«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!



01.04.2019 Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Хәтеремдә, беҙҙең өй түрендәге китап кәштәһендә Марсель Сәлимовтың “Күгәрсен һөтө” китабы ла бар ине. Ул ярты ауылды урап сығып, яртылаш туҙһа ла, һәр саҡ күҙ алдында торҙо. Икенсе хәтирә: ауыл мәҙәниәт йортонда үткән Көлкө көнөндә йәштәр ошо китап буйынса бәләкәй генә спектакль сәхнәләштерҙе. Шул саҡта уҡ авторҙың исеме хәтергә уйылып ҡалғанғалыр, Марсель ағай минең өсөн, Мостай Кәрим менән Рәми Ғариповтан ҡала, бөйөклөктәр һәм бейеклектәр исемлегендә булды. Үҙе менән танышҡас, сатирик авторҙың ябай ҙа, ихлас та булыуына һоҡландым. Ул уҡыусыларын тормош мәшәҡәттәренә йылмайып ҡарарға өйрәтә, көлдөрөп йәшәтә, йәшәртә.

Быйыл 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе Марсель Сәли­мовтың уңыштары, маҡтаулы исемдәре, ижади еңеүҙәре, премиялары бик күп, хатта уларҙың яртыһын ғына һанағанда ла, гәзитебеҙҙең бер бите генә етмәҫ ине. Шуға күрә, “Йәшлек”тең тоғро дуҫын матур ғүмер байрамы менән тәбрик итеп, “иң-иң” ун уңышын билдәләп үтергә булдыҡ.

1. Бала саҡтан уҡ әҙәбиәткә ғашиҡ Марсель Шәйнур улы Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетында белем алғанда уҡ яҡшы уҡыусы филологтарға би­релгән Радищев стипен­дияһына лайыҡ була, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.
2. 1980 йылда “Һәнәк” журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы (30 йыл) эшләй. Тап шул йылдарҙа баҫманың тиражы 67 мең данаға етә, 1996 йылда ул илдең иң яҡшы сатирик журналы тип табыла. 1992 йылда нәҡ баш мөхәррирҙең башланғысы менән баҫманың русса варианты – “Вилы” нәшер ителә башлай.
3. Марсель Сәлимов – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. 1-се һәм 2-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат була. 1996 – 2006 йылдарҙа республиканың Журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. 2015 йылда Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арнап үткәрелгән Вики-һабантуйҙа ҡатнаша.
4. Журналист булараҡ, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, 2016 йылда Халыҡ-ара мәҙәниәт академияһының вице-президенты итеп һайланды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ.
5. Тәржемәсе булараҡ, тиҫтәгә яҡын авторҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Үҙенең дә шиғырҙары, хикәйәләре әзербайжан, белорус, болгар, инглиз, итальян, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, латыш, литва, мари, муҡшы, немец, сыуаш, тажик, татар, төрөк, төрөкмән, удмурт, украин, үзбәк, швед, яҡут, япон һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
6. Марсель Сәлимов әҫәрҙәрен “Мар. Сәлим”, “С. Әлимов”, “Т. Сәйетов”, “И. Ғәрәфи”, “С. Таныпов”, “М. Шәйнуров” ижади псевдонимдары менән дә баҫтыра.
7. 40-тан ашыу китап авторы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, тиҫтәләгән халыҡ-ара һәм исемле премиялар лауреаты.

Заманына күрә - көлкөһө



Был донъяның –
өс заманы.
Бар яҡшыһы,
бар яманы.
Һәр замандың –
үҙ ялғаны,
хәҡиҡәте
һәм хикмәте...
Дөрөҫ әйткән
беҙҙең халыҡ –
фекер аныҡ:
– Урманына күрә төлкөһө,
заманына күрә көлкөһө.

Үткән заман – көткән заман

Кемдер әйтер:
– Үткән заман –
бөткән заман.
Беҙҙе ташлап
киткән заман.
– Юҡ! – мин әйтәм. –
Үткән заман –
көткән заман.
Илдә яҡшы тормош өмөт
иткән заман.
Яҡты киләсәкте көтөп,
әйтерһең дә,
бер ҡасан да
үтмәҫ заман.
Хәҙерге заман –
ҡәҙерле заман

– Хәҙерге заман –
ҡәҙерһеҙ заман.


Изгелектең түбән әжере...
Хакимдарҙың көсһөҙ
әмере...
Аҡсаның да бөттө ҡәҙере... –
тип әйтәләр
бәғзе бәндәләр.
Ә мин иһә,
көлөп,
уларға:
– Кәрәкмәй, – тим, –
пока иларға.
Сатириктың эше муйындан,
“геройҙар”ға
артыҡ туйынған!
Кәмселектәр булһалар күп
ни ҡәҙәрле,
шул ҡәҙәрле
сатириктар
ныҡ ҡәҙерле.
Хәҙерге заман –
ҡәҙерле заман.
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ,
ҡурҡмайынса көлөгөҙ!

Киләсәк заман –
көләсәк заман

Килер бер саҡ
шундай заман:
бөтәһе лә булыр етеш,
теүәл,
һәр кем көләс,
шат һәм алсаҡ.
Бына әкәмәт –
бөтә кеше лә, имештер,
бөтә нәмәнән ҡәнәғәт.
Үткән-хәҙергенән улар
көлөр, ятып-тәгәрәп.
Рәхәтләнеп көлөр улар
һеҙҙән,
беҙҙән –
бөтәбеҙҙән.
Бөгөнгөнән
бик аҙ ғына көлгән өсөн
көлөрҙәр хатта минән.
Ә һеҙҙәнме?
Һеҙҙән көлөр улар, бәлки,
көлмәгәнгә минең менән.
Шулай, туған.
Йылмайып ултырған булам
шуны уйлап:
– Киләсәк заман –
көләсәк заман!

* * *
Берәй ваҡыт
бына шундай
заман беҙгә
килһен өсөн,
эшләйем мин
һалып бөгөн
бөтөн көсөм.





Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға