«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әйтһәм, белеп әйтәм



29.01.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

АҡСА

Аҡса уңдан да, һулдан да яуып тора. Ләкин, кейек-януар кеүек, сығыр ерен дә ҡарап ҡына тора. Яныбыҙҙа бер сәғәт торорға риза булмай.
Ғәли Соҡорой.

Бала саҡта аҡса тоторға өйрәнмәгән кеше олоғайғас та аҡса тота алмай.
Ризаитдин Фәхретдин.

АҡЫЛ

Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон. Ғайса Хөсәйенов.

Ахмаҡтары һис туҡтамай эште
боҙор,
Аҡыллының төҙәтәм тип көнө
уҙыр.
Мәжит Ғафури.

Аҡыллының күреү өсөн аҡылын кәрәк икән байтаҡ көсөң-аҡылың.
Рәми Ғарипов.

Тиле аҡыллылыҡтан аҡыллы тиле яҡшы.
Рәшит Назаров.

Аҡыл баҙарҙа алтын бәрәбәренә һатылһа, әҙәм балалары һуңғы нәмәләрен биреп булһа ла аҡыл алыу өсөн йүгерер ине.
Ризаитдин Фәхретдин.

Кешегә аҡыл өйрәтеүҙән дә ҡыйын нәмә юҡ.
Сәғит Агиш.

Аҡылһыҙҙың һүҙе үткер
булмаҫ,
Үтмәҫ булһа ла, ҡылыс булыр. Данис Тикеев.

Ҙурлауҙар, хурлауҙар арҡыры сыныға кешенең аҡылы. Ғилемдар Рамазанов.

Аҡылһыҙҙа ялҡын булмаҫ,
Һәм ялҡынһыҙ аҡыл булмаҫ. ҡадир Даян.

Халҡым, һаҡла алтын аҡылдарҙы,
Һүндер яуызлыҡтың уттарын,
Бары аҡыл матурлыҡты һаҡлар,
Аҡыл ғына ерҙе ҡотҡарыр. Әнисә Таһирова.

Аҡыллының кәңәше эстә
торор,
Аҡылһыҙҙың үҙ һүҙе үҙен орор.
Аҡмулла.

Аҡыл өйрәтмәй аҡыллы кеше,
Өлгө күрһәтеү – уның бар эше.
Риф Мифтахов.

Аҡыл бит ул бар нәмәнән өҫтөн, көслө.
Фәйзи Ғүмәров.

Аҡыл менән хата – әшнә, айырым йәшәй алмай.
Салауат Әбүзәр.


Аҡыл бит ул юҡтан булмай – аҡыл Хоҙайҙан була.
Әсхәл Әхмәт-Хужа.

Аҡыллынан аҡыл артмаҫ,
Аҡыллы һис аҡыл һатмаҫ.
Назар Нәжми.

Кеше аҡылы әллә ниндәй мөғжизәләр барлыҡҡа килтерә. Дауыт Юлтый.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға