«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)



02.04.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


* * *
– Сара менән танышҡандан бирле мин икенсе кеше.
– Уға ҡарата булған хистәрең шул тиклем көслөмө ни?
– Т-с-с! Мин уға үҙемдең исемемде әйтмәнем. Ул мине икенсе кеше итеп белә.

***
– Сания апай, ҡурай еләге ҡайнатмаһы кәрәк ине.
– Һауыт алып индеңме? Ҡайҙа һалайым?
– Бер ҡайҙа ла һалырға кәрәкмәй, банкаһынан ғына ашайым.

***
– Алло, һаумыһығыҙ, был радиомы?
– Эйе, тыңлайбыҙ һеҙҙе!
– Мин кисә янсыҡ таптым. Унда 10 мең һум аҡса һәм Ирек Сафин исеменә паспорт бар ине. Зинһар, Ирек өсөн «Их, күңел асабыҙ!» йырын тапшырһағыҙ ине.

***
– Асығыҙ, полиция!
– Өйҙә бер кем дә юҡ!
– Ә кем һөйләшә?
– Һеҙгә кемдер һөйләшкән кеүек тойола ғына.
– Ә ниңә ут яна?
– Хәҙер һүндерәм.

***
– Һин нимә, нудисмы әллә?
– Ҡайҙан белдең?
– Көнө буйы салбарыңдың замогын тартмай йөрөйһөң!





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға