21.03.2019
«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»
Яңауыл ере – Башҡортостан һәм Татарстан республикалары өсөн бик күп талант, әҙәби шәхес бүләк иткән төбәк. Шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Соҡорой һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Фәрит СУФИЯРОВ та шулар иҫәбендә. Ул ошо төбәктең Иҫәнбай ауылында тыуып үҫә, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй.
Бөгөн беҙ “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына уның бер шәлкем шиғырын һәм кескәй әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Фәрит ағай, һеҙҙә, ябай ауыл малайында, әҙәбиәткә ынтылыш ҡайҙан барлыҡҡа килде?
– Класташ малайҙарҙы шаяртып яҙған таҡмаҡтарҙы иҫәпкә алғанда, ул мәктәп йылдарында уҡ башланды. Ата-әсәйем ябай колхозсылар булһа ла, белем алыуыма битараф ҡалманы. Өйҙә һәр ваҡыт китап булды. Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Илдар Юзеевтарҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыным. Ул саҡта йәш булһалар ҙа, фекерҙәре төплө, ҡәләмдәре үткер ине. Ғүмер буйы ошо өс әҙипкә тоғро ҡалдым. Яҙғандарым йыш ҡына район гәзитендә донъя күрҙе.
– Республика баҫмаларына кем фатиха бирҙе?
– Рәшит Шәкүр Яҙыусылар союзында эшләй ине. Яңауылға уҡыусылар һәм йәш әҙәбиәтселәр менән осрашыуға килгәнендә, байтаҡ шиғырымды уға тапшырҙым. Бер аҙҙан “Ағиҙел” журналында бер шәлкем донъя күрҙе. 1969 йыл ине ул, шунан һуң исемем башҡа баҫмаларҙа ла күренә башланы. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Илдар Юзеев “Ҡазан утлары” журналында шиғырҙарымды сығарҙы. Профессиональ әҙәбиәткә һуңлап, 50 йәштән һуң ғына килдем. Тәүге китабым да 90-сы йылдарҙа сыҡты, Яҙыусылар союзына ла шул йылдарҙа ҡабул ителдем.
– Әҙәбиәт ғилеме буйынса белем алыу теләге булманымы?
– Мәктәптә артыҡ һәйбәт тә, насар ҙа уҡыманым, башлыса “дүртле” билдәләренә өлгәшә инем. Математика фәнен үҙ иткәнгәме икән, уҡыуҙы тамамлағас, Өфө иҡтисад техникумында уҡыным, аҙаҡ Алабуға дәүләт педагогия институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләнем. Тормошом үкенерлек булманы, күңелем ҡушҡанса ижад иттем. Әлбиттә, әҙәбиәт ғилеме кәрәк, унһыҙ яҙышыу мөмкин түгел. Кеше ғүмер буйы өйрәнә, мин дә үҙаллы уҡыным.
– Һеҙ – Яңауыл ҡалаһында ошо төбәктең яҙыусылар берлеген төҙөп, оҙаҡ йылдар етәкләгән кеше. Йәш әҙәбиәтселәр менән эшләүе ауырмы? Улар тәнҡиткә нисек ҡарай?
– Әҙәбиәт – серле лә, бер аҙ ҡатмарлы ла донъя ул. Үҙем дә тәнҡиткә бик һаҡ ҡарайым. Мәҫәлән, бер шиғыр сейле-бешлерәк булһа, икенсеһенең үтә камил булыуы ла мөмкин бит. Йәштәргә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк, ижади потенциалын белмәй тороп баһа бирергә ашыҡмайыҡ, маҡтарға ла, тәнҡитләргә лә иртәрәк булыуы мөмкин.
Эйе, 1992 йылда төбәк яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнашып, оҙаҡ йылдар шунда эшләнем. Был йылдарҙа Яңауыл һәм яҡын-тирәләге райондарҙан байтаҡ талант табып, уларға әҙәбиәткә фатиха бирҙек. Күптәр өсөн ҡыҙыҡһыныу булһа ла, тиҫтәнән ашыу кеше Яҙыусылар союзына ҡабул ителде, яҙмышын ижад менән бәйләне. Ижадыма, эшемә ихтирам күрһәтеүселәр ҙә булды, көнләшеүҙән ҡыйырһытҡандар ҙа осраны.
– Әлеге ваҡытта ниндәй ижад ялҡынында янаһығыҙ? Киләсәккә уй-ниәттәрегеҙ?
– Йәш үҙенекен итә: күләмле әҫәрҙәр яҙған юҡ. Тәбиғәт темаһы элек-электән күңелемә яҡын, хәҙер ҙә лирика яҙам. Күңел күтәренкелеге кәрәк, шул саҡта ижад матур була. Элегерәк проза әҫәрҙәре лә, пьесалар ла яҙҙым, әммә уларҙы гәзит-журналдарға бирергә батырсылыҡ итмәнем. Шағир шиғыр яҙырға тейеш, тигән хаталы принцип менән йәшәгәнмен. Бәлки улар өҫтөндә эшләп, төҙәткеләп ҡарармын.
Шиғырҙарыма Роберт Тимербаев, Тәлғәт Шәрипов, Илгиз Закиров, Нур Дауытов һәм башҡа композиторҙар байтаҡ йыр ижад итте. Әлеге ваҡытта уларҙы бергә туплап, айырым йыйынтыҡ сығарырға ниәтләйем.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фәрит ағай. Ижади уңыштар, сәләмәтлек һеҙгә!
Көтөп йәшәйем
Юҡһыныуым бөткәне юҡ,
Һағыштар баҫты күптән.
Дуҫтарымды һағынам да
Юлдарға ҡарап көтәм.
Ҡоштар кеүек ҡанатланып,
Таралдыҡ йыраҡ китеп.
Осрашыуҙы, күрешеүҙе,
Йәшәйбеҙ хәҙер көтөп.
Табындарға бер йыйылһаҡ,
Үкенестәрем ҡалмаҫ.
Күңелдәребеҙ бушаныр,
Йөрәктәребеҙ янмаҫ.
Зәңгәр күктәрҙе томалап
Болоттар ҡуйырмаһын.
Ел-дауылдар көтмәгәндә
Ҡанатты ҡайырмаһын.
Хәүеф-хәтәрҙәр бөтмәгән,
Шик һала минең уйға.
Йәйҙең матур көндәрендә
Ҡайтығыҙ һабантуйға.
Юлдар осо һиңә
ҡайтмай
Даръя һыуҙары ла һиңә аҡмай,
Алып ҡайтмай һиңә юл осо.
Бергә булған саҡта һиҙмәгәнмен,
Айырылышҡас ифрат ныҡ әсе.
Үпкә һүҙен үҙемдә һаҡлайым,
Ҡушманым мин йөрәк утына.
Ташҡын һыуҙар ағыҙманы уны,
Хәтеремдә һаман тотола.
Уйҙарыма ирек бирмәй, йәнем,
Үкенергә һис тә ашыҡмайым.
Икебеҙҙең уртаҡ хатабыҙҙы
Табындарға һалып асыҡлайым.
Осрашмаҫҡа юлдарымды
урайым,
Ҡарашымды һинән йәшерәм.
Шатлығымдың барын алып
киттең,
Ғазабымды яңғыҙ кисерәм.
Ир башына ниҙәр килеп китмәй,
Борсолоуҙан бул һин алыҫта.
Һүнгән усаҡ кеүек бары ҡалһын,
Башҡа хистәр миндә яңыртма.
Изгелеген тоям
Күкрәк һөтөн ризыҡ итеп бирҙе,
Бишегемә килеп йырланы.
Биләүҙәргә төрөп, әсәй мине
Аҡ юрғандар ябып ҙурланы.
Таң шикелле күҙ нурҙарын түгеп,
Һулыштарын өрөп йылытты.
Изге теләк, изге ниәт менән
Ҡосағында һөйөп яратты.
Күҙҙәремдә йондоҙ яҡтыһы бар,
Һин ҡабыҙҙың, әсәй, осҡондан.
Наҙҙарыңда йөҙҙөм аҡҡош
булып,
Донъя имен, ирек асылған.
Бишек йыры китмәй ҡолағымдан,
Йыуылмаған, хәтер һаҡлаған.
Ир уртаһы булып етһәм дә, тик
Бала саҡҡа һаман һоҡланам.
Сал һалдат
Аҡ мендәрҙә ята хәрәкәтһеҙ...
Көнө төнгә килеп тоташа.
Брянск урманында көрттәр
йырып,
Партизандар менән һаташа.
Маңлайында бөрсөк-бөрсөк
тире,
Саҡ-саҡ ала ауыр һулышын.
Аҡтыҡ һүҙен инде әйтә алмай,
Үкенескә ҡала һуңғыһы.
Тешен ҡыҫып һуңғы төшөн күрә:
Кисә һыуын, инә утына.
Үлем менән йәшәү араһында
Тоғро һалдат биргән антына.
Аҡ халатлы шәфҡәт туташтары
Матәм дауылында тора тын...
Тетрәтеп тә, көйҙөрөп тә килә
Сал яугирҙың һуңғы минуты...
Эй, Европа! Башың эй был мәлдә,
Белеп изге яра ҡәҙерен!
Именлегең яҡлап һаман беҙҙә,
Арта сал һалдаттар ҡәбере,
Арта Ерҙә һалдат ҡәбере...
Моң эсендә
йөҙәм
Рәхмәт, әсәй, сылтыр
шишмәләрҙең
Көмөш һыуын алып эсерҙең.
Ғүмер буйы шашып торған моңдо
Күңелемә минең күсерҙең.
Аҡ биләүгә төргән саҡта, әсәй,
Бишек йырҙарыңды ишеттем.
Талпынғанда ҡулдарымды һуҙып,
Ҡош балаһы кеүек хис иттем.
Ҡанатымды һынап ҡарағандай,
Ел-дауылдар килеп ҡайыра.
Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм,
Баш өҫтөндә болот ҡуйыра.
Упҡындарға төшмәй иҫән
ҡалдым,
Ғашиҡ булдым зәңгәр күктәргә.
Башҡайымды әйләнерлек итеп,
Йыр ҡанаты бейек күтәрә.
Гүзәллекте таный беләм, әсәй,
Мин үҙемдә бер көс һиҙәмен.
Иңдәремдә пар ҡанаттар тоям,
Серле моң эсендә йөҙәмен.
Атай
Һыңар аяғына баҫып атай,
Тормош һуҡмағынан атланы.
Ғүмер йомғаҡтарын һүткән һайын
Гел төҙәтер булған хатамды.
Күпте белә, күпте ишетә ул,
Ауырлыҡтар бик күп татыған.
Баҫҡан ерҙә әле ут сығара,
Елдәр елләп ҡала артынан.
Кешелекле, оло йәнле кеше,
Йондоҙ булып ерҙә балҡыйһың,
Һин һаман да, атай, сафта
ҡалдың,
Донъя именлеген һаҡлайһың.
Хәтәр дауылдарға юлыҡҡанһың,
Булмағандыр юлың маяҡлы,
Ихтыяр ҙа, көс тә һиндә етә,
Ҡайҙан алдың уны шул саҡлы?!
Зәңгәр иртәләрем
Ҡоштар һайрап иртән уяттылар,
Яҡты нурҙар уйнай иркәләп.
Көмөш ысыҡ ялтыраған мәлдә
Йондоҙҙарҙан торам иртәрәк.
Тәбиғәттең бер һоҡланғыс ғәме,
Алһыу таңдар, зәңгәр иртәләр.
Йәшел яландары — көтөүсене,
Игенсене ҡырҙар көтәләр.
Алыҫ офоҡтарҙан ялан аяҡ
Бер урайһым килә йүгереп.
Алмаларым, сейәләрем бешә,
Ер еләге еткән өлгөрөп.
Зәңгәр иртәләрем һөйөнөслө,
Күк өҫтөндә нурҙар балҡышы.
Тантаналы көнөм башлана,
Ағастарҙа – япраҡ алҡышы.
Ергенәмдең йәме
Күгем зәңгәр сатыр ҡора,
Ерем – йәшел бишегем.
Әсәнән тыуғас та күрҙем,
Донъя матур, юҡ шигем.
Ил ҡарттары кеүек тыйнаҡ,
Салмалы бейек тауҙар.
Байрам күлдәктәрен кейгән,
Суҡтарын аҫҡан талдар.
Даръяларым шаулай-гөрләй,
Егеттәр кеүек ярһыу,
Һары гәрәбә төҫөндә,
Күренә күҙгә баҫыу.
Ҡыҙҙар кеүек аҫыл булып,
Еремдә үҫә гөлдәр.
Ҡыуанысы менән килә
Миңә был яҡты көндәр.
Таңдар, шәфәҡтәр балҡышы
Нурға күмә кис-иртән.
Шишмәләрҙең көмөш моңон
Сәхрәләрҙә ишетәм.
Күҙ ҡамаша биҙәктәрҙән,
Көн-төн сигеү сигәһең.
Йәш килендәр кеүек, ерем,
Һоҡландырҙың, сибәрһең.