан, ҡайҙа уйнағанын әле лә хәтерләй.
Яңы йыл кисәһендә. Эйе, мәктәптә Яңы йыл бал-маскарады бара. Төрлө битлек кейгән уҡыусылар, уҡытыусылар күкле-зәңгәрле уттары менән балҡып ултырған шыршы тирәләй вальс әйләнә. Сығарылыш класы уҡыусыларына ҡәтғи битлек әҙерләргә ҡушылғайны, йәнәһе, мәктәптә һуңғы йылығыҙ. "Әтәс" булып кейенгән Әлфинур ҙа байрам уртаһында. Гармунда уҡытыусы Сынтимер ағай уйнай. Ҡапыл әлеге көйгә күсте, тик йырҙың ҡушымтаһына етһә, көйҙө һуҙыпмы-һуҙа. Ҡушылып йырлап йөрөү­селәр ҙә ризаһыҙ­лыҡтарын белдергәйне, шикелле.
Кисә барышында ул замандарҙа киң таралған "Почта" уйыны ла уйнатылды. Маска кейеү-кеймәүенә ҡарамай, бөтәһенә лә, хатта уҡытыусы-тәрбиә­селәргә лә түштәренә беркетеп ҡуйырға номерҙар таратып бирҙеләр. Бер класс-кабинетты "Почта бүлексәһе" итеп йыһазланылар, өҫтәлдәргә открыткалар, дәфтәр-ҡағыҙҙар, ручкалар һалдылар. "Хат ташыусы" булып кейенгән ике уҡыусы, сумкаларын аҫып, ҡотлау-хаттарҙы номерҙар буйынса таратып йөрөнө. Әлфинурҙың да ҡулына өсмөйөшлө хат тоттороп киттеләр: "№7 Әтәскә".

Йәһәт кенә асып уҡыны ҡыҙ: "Яңы йыл менән! Мин һине йөрөп килергә саҡырам! С/м № 53". Яҙыуын танытмау ниәтенәнме, баҫма хәрефтәр менән яҙылғанға күрә, береһе шаярталыр, тип уйланы. Шулай ҙа кисә барышында, һиҙҙермәй генә күҙ ҡараштары менән 53-сөнө байҡап йөрөнө – кем икән? Кисәне алып барыусы тағы ла Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергәләп вальс әйләнергә саҡырҙы. Әлфинур ҙа "Ҡар бөртөгө" булып кейенгән дуҫы Миңниса менән бейергә төштө. Вальс әйләнә-әйләнә, алғы рәткә килеп сыҡҡайнылар, гармун кинәт туҡтаны ла ҡуйҙы. Әлфинур, үҙе лә һиҙмәҫтән, гармунсы яғына боролдо һәм Сынтимер Шәрифулла улының костюм яғаһына беркетелгән 53 һанын күреп ҡалды. Ә үҙе ҡулдарын гармун өҫтөнә һалған да мөхәббәт тулы ҡараштары менән ҡыҙға төбәлгән. Уңайһыҙланып, ҡаушап ҡалған Әлфинур йәһәт кенә шыршы артына ҡарай атланы. "Ярамай! Ул бит уҡытыусы!" – тигән уй йәнә мейеһен телеп үтте. Ана күпме күҙ күҙәтә.
Йәмле йәй баштарында ғына армиянан ҡайтып, яңы уҡыу йылы башында мәктәптә уҡытыусы-тәрбиәсе булып эш башлаған, тәүге көндән үк ятаҡтағы күп ҡыҙҙың һушын алған был ағай Әлфинурға ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Тик йәш айырмаһы әллә ни ҙур булмаһа ла, берегеҙ – уҡытыусы, икенсегеҙ – уҡыусы тип, һәр яҡлап тыйыу-иҫкәртеүҙәр ҡабатланып торғанға, Әлфинурҙың күңеленән ҡурҡыу тойғоһо китмәне. Бигерәк тә әсәйҙән шөрләү көслөрәк булғандыр. Уның бер һүҙе лә етә ине: "Ишетеп ҡалһам!" Ҡыҫҡаһы, ололарҙан бәхиллек булманы. "Ярамай!" – тип үҙенә үҙе ҡаршы тороп ҡарай ҙа бит...

...Лотерея билеттары уйнатыу башланғас, ҡыҙҙың ҡулына тағы хат тоттороп киттеләр: "Әлфинур, баянан бирле, ки-и-ил, ки-и-ил, тип саҡырам, гармун телдәрен аңламайһың, ахыры. Ҡурҡма, әйҙә, маскаң менән сыҡ та кит! Был мин – С. Ағайың – №53". Башта ни уйларға ла белмәне Әлфинур. Ә һуңынан теге ҡош телендәй ҡағыҙ киҫәгенең усынан ҡайҙа төшөп ҡалғанын да абайламаны.

Теге көйҙө Сынтимер ағалары уңайы тура килгән һайын уйнар булды: мәктәптә үткәрелгән кисәләрҙә бул­һынмы, киске ял сәғәттәрендәме. Дуҫ ҡыҙҙар ҙа белеп бөттө, ишетеп ҡалһалар, хәбәр еткерә һалалар, йәнәһе, һине саҡыра. Улар ғынамы?! Һуңғы ҡыңғырау байрамынан һуң мәктәп директоры Азамат Саматович кабинетына саҡыртып алды. "Нимәгә? Ни өсөн?" Төрлө борсоу­лы уй солғанышында ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына барып ингәйне ул саҡта. Директор янында көлә-көлә хәбәр һөйләп, Сынтимер Шәрифуллович ултыра. Әлфи­нурҙың килеп инеүен көтмәгән, ахыры, йөҙөндә аптыраулы ҡараш пәйҙә булды. Азамат Саматович ултырғыс тәҡдим итте лә алда торған имтихандарға әҙерлек, ҡайҙа уҡырға барасағы тураһында тәфсирләп һорашты, кәңәштәр бирҙе. Һуңынан, эргәһенә килеп, атайҙарса, арҡаһынан һөйөп алды: "Мәктәп ғо­рурлығы булған уҡыусыларҙың мәк­тәптән сығып китеүе икеләтә яманһыу була ул. Уңыштар һиңә, Моратова! Сынтимер Шәрифуллович, Әлфинур, мин һеҙҙе быларҙы әйтер өсөн саҡырманым. Сынтимер ҡустым, теге юлы һине, миңә килеп еткән һәр төрлө имеш-мимеште тыңлап, ҡаты ғына шелтәләгәйнем. Ҡаты бәрелеүем уҡыусыны ҡурсалауҙан ғына ине. Эйе, эйе, мөхәббәтте тыйыуҙан түгел, ә яуаплылыҡ тойоуҙан. Уңайһыҙ булһа ла әйтәйем, әле байрам барышында һиҙҙермәйсә һеҙ икәүҙе күҙәттем, ғәфү итегеҙ. Мөхәббәт йәште лә, ваҡытты ла һорап килмәй шул. Теге көйөңдө – "һөйөү телеңде" хәҙер мин дә аңлайым. Мөхәббәтегеҙгә кәртә булып торған булһам, кисерегеҙ мине! Йәшлек беҙҙән дә үтте. Үҙем Мәғәзирә еңгәгеҙҙе мәктәпте тамамлауын да көтөп тормай алып киттем әле", – тип көлөп ебәрҙе лә, үҙенең мөхәббәте, өйләнеү мажаралары тураһында һөйләп ташланы. Талапсан, ҡырыҫ күренгән директор ағайҙары бөтөнләй яп-ябай кеше икән дә баһа! Етмәһә, ҡайһылай матур итеп әйтте – "һөйөү теле!"

Һөйөү теле! Ә бер осрашыуҙа Сынтимер ул көйҙө "һөйөү доғаһы"на әйләндереп ебәрҙе. "Әлфинурым – күҙ нурым! Яндарыңа килә алмаһам, ҡулымда гармуным булһа, мин һине ошо көй аша саҡырасаҡмын. Әйҙә, беҙҙең "һөйөү доғаһы" булһын! Ишетеп ҡалһаң, килерһең!" – тип уйынлы-ысынлы әйткәйне.

Әллә яҙмыш, әллә яңылыш булды, әллә баяғыса, ризалыҡ булманымы: тормош юлдары аймылышты. Ташҡын һыуҙар кеүек елеп, тиҫтә-тиҫтә йылдар уҙҙы, күпме йыр йырланып иҫкерҙе. Ә бына был көй – "һөйөү доғаһы" онотолманы, сихри йылылыҡ биреп тороусы йәшлек моңо булып, күңеленә һеңеп ҡалды. Артыҡ тамсынан күнәктәге һыу ҙа түгелә. Ә күңел... Һағыныуҙан күңелдәре мөлдөрәмә тулған мәлдәрҙә эстән генә үҙе көйләп йөрөр булып китте Әлфинур. Ә шулай ҙа донъя – түңәрәк. Көйҙө ишетергә тура килмәһә лә, ғүмер дауамында уйламағанда осрашырға тура килгеләне. Үҙәктәргә үтерлек күре­шеүҙәрҙән һуң, йөрәк яралары яңынан ҡуҙғалып, һуңынан мәңге һүнмәй торған утлы күмер йотҡандай йөрөгән саҡтары ла булды Әлфинурҙың. "Теге көйҙө әле лә уйнайым. Уны хәҙер минең визитка тиһәң дә була. Һин, бәлки, онот­ҡанһыңдыр ҙа?" – тигәйне Сынтимер. Онота буламы һуң? Ки-и-и-ил, кил инде... "Ишетһәм, таныр инемме икән?" – тип уйлап та йөрөгәйне.

Таныны бит, таныны йәне, күңеле танһыҡлаған был көйҙө. Әлфинур йәнә тормош усағында һүнер-һүнмәҫ көй­рәгән ҡуҙ-күмерҙәрҙе терелтергә, күңел төбөндә йәшеренеп ятҡан хәтирәләрен аҡтарырға тотондо. Йәйге отпускыһы мәлендә алыҫтан ҡайтҡан туғаны хөр­мәтенә күрше районда йәшәүсе апаһы ҡунаҡҡа саҡырғайны. Әлфинур, ғәҙәттә булмағанса, ниндәй­ҙер мөғжизә көткәндәй, саҡырылған ергә ашҡынып барҙы. Ифрат күңелле мәжлес булғайны. Гармунға ҡушылып йырлашып-бейешеп тә алдылар, әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп көлдөләр, әлбиттә, күҙҙәр ҙә сыланмай ҡалманы. Күптәре саф һауаға сығып әйләнгәстәр, Әлфинур менән еңгәһе яурындарына яулыҡ ҡына һалды ла шау-гөр килеп торған табынды ҡалдырып, туп­һаға сығып ултырҙылар. Август айында ғына була торған аяҙ, айлы сихри төн. Тирә-яҡта һиллек, ара-тирә эт өргән тауыштар ишетелеп ҡала. Ауыл татлы йоҡоға талған. Тик апайҙарынан бер-ике өй аша ғына берәүҙәрҙең ихатаһында яҡтылыҡ күренә. Шул саҡ төнгө тынлыҡты боҙоп, кемдер гармун уйнап ебәрҙе. Берсә көсәйеп, берсә тын ғына ағылған моңдар күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағыла ла үҙ тулҡынында тирбәлтә. Әйтерһең, уйнаусы үҙенең күңел кисерештәрен ҡыңғыраулы гармун телдәренә һалып һөйләй ҙә һөйләй.
­

Ҡапыл "кии-ил, кии-ил" тигән һымаҡ, һуҙып уйнап ебәрмәһенме? Һағая төштө Әлфинур. "Ул уйнай..." Иңрәү ҡатыш шыбырҙап ҡына әйтелгән һымаҡ булһа ла, еңгәһе лә ишетте: "Кем ул?" Яуап биреүҙе кәрәк тапманы. "Улмы, түгелме? Мин хәҙер, ултырып тор!" – Көйҙө юғалтып ҡуймайым тигәндәй, Әлфинур апайҙарының бәрәңге баҡсаһы аша үтеп, кесерткән-дегәнәктәргә эләгә-йығыла, гармун тауышы килгән яҡҡа атланы. Өркә-ҡурҡа барып етеп, рәшәткәгә тотонғайны ғына гармун тынып ҡалды. Баҡсаһындағы ағас-ҡыуаҡтар араһынан өй тупһаһында ике ир ултырғаны күренә. Береһе, тәмәке тотҡан ҡулын болғай-болғай, ниҙер һөйләй. Ә икенсеһе (үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо Әлфинур), гармун ҡосаҡлап ултырғаны Сынтимер ине.

– Сынтимеееер, ҡәҙерлеееем, онотмағанһың "һөйөү доғаһы"н! Бына килдем...– Әлфинур, йән атҡан кешеһен тыны менән тартып алырҙай булып, һығылып төштө, сикәләре буйлап ҡайнар күҙ йәштәре аҡты ла аҡты...Күпме ултырғандыр, гармун яңынан телгә килде: "Кии- иил, кил, иркәм, кил инде..." Шул саҡ солан ишеге асылып китте:
– Һаман шул бер "пластинка"ңды әйләндерәһеңме, алкаш! Әйҙә, ҡайттыҡ!– тигән сәрелдәк тауыш һиҫкәндерҙе Әлфинурҙы.

Ауыр ҡуҙғалып, ҡайтыр юлына төштө ул. Осрашып-һөйләшеү мөмкин түгеллеген аңлаһа ла (күптән йөрәккә аҡылды баш итеп йәшәлә бит), килгән юлынан кирегә атлағанда ай нурҙарына түгел, һөйөү нурҙарына ҡойонғандай, әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныс хистәре кисерҙе. "Нисәмә-нисә йылдар үтһә лә, йөҙҙәр түгел, меңдәр араһынан да айыра алыр, таныр инем һинең уйнауыңды. Рәхмәт, Сынтимер, бар булғаның, был доньяла йәшәгәнең, "һөйөүебеҙ доғаһын" онотмағаның өсөн. Тормош тигән оло үҙәндең һикәлтәле һуҡмаҡтары буйлап атлағанда, яҙмыш тулҡындары ярҙан-ярға ҡаҡҡанда ла , әсе ел -дауылдар алдында юғалып ҡалмаҫҡа – миңә шул да етә. "Һөйөүем доғаһы" мине яҙмыштарҙан көслөрәк итә."

Төш кенә булдымы был, тип һуңынан да бер килке уйланып йөрөгәйне. Юҡ, төш түгел, үҙ күҙҙәре менән күрҙе, үҙ ҡолаҡтары менән ишетте уйнағанын. "Онотмаған! Һаман өҙөлөп саҡырамы, әллә үҙе әйтмешләй, "доға" урынына ҡабатлай ғынамы? Эй, үҙем дә, дыуамалмын да инде. Уның хәҙер үҙ көйө, минең үҙ йырым, өлөшөм дә, көмөшөм дә түгел," – тип күңелен йыуатҡайны. Ҡарасәле, барып та – етә алмай, ҡарап тороп та – күрешмәсе әле? Ҡылт итеп, мәктәптең оло юбилейын үткәргәндәге хәтирәләр иҫенә төштө.

...Туған мәктәптәренең алды осра­шыуға килеүселәр менән шау-гөр килә. Илаһи минуттар, күрешеү-ҡосаҡ­лашыуҙар... Әлфинур һаман ҡараштары менән йәнгә яҡын кешеһе – Сынтимерҙе эҙләне. Килерме? Байрам башланды. Класташтарының һорауы буйынса телмәрҙе Әлфинур тотто.

– Һаумы, туған мәктәбем, һаумы, интернатым-пар ҡанатым! Хәйерле көн, беҙгә белем һәм тәрбиә биргән хөрмәтле уҡытыусыларым, тәрбиә­селәрем! – тип башлап киткәйне. Сығышының һуңында: "Мәктәбебеҙ – белем усағыбыҙ ғына түгел, алыҫта, зәңгәр томандар артында ҡалған йәшлек утрауыбыҙ ҙа, күптәребеҙҙең йөрәгендә мөхәббәт ялҡыны ҡабыҙып ебәргән һөйөү усағы ла ул", – тине лә мәктәп, йәшлек йылдарының ауазы булһын тип, әлеге йырҙы бүләк итте.
"Аҡ сәскә ата балан,
Күмелгәс гөлгә ялан..."

Әллә микрофондарының тауышы үтә сағыу булды, әллә ныҡ тулҡынланыуҙан үҙенә шулай тойолдомо – йыры, алыҫтарға таралып, йылға арьяғындағы Буранташ ҡаяларына ҡағылып,ҡайтауаздай, кире әйләнеп килгәндәй булды. Килде Сынтимер. Һәр береһе менән, кетерләтә көлөп, ҡул бирешеп күреште, берәүҙәрендә оҙағыраҡ та туҡталды, буғай. Әлфинурҙың яурындарынан һөйөп, күкрәгенә ҡыҫа биреп: " Өлгөрҙөм йырыңа. Һағындым", – тип кенә шыбырҙаны. Бары шул. Байрам һуңынан, төркөм-төркөм булып таралышырға тура килгәнлектән, күрешеп һөйләшергә насип булманы. Һағышланып ҡайтып китергә тура килде. Ай күрҙе, ҡояш алды, тигән һымаҡ булды был юлы ла. Риүәйәттәге Саҡ менән Суҡ түгелдәр ҙә, юғиһә...

Сынтимерҙең, уҡыуҙан ялға ҡайтып килгәнендә, вокзалда бер татар ҡатынының кәрт менән күрәҙәлек ҡылыуын мәҙәккә бороп, татарсалап һөйләгәне иҫенә төштө: "Син, алла бәндәсе, мәхәббәт, тип ашкынып кайтып барасын. Сезнең бергәлеккә бәхиллек юк, булмаган да. Берегезгә- килә алмаслык, икенчегезгә әйтә алмаслык итеп, арагызга кара пәрдә королган. Баштан ук тыйылган мәхәббәт булган ич! Тыйылган сөю алмасы татлы булса да, ахыры, ай-буууй. Йәнегезне генә канатасыз. Син үз башыңа үзен етәсен, малай!" Ул саҡта, ысынлап та, мәҙәк һымаҡ ине.

Әлфинур гел уйлай: "Саҡ менән Суҡты, тыңлауһыҙ булғандары өсөн, әсәләре ҡарғап айырған. Ә беҙҙе кемдәр, нимә өсөн ҡауышмаҫлыҡ итте икән? Юҡ, кеше ҡарғыштары түгел, йәшлек яңы­лышылыр, тип яҙмышҡа һылтана. Ә ғүмер тигәнең, ана, үткән дә киткән!” Өмөт ҡуҙы күңел ҡылдарын әленән-әле өтөп торһа ла, ҡабат ишетергә тура килмәне көйҙө. Шулай ҙа, уның яҡты доньяла йәшәүе, алыҫтағы ҡояш кеүек, тормошона гел яҡтылыҡ биреп, күңел түрен һаман йылытып торған икән. Хәҙер ул юҡ. Гармун күректәре урталай өҙөлдө. Төшөндә...

...Әлфинур төш күрә. Имеш, Сынтимер, баштан-аяҡ ап-аҡ кейемдә, әллә сәхнәлә инде, үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп гармунда уйнай: "Ки -иил, ки-иил, кил, иркәм, кил инде..." Ҡапыл гармун күректәре ҡап урталай икегә бүленде лә ҡуйҙы. Көй туҡтаны. Түбәнән һуҙылып ҡына сөм ҡара шаршау төштө лә Сынтимер юҡ булды...

Һаташып, һипһенеп уянып китте ҡатын. "Хәйерлегә булһын!"–тиһә лә, хәйерһеҙ төш булды күргәндәре. Бер нисә көндән һуң ишетте Әлфинур йән өшөткөс һүҙҙе:"Китеп барған..." Эй йәне өҙгөләнде, йөрәге телгеләнде шунда. Нимә булған? Ни өсөн? Өмөт шәмдәлдәре һүнде. Ҡылдай ғына икән кеше ғүмерҙәре. Мәңге ҡайтып булмаҫ ерҙәргә китеп барҙы Сынтимер. Иҫтәлеккә йөрәк ҡылдарында ғүмер буйы сыңлар көйө ҡалды. Һәм һуңғы хаты...

Тәбиғәттә көҙҙөң һуңғы көндәре ине. Ҡыш яҡынлашып килеүен иҫкәрткәндәй, ергә ябалаҡлап күбәләк ҡар бөртөктәре яуған бер көндө таныш шәфҡәт туташы ҡалдырып китте ул хатты.
– Әлфинур апай, мине ғәфү итегеҙ! Дауаханала ятҡанында һеҙгә тапшырырһығыҙ тип, Сынтимер исемле ағай биргәйне, өлгөрмәнем. Мәрхүм булып ҡалды. Һеҙҙең яҡтарға килеп сығырға форсат та булманы, – тигәйне.

"№ 7 - гә - Әтәскә ( шаяртам)! Алтыным - Әлфинурым! Хатты дауахананан яҙам. Яҙыуы ауыр: ҡәләмгә көс етмәй. Мин ауыр хәлдә, шулай килеп сыҡты. Барыһына ла үҙем ғәйепле (теге керәшен татарының юрауы юш килде, ахыры). Бер-бер хәл була ҡалһа (Аллам һаҡлаһын) , һиңә түгелә -түгелә һөйләр һүҙҙәрем үҙем менән китер. Мин бит ғүмерем буйы һине һағынып, һине көтөп йәшәнем. "Һөйөүебеҙ доғаһы"н ҡабатлай - ҡабатлай, осрашыуҙар өмөт итеп, бер талпындым, бер төңөлдөм. Арала үтә – алмаҫлыҡ кәртәләр, тауҙай йылдар ҡапҡаһы. Эх, берәй тылсым булып, шул таштай йылдар диуарын емерәһе ине лә, етәкләшеп, йәшлек таңдарына бер миҙгелгә генә булһа ла ҡайтып әйләнәһе ине. Һөйөүеңде һынайым , тигәндәй, теге саҡта, ҡышҡы сатнама һыуыҡта юлдарҙы киҫештергәйне бит Хоҙай (ул көндән һуң күпме йылдар үтте). Нисәмә-нисә йылдар өмөт итеп, Ҡәҙер төнөндәй көтөп алған бәхетле көнөм булды ул! Һағышлы ҡараштарың, ҡулдарың йылыһы... Онотмайым. Әлдә осраның юлдарымда! Һорауыма яуап та бирмәгәйнең – бәхетлеһеңме? Бәхетлеһеңдер, тием.

Ә мин... Һөйөүем гонаһмы, тип, ҡайта -ҡайта уйланған саҡтарым күп булды. Әммә яуап таба ла, бер тәүбәгә килә лә алмайым. Әгәр гонаһ була торған булһа, үҙе доньяға бар ҡылған бәндәһен дә, һөйөүемде лә кисерер Тәңрем. Яҙмыш булмай яңылыш, тиһәләр ҙә, әллә ниндәй яңылыш яҙмыш булды.Ҡайҙа аҙаштыҡ? Ҡайһы ерҙә яңылыштыҡ? Тормош хаталарын төҙәтерлек түгел инде. Шулай ҙа мин, юлдарыма һине сығарып ҡуйғаны өсөн, яҙмышыма рәхмәтлемен. Йөрәгемдә оло мөхәббәт йөрөтөүем, һине һөйөүөм менән бәхетлемен, алтыным! Бәхетһеҙҙәр генә һөйөүҙең ни икәнен белмәйҙер. Һауығып сыҡһам ..."

Хат өҙөлөп ҡалған, аҙағы юҡ. Биҙгәк тотҡандай ҡалтырана-ҡалтырана , илай-һыҡтай уҡыны хатты Әлфинур. Әсе йәштәр күҙҙәренән түгел, йөрәгенән тамғандай тойолдо. Уҡып бөтөүгә, болоттар араһынан һүрән генә булһа ла, ҡояш яҡтыртып ебәрҙе. Ҡатындың болоҡһоу күңелендәге бушлыҡ тойғоһо ла кинәт юҡҡа сығып, йөрәге аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡҡа, сихри нурға сорналғандай, күңелен оло тойғо – мөхәббәт тойғоһо яңынан биләп алғандай булды. Мөхәббәт бәхетме? Бәхеттер...

Ғүмер артылыштарында һағыштарҙан һарыларға һабышҡан саҡтар, төрлө үкенес, юғалтыу - тетрәнеү кисерергә тура килһә лә, тормошто, бар доньяны йәйғор нурҙарылай балҡышлы иткән мөхәббәте менән бәхетле, һәр төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырлыҡ сабырлығы өсөн Хоҙайға рәхмәтле. Һис тә бәхетһеҙ тоймай үҙен Әлфинур. Бәхетте Хоҙай бөтә кешегә лә бер тигеҙ өләшкән булһа, ул был тиклем татлы ла, ғазаплы ла, ҡәҙерле лә булмаҫ ине. Бына бит йәшлек йылдарының моңо – "Һөйөү доғаһы" күңел төбөндәге күпме хәтирәләрҙе тергеҙҙе, тормош китабының әллә күпме сәхифәләрен аҡтартты.

Тышта әбейҙәр сыуағы. Ғүмер календарында ла – көҙ. Ярһыу йәшлек яҙҙары күптән артта ҡалған, яҙмыштың әсе елдәре күптән инде сәстәренә юлаҡ -юлаҡ аҡ ҡырауҙар һипкән. Тик мөхәббәт кенә ҡартаймай ҙа, үлмәй ҙә.
Урамда уйнап йөрөгән ейәнсәре лә ҡайтып инде:
– Өләсәй, ҡыр ҡаҙҙары китте йылы яҡҡа, сылбыр-сылбыр теҙелгәндәр үҙҙәре!
– Киткән ҡоштар ҡайтыр ул, Алла бойорһа.Үткәндәр генә кире ҡайтмаҫ шул,– үҙе лә һиҙмәй ҡалды: ынйы бөртөгөләй ике тамсы күҙ йәше сикәләре буйлап тәгәрәне.





Автор: Мария Тереза
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға