«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)



26.03.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


* * *
Улы – әсәһенә:
– Әгәр атайҙың күрше Сара апайға нимә әйткәнен белгең килһә, биш мең һум аҡса бир!
– Мә, тот. Йә, нимә һөйләштеләр?
– Атай күрше апайға: «Хәйерле көн, Сара Сабировна!» – тине.
* * *
– Иртәгә тағы сәғәт 9-ға эшкә.
– Хәлегеҙҙе аңлайым!
– Юҡ, аңламайһығыҙ.
– Нисек аңлайым әле!
– Һеҙҙең бит хатта эшегеҙ ҙә юҡ!
– Кисә бар ине...

* * *
Төҙөлөш объектында инженер геодезия приборы урынлаштыра. Таныш түгел нәмәләрҙе күргәс, эшселәр тиҙ-тиҙ генә эшләй башлай.
– Нимә булды быларға? – тип һорай ғәжәпкә ҡалған инженер мастерҙан. – Һүгенмәйҙәр ҙә, тәмәке тартырға тип, ялға ла туҡтамайҙар.
– Был приборға күрһәтеп, уларға, киске яңылыҡтар тапшырыуы өсөн телевизорға төшәһегеҙ, тип әйттем.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға