«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



29.01.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ике әхирәт һөйләшә.
– Хоккейсыларға «сәкән» нимәгә инде? Аяҡтары менән уйнаһындар ине! – ти береһе.
– Аяҡтары конькиҙа шыуыу өсөн бит, – ти икенсеһе.
– Улайһа ҡулдары менән!
– Ә ҡулдары һуғышыр өсөн!
– Ул сағында баш менән!
– Баштарында шлем да һуң!
– Эй, ниндәй ҡатмарлы, баш ҡатты инде...

* * *
– Һеҙ был ханымдың туғанымы?
– Эйе. Тик бик алыҫ туғандар: беҙ егерме бер туған ҡыҙ һәм малай инек. Мин тәүге бала инем, ә ул – иң һуңғыһы.

* * *
– Һылыуҡай, һеҙҙе өйөгөҙгә тиклем оҙатып ҡуйырға мөмкинме?
– Мөмкин. Бер ыңғайҙан, бәлки, өйләнерһегеҙ ҙә.

* * *
Егет өйөнә яратҡан ҡыҙын алып ҡайта һәм әсәһе менән таныштыра:
– Әсәй, был иҫ киткес ҡыҙ. Ул шул тиклем тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, бәлештәр бешерергә ярата. Бөхтә итеп фатир­ҙы йыйыштыра.
– Бик яҡшы, улым, – ти әсәй кеше. – Көнөнә 20 доллар тәҡдим итәм, шишәмбе һәм йома көндәре килһен...

* * *
Бейеү майҙанында егет ҡыҙҙы шул тиклем шәп итеп әйләндерә. ҡыҙ, түҙмәй:
– Һеҙ бейергә яратаһығыҙмы ни? – ти.
– Эйе, бик ныҡ, – ти егет.
– Улайһа, ниңә өйрәнмәй­һегеҙ? – тигән ҡыҙ.

* * *
Төрмәлә:
– Һин нимә өсөн ултыраһың?
– Ришүәт өсөн.
– Хм! Ә бушҡа ултырып булмай инеме ни?

* * *
– Ни өсөн һеҙ спорт менән шөғөлләнмәйһегеҙ?
– Беләһегеҙме, табип әфәнде, иртәнге ашҡа тиклем ауыр, ә аҙаҡ – зарарлы!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға