01.02.2011 Хыялдарыбыҙ асҡысы
Бер ир өйөнөң асҡысын юғалта. ҡараңғы булғанлыҡтан ергә тиклем эйелеп тиерлек, асҡысын эҙләргә тотона. Күрше ҡатын, ярҙам итмәксе булып, ихласлап асҡысты эҙләшә башлай. ҡатын бөтә мөйөштәрҙән, ағас-ҡыуаҡлыҡтар тирәһенән, урамдың икенсе яғына ла сығып эҙләй. Ә ир тик фонарь яҡтыһы төшкән урындан ғына эҙләүен дауам итә. Ул бер аҙым уңға, бер аҙым һулға барған була ла, алыҫ китмәй, яҡтылыҡҡа килә.
ҡатын быға иғтибар итә һәм:
– Ни өсөн асҡысыңды тик ошо ерҙән генә эҙләйһең, уны бит башҡа берәй ерҙә лә төшөрөп ҡалдырыуың ихтимал? – тип һорай.
– Әлбиттә, – ти ир, – уны башҡа ерҙә төшөрөүем мөмкин, тик бында бит яҡты!
Күп ваҡыт хыялдарыбыҙҙы бөгөнгө хәл-торошҡа ҡарап баһалайбыҙ. Ә бит уларҙың асҡысы бөтөнләй икенсе ерҙә ятыуы мөмкин, ә беҙ әлеге ваҡытта баҫып торған ерҙә түгел.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.