03.03.2019 САЛЫШ ҠАБЫРҒА
– Имеш, һине Хоҙай яратҡан салыш ҡабырғанан...
Тағы шул тауыш. Тағы шул сәйер һүҙҙәр. Нисә көн ишетә икән Зәриә был һүҙҙәрҙе? Кем шыбырҙай икән ҡолағы төбөндә? Таныш та һымаҡ был тауыш, ят та һымаҡ. Бышылдап ҡына һөйләгәнгәлер, тауыш һығылып, ҡыҫылып сыға. Шуғалыр, күрәһең, ир кешеме, ҡатын-ҡыҙмы икәнде лә айырып булмай. Ул турала Зәриә уйлай ҙа белмәй. Тыңлай ғына белә.
Зәриәнең эргәһендә генә ишетелә был шыбырҙау. Кемдер йылы ғына ҡулдары менән уның бер уң ҡулын, бер һулын алмаш-тилмәш һыйпай, бармаҡ остарын, устарын тыны менән йылыта. Үҙе:
– Дөрөҫ түгел! – тип, ике ҡулын ҡуша тота ла, – һине мин яраттым, һине мин яраттым... – тип ҡабатлай.
Кем икән был яғымлы, наҙлы тауыштың эйәһе? Күрәһе ине.
– ... уттан, һыуҙан, нурҙан. Ас күҙҙәреңде Зәриә...
Зәриә күҙҙәрен аса алмай. Ниңәлер асылмай уның күҙҙәре. Элек ул күҙҙәрен аса белә ине, буғай...
Ә бөгөн тауыш асығыраҡ сыҡҡан һымаҡ. Яҡындараҡ һөйләй теге кешекәй. Ир кеше һөйләшкән икән Зәриә менән. Бөгөн белде. Тик ниндәй салыш ҡабырға тураһында һаман ҡабатлайҙыр – быныһын Зәриә аңламай. Кемдең ҡабырғаһы салыш икән?. Зәриәнең үҙенеке түгелдер ҙә ул? Салыш ҡабырға тигән һүҙҙәре генә тупаҫ. Шул һүҙҙәрҙе ишетһә, Зәриәнең йөҙө сирылып китә шикелле хатта. Ә ҡалған яғы оҡшай.
– Нурҙан... Моңло бер йырҙан. Хыял, өмөттәрҙән...
Матур былары. Күңелде йыуата, әүрәтә.
Иң тәүҙә салыш ҡабырғанан яратҡан тигән һүҙҙәр Зәриәгә әллә ҡайҙан, алыҫтан, тауҙар араһына таралған шаңдау булып ишетелгәйне һымаҡ. Ул үҙе лә әллә шул тауҙар араһында, әллә ҡуйы, һалҡын аҡ томан эсендәлер кеүек ине. Бер үҙе ниңәлер. Яңғыҙы ғына. Ә башҡалар ҡайҙа? Уның кемдәрелер бар ине бит. Тик иҫенә төшөрә алмайсы. Бар ине, бар ине! Хатта бынау:
– Һине мин яраттым, – тигән кеше лә таныш кеүек уға. Тауышы үтә таныш.
–...уттан, нурҙан, йырҙан, – тип көйләп, ҡулдарын, беләктәрен һыйпауы ла, тын алыуы ла таныш Зәриәгә.
Ә бына әле генә Зәриә уның... Зәриә уның... Туҡта, нимә был?.. Нимә әле был? Еҫ! Еҫ был! Зәриә уның еҫен таныны! Йә Хоҙай.
Зәриә тауыш килгән яҡҡа башын борҙо ла тәрән итеп тын алды. Эйе, таныны – был уның... Исеме нисек әле?
– Ғазап ҡуштым. Йәнә шик өҫтәнем. Әскелтем тәм һалдым...
Ғазап? Ниңә ғазап? Сәс төптәренән, арҡаһынан, хатта керпек араларынан һалҡын тир бәреп сыҡты Зәриәнең. Әскелтем тамсылар күҙҙәрен әсеттереп алды. Һәм ул әкрен генә керпектәрен асты. Тағы шул аҡ томан. Бер нәмә лә күренмәй.
– Күҙҙәреңдең тылсымынан ҡаушап... Зәриә, ас күҙҙәреңде, Зәриә. Ә? Доктор! Доктор! Бында!
Ҡысҡырамы әллә бышылдаймы был кеше? Исеме кем әле... Ҡапыл Зәриә барыһын да аңланы. Йәшен тиҙлегендә тороп баҫты ла ике ҡулы менән эсен ҡапшаны. Үҙе алдында шаҡ ҡатҡан йәш егеткә өндәште:
– Радмир, был һин? Ә ҡайҙа бала? Ҡайҙа иттең минең ошонда ғына ятҡан бәпәйемде? Ә?.. – Зәриә ятҡан урынын ҡапшай, яҫтыҡ-одеялды ҡалҡытып, ҡағып ҡарай, койка аҫтына әллә нисә тапҡыр эйелде. Хәрәкәттәренә күҙ ҙә эйәрмәй. – Ҡайҙа? Бар ине бит миндә! Радмир! Ҡайҙа минең балам?
– Зәриә, Зәриә, туҡта, тыныслан, ҡәҙерлем. Хәҙер аңлатам, хәҙер һөйләп бирәм.
Радмирҙың ҡосағынан йылан һымаҡ шыуып сыға ла, Зәриә тағы койканың ул яғына, был яғына йүгереп сығып, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай:
– Ҡайҙа?.. Радмир, бәпәйем ҡайҙа минең?.. Әйтсе... – Быуыны бөтөп, хәлһеҙләнеп, ҡатын карауатына ултырҙы. Йыш-йыш һулыш алыуҙан ирендәре, ауыҙы кипте. – Әйт... Китмә, Радмир. Үлдеме? Әйт миңә.
– Хәҙер, Зәриә... Хәҙер әйтәм, Зәриә. Ят, тыныслан, Зәриә. Ят, йәме, урыныңа. Китмәйем, мин күптән һинең эргәңдәмен.
Тыныслан, тип әйтеү кәрәкмәне – Зәриә күндәм. Ул тағы онотолдо. Укол ҡаҙауҙарҙы ла, башҡа процедураларҙы ла тойманы.
Зәриәнең аяҡ осонда битен услап, башын эйгән Радмирҙың дерелдәгән яурындарынан ҡаҡты табип ҡатын.
– Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Кәләшең аңына килде. Кризис үтте, тиергә була. Рәхмәт, егет. Ныҡ ярҙам иттең беҙгә. Нисек әле теге шиғыр?
Радмир йәш аша табипҡа йылмайҙы.
– Имеш, Хоҙай һине яратҡан, ти салыш ҡабырғанан.
– Бына һин дә йылмайҙың ике аҙна тигәндә. Зәриә йоҡлар, уколдар тәьҫирендә буласаҡ әле ул. Һин дә ял ит, егет.
– Рәхмәт һеҙгә, Надежда Әғзәмовна.
Палатанан сығып барған Надежда Әғзәмовна, Радмирҙы аптыратып, зыңғырлатып көлөп ебәрҙе. Ҡалай матур көлә! Һылыу, алсаҡ йөҙө йәшәреп, күҙҙәре нурланып китте үҙенең. Табибә Радмир янына килеп ултырҙы ла, уның һораулы ҡарашын аңлап, ихлас йылмайҙы.
– Минең мулла ҡушҡан башҡортса исемем Өмөтбикә була торғайны, Радмир туғаным. Оҙон исем ҡушҡанһығыҙ, исемемде яратмайым, тип әсәйемдәргә үпкәләй торғайным. Паспортымды асып, "Умутбика" тип уҡыған һайын илай яҙа инем. Бергә уҡыған мәрйәләргә исемемдең нимә аңлатҡанын һөйләп, "Өмөт – это надежда" – ти торғас, институтты тамамлағанда паспортым да яңы ине, дипломды ла Надежда Агзамовна булып алдым.
– Ә хәҙер?
– Ә хәҙер бына көләм. Ә хәҙер мин – Өмөтбикә апай. Бөтә сирлеләрҙе лә үҙем менән шулай таныштырам. Мин ошо эшемдә шуны аңланым: кешелә өмөт юғалмаһын, һүнмәһен. Кеше өмөт менән йәшәһен, яҡшыға өмөт итеп йәшәһен. Һин дә өмөтһөҙләнмә, өмөтлән, ышан.
– Өмөтбикә Әғзәмовна, ысынлап та, исемегеҙ өмөтләндереп ебәрҙе мине!
Табип ҡатын карауаттан торҙо:
– Әйҙә әле, тегендә, түрәкәй янына барып киләйек. Бер үҙе бер палата биләп ята бит ул. Беҙҙе йүгертә генә. Ваҡытынан алда тыуҙым тимәй, ауырлығым бәләкәй, тип тормай.
Зәриә йоҡлар әле, борсомайыҡ, тигәс, Радмир ҡалаға сыҡты, кәләшенә кәрәк-яраҡ алды. Өмөтбикә Әғзәмовна бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, тип өмөтләндерҙе бит Радмирҙы. Йылы халат, йомшаҡ тәпешкәләр, эске кейемдәр алды. Юғиһә юл фажиғәһендә Зәриәнең кейемдәре йыртылып, лысма ҡан булғайны бит.
– Әйт, һөйлә, бәпәй ҡайҙа? – тигән һорауҙарына йыуатырлыҡ, өмөтләндерерлек яуаптар хәҙер инде бар. Тик Зәриә үҙе генә һауыҡһын. Ҡаршыға ҡапыл килеп сыҡҡан йөк таксийы Радмирҙың машинаһын ҙур тиҙлектә бәреп үткәс, юлдан ситкә осоп, әллә нисә тапҡыр тәкмәсләп барып ултырған йәнселеп бөткән машинаһының тәҙрәһенән ҡанға батҡан Зәриәһен көс-хәл менән тартып алғанын нисек һөйләр кәләшенә? Һушһыҙ йәш ҡатындың да, уның ете айлыҡ сабыйының да ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн тәүлек буйы көрәшкән аҡ кейемле изгеләр хаҡында нисек һөйләп килештермәк кәрәк? Ошоларҙы уйлап, Радмир бер килке палата ишеге төбөндә торҙо. Шунан ишекте һаҡ ҡына асты ла аяҡ остарында ғына Зәриә янына килде.
Зәриә, күҙҙәрен ҙур асып, ап-аҡ түшәмгә төбәлгән. Йөҙө тынысмы, битарафмы – белеп булмай. Ирендәре ярым асыҡ, бышылдап, шыбырлап ҡына ниҙер һөйләй кеүек. Радмир уның ҡулынан тотоп, иҙәнгә тубыҡланды.
– Зәриә? Уяндыңмы? Нимә тиһең? Ишетмәйем, Зәриә. – Радмир ҡолағын ҡатынының ауыҙына ҡуйҙы.
– Түрәкәй иламаймы, Радмир? Мин ишетеп яттым бит бая... – Радмир башын ҡалҡытырға өлгөрмәне, Зәриә уны муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы. – Һин үҙең салыш ҡабырға, белдеңме!