«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Балаларығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ



22.01.2011 Балаларығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ

Хәҙер күп балалар киләсәктә нәҫел ҡалдырыуға һәләтһеҙ булып тыуа. Йәғни малайҙарҙа – орлоҡ, ҡыҙҙарҙа күкәй күҙәнәктәре яһалмай, тип саң ҡаға белгестәр.
Ысынлап та, бер нисә быуындан һуң, төр булараҡ, кешеләр һаны кәмергә мөмкин. Йылдан-йыл хатта иң үҫешкән медицина ярҙамында ла тоҡомон дауам иттерә алмаясаҡ балалар күп тыуа. АҡШ-та тыуған балаларҙың өс проценты нәҫел ҡалдырырға һәләтһеҙ (Рәсәй тураһында мәғлүмәттәр юҡ).
Иң ҡурҡынысы шул: ғөмүмән, енес билдәһе булмаған бала тыуыу осраҡтары ла бар. Әгәр ата-әсәнең аҡсаһы булһа, хирургтар балаларға тышҡы енес органдарын яһай ала һәм был бәхетһеҙҙәр, нисек тә булһа енси тормош алып барыр­ға мөмкин. Әммә уларҙың бер ҡасан да үҙ балалары булмаясаҡ.
Һирәк булһа ла аналыҡһыҙ ҡыҙ балалар ҙа тыуа. Бер күкәйле һәм крипторхизмлы (бер күкәйе күкәй ҡапсығына төшмәй, тән ҡыуышлығында ҡалған) малайҙарҙың нәҫелде дауам иттереү өмөтө бар. Һуңғыһын хирургия ысулы менән дауалайҙар: күкәйҙе тәндән алалар ҙа үҙ урынына урынлаштырып ҡуялар.
Ғалимдар фекеренсә, был тайпылыштар экологик хәлгә бәйле. Венерик ауырыуҙар эпидемияһы ла үҙен һиҙҙерә. Ауырға ҡалыуын яҡындарынан да йәшереүсе әсәләргә йыш ҡына трихомониаз, гонорея, сифилис йоҡҡан була. Өстән бер осраҡта балалар ошо ауырыуҙар менән тыуа. Сифи­листан аң зәғифләнә, башҡа йоғошло сирҙәр енес органдарында кәрәкмәгән үҙгәрештәргә килтерә. Орлоҡ юлдарындағы йәбешкән урындарҙы, аналыҡ көпшәһенең үткәрмәүсәнлеген хирургия ысулы менән генә дауалап була. Бер ҡасан да дауалана алмау осраҡтары ла булыуы ихтимал.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға