«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт



02.03.2019 Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт

– Иларғамы, көлөргәме инде – тормошобоҙҙа ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ваҡиға булды, – тип шылтыратты кисен таныш ҡатын. – “Көлөү” тигәс тә, тәүҙә бер ҡатындан көлөүем тураһында һөйләйем әле, ваҡытығыҙ булһа әгәр.

Ыңғай яуапты ишеткәс, һүҙен дауам итте:
– Кемгәлер ирмәк булыр, кемгәлер – ғибрәт... Бер заман хеҙмәттәшемдең ире Себергә эшкә китте. Әле ул саҡта күмәк хужалыҡтар ҙа бар ине, тарҡалып бөтмәгәйнеләр, шулай булһа ла, туған-тыумасалары ярҙамы менән иренә яҡшы урында эш табылғас, хеҙмәттәшем фатихаһын бирҙе. Йәнәһе лә, эшләп кенә йөрөһөн, аҡсаһын ебәрһен, ә вахтаның булмауына берәй нисек түҙербеҙ әле: “Ҡаныбыҙҙың ҡайнап торған сағы үткән, телефондан һөйләшеп, хәбәрләшеп торһаҡ – шул да беҙгә еткән”. Ире иңбашына тыңҡыслап тултырылған юл сумкаһы аҫып, сығып китте. Тәҙрә аша күҙәтеп ҡалдыҡ: туҡталышҡа табан әллә ни дәртле лә баҫманы, сөнки ҡырҡты уҙған тыныс холоҡло иргә аҡса ла артыҡ кәрәкмәй ине. Шунда гараж, МТМ тирәһендә йөрөһә, өйҙә мал-тыуарын ҡараштырып, көн дә йылы аш ашап, ҡатынын ҡосаҡлап йоҡлап ятыуы ла уға буйтым етә ине. Әммә хеҙмәттәшебеҙ, беҙ бер кемдән дә кәм түгел, тип ныҡ сәмләнеп йәшәгән ҡатын, уның ай-вайына ҡарамай, барыбер тызыҡлап сығарып ебәрҙе. Уларҙың ғаилә хәле тураһында бик яҡшы хәбәрҙарбыҙ, сөнки хеҙмәт­тәшебеҙҙең эсендәгеһе – тышында. Бер аҙҙан тәүге эш хаҡына иренең айырым бер бүлмәле фатирға күсеүе тураһында ла белдек. Өлкән ир туғандарында тығылып йәшәргә уңайһыҙлан­ғандыр инде. Хеҙмәттәшебеҙ, аҡсаның аҙ килеүенә йәне көйөп, ирен ҡыҙған табала бейетеп алды: “Уҡаң ҡойолмаҫ ине, туғандарҙа йәшәп торһаң. Уларҙың да бер ере лә кәмемәҫ ине. Һин барыбер көнө-төнө эштә тигәндәй, өйҙә булыуыңды белмәй ҙә ҡалалар һ.б.” Шунан әллә үҙен, әллә беҙҙе тынысландырҙы: “Киләһе айҙа аҡсаһы күберәк киләсәк”. Беҙҙән үтескә алынған аҡсаға модаға ингән “горка” гарнитурын һатып алып, залына ултыртып ебәргәйне шул. “Иремдең тәүге эш хаҡынан бурысты ҡаплармын”, – тигән һүҙе өсөн аҡланды, буғай. Беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, “горка”ны йыуҙырып та өлгөргәйне, шуға, ярай, икенсе айҙа кире ҡайта­рырһың, моғайын, ҡас­маҫһың, тип көлөштөк. Ә бер көндө, төштән һуң эшкә килһәк, хеҙ­мәттәшебеҙ шарылдап телефондан ирен геүләтә. Аптырашып, ҡолаҡтарҙы ҡар­пайттыҡ. Баҡтиһәң, ире телевизор һатып алған. Сәсрәп уны әрләп-әрләп тә, тыныслана алмаған хеҙмәттәшебеҙ трубканы бәргәс, ярһып иҙән таҡталарын шығыр­латты: “Күҙ алдына килтерә­һегеҙме, уға, имеш, бер үҙенә унда күңелһеҙ, көнө үтмәй, шуға телевизор алған! Ә миңә күңелле! Таң менән тороп ут яғыуы, һарай таҙартыуы, балаларҙың тамағын хәстәрләү шул тиклем күңелле, хатта кисен башымды мендәргә терәр-терәмәҫ борон хәлдән тайып йоҡлап китәм. Инде рәхәтләнеп күңелләнә-күңелләнә һыйыр һауам, малға бесән һалам, ҡар көрәйем! Ихахайлап эшкә йөрөйөм, телде арҡыры тешләп, арманһыҙ түгел, ә күңелләнеп ҡайтам! Ә уға күңелһеҙ! Өҫтәмә эш эҙләр ине, әҙерәк йүнлерәк булһа, ялын бушҡа үткәрмәҫ өсөн, ә был быҙау быҙау инде, гел әйткәнде, артына төрткәнде көтә. Бот күтәреп телевизор ҡарап ятмаҡсы! Ә бисә ике смена – өйҙә һәм эштә – бил бөкһөн әйҙә”. Беҙ, коллегалар, икегә бүлендек. Беребеҙ, дөрөҫ, тип, ҡатынды хупланы, икен­селәребеҙ, телевизорҙы, моғайын да, яңыһын, ҡиммәтлеһен алма­ғандыр, иргә лә ял кәрәк, тиештек. Әммә хеҙмәттәшебеҙ үтә ҡыҙғайны: эштән ял көндәре һорап, бала-сағаһын һәм мал-тыуарҙы тәрбиәләп, ҡараштырып тороуҙы күршеләренә йөкмәп, енләнеп Себергә үк юлланды. Барып телевизорҙы магазинға кире тапшыртып, ҡәнәғәт йөрөп ҡайтты. Барыбер үҙ һүҙемде һүҙ иттем, аҡса сарыфлап, теләһә нимә алып ятмаһын унда, тип күкрәк кирҙе беҙгә бурысын ҡайтарғанда. Мин, ул саҡта йәш кәләш, уның ма­жараһын көлә-көлә иремә һөйләнем: “Шундай ҙа башһыҙ булырға кәрәк тә инде, биш тинлек телевизор өсөн тегендә-бында юл йөрөп, күпме һумлыҡ зыян күрҙе. Иренең эш хаҡын тиненә ҡәҙәр тикшерә, сарыф ителгән һәр тин өсөн отчет ала. Шул ҡалала йәшәгән туғандарын даими рәүештә ире янына ебәртеп, нисек йәшәп ятҡанын да контролдә тота. Бигерәк килештереп ебәрә инде”.

Ләкин көлә килә, артыңдан ҡыуып етә килә икән. Миңә лә иремде Себергә ебәрергә тура килде. Ниндәй оҙон аҡса артынан, ти, апай, бөтөнләй эш булма­ғанлыҡтан, аптырағандың көнөнән. Сәп-сәләмәт ирҙе һуйҙайтып өйҙә һалып ҡуя алмайым да баһа! Тәүҙә бер-ике ойошмала уны алдап, бушҡа эшләтеп, аҡсаһын түләмәй ҡайтарҙылар, һуңынан ышаныслы ғына ергә эшкә төштө. Ипле генә вахтаһын эшләп ҡайта ла, бында йорт-ҡура тирәһендә булыша, башҡа ирҙәр кеүек эсеп, ауыр эштә табылған аҡсаһын тәләфләмәй. Тапҡан-таянғанын өйгә генә тыға. Һәр хәлдә мин шулай тип уйлағайным... Инде ҡыуанып ҡына донъя көткәндә аяҙ көндө күк күкрәне: Себерҙән бер ҡатын шылтыратып, мин бында һеҙҙең ирегеҙ менән йәшәп ятам, тип “һөйөнсөләне”. Ултыра төштөм, апай. Ғүмерҙә лә иремдең һөйәркәһе барлығына ышанмаҫ инем, сөнки ул ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сибәр ҙә, теле-телгә йоҡмаған телсәр ҙә түгел, ҡаҡса ғына ябай ауыл балаһы. Әммә бына бит, ғаиләнән ситтә йөрөү кемде генә аҙҙырмаҫ... Шылтыратҡан ҡатын һалмыш тойолдо. Һөйләшкән арала уның минән йәшерәк булыуы ла асыҡланды. Ашнаҡсы икән.
– Һиндә тамсылай ғына ғорурлыҡ булһа, ебәр һин иреңде, – ти миңә.
– Ыста, – тим, тотлоғоп, – нишләп иремде ебәреп торайым, мин уның законлы ҡатыны, уртаҡ балалар үҫтерәбеҙ.
– Ул һине түгел, мине ярата, һиңә айырылышыу тураһында әйтергә генә ҡурҡа, шуға ла үҙем шылтыратырға булдым.
– Бәй, ҡайҙа үҙе, саҡырығыҙ телефонға, үҙе был турала әйтһен, нимә, мин уны тотоп ашар тиме әллә, – асыуҙан ҡыйыулана төштөм, сикәләрем уттай ҡыҙҙы (ә ирем был ваҡытта Себерҙә вахтала бит инде).
– Әле ул эштә, бына ҡайтһа, әйтер ҙә. Ә, бәлки, әйтмәҫ тә. Уның баҙнатһыҙ икәнен беләһең, – ти миңә.
– Күптәнән бергәһегеҙме? – тыныс ҡалырға тырышам, ә үҙемдең йөрәгем күкрәк ситлеген емерерҙәй булып тибә.
– Ярты йыл.
“Ярты йыл, ярты йыл”, – тип эстән генә ҡабатлайым, ҡулымдың ҡалтырауынан трубка төшөп бара. Телефонға ике ҡуллап йәбешеп, көндәшемдең хәбәрен тыңларға ҡайҙандыр көс табам.
– Мин фотоңды күрҙем, һин минең менән ярыша алмайһың, – ти ул әҙәп һаҡлап тормайынса. – Мин йәш, ә һин?! Миңә ул аҡса йәлләмәй, ни теләйем, шуны алып бирә. Һәм, ғөмүмән, беҙ бында һөйөшөп кенә йәшәйбеҙ.
– Ә беҙ нимә, талашып йәшәй, тип уйлайһыңмы?
– Әллә-әллә, татыу йәшәһәгеҙ, ирегеҙ һулға тартылмаҫ ине. Һеҙҙең арағыҙҙа енси яҡынлыҡ та юҡ бит инде, нимәгә иреңә йәбешеп ятаһың?
– Бәй, ҡыҙыҡ: енси яҡынлыҡ булмағас, балаларыбыҙҙы нисек таптым икән? Әллә һеҙҙеңсә һауанан ауырға ҡалғанмынмы ни?
– Бәлки, элек, йәшерәк сағығыҙҙа булғандыр ҙа, әммә ирең менән йөрөй башлағанда, ул, ҡатыным менән ярты йыллап йоҡлаған да юҡ, тине.
“Аһ, ҡайт ҡына, ауыҙыңды ҡайырайым, – иремә асыуым ҡабарҙы. – Күрһәтермен мин һиңә “ярты йылды”! Ә телефонға былай тим:
– Һеҙ иҫәрҙәрҙе түшәккә ятҡырыр өсөн ирҙәр ни тип һайрамаҫ. Аҡылығыҙ булһа ышанмаҫ инегеҙ ҙә, ул һеҙҙә самалыраҡ, ахыры. Кеше иренә ымһынып йөрөп, ғүмерегеҙҙе заяға уҙғармаҫ инегеҙ, ашнаҡсы.

Һүҙҙәрем сәменә тейҙе, ҡаты-ҡаты һүҙҙәр ысҡындырып, телефонды һүндерҙе. Ә мин һөйләшеп бөтөү менән иремә рәнйеп, мендәргә ҡапланып илап алдым. Айырылышам да, әйҙә, йәшәһен шул кәнтәйе менән, тип янып-көйҙөм. Тынысландырғыс дарыу­ҙар эсеп, уйларлыҡ хәлгә килгәс, нишләп мин һап-һау, оҫта ҡуллы иремде – ҡыҙҙарымдың атаһын анһат ҡына сит кешегә бирәйем, уны тиҙ арала кире ҡайтарып алырға кәрәк, тип уйланым: “Башҡа ҡатындар ҡарарлыҡ булғас, уның күркәмлегендә минең дә өлөшөм бар. Һәйбәт ир кәрәк булһа, үҙе үҫтереп, тәрбиәләп алһын, – тип ҡәһәтләндем. – Әтеү рәхәт кенә кешенең ирен баҫып алырға тора”. Ҡәйнәмә бәлә һалырға, кәңәшләшергә йүгерҙем. Аллаға шөкөр, ҡәйнәмдән уңдым мин, апай. Аҡыллы, сабыр кеше, мине, килен дә килен, тип тартып тора. Уға зарланғас: “Ҡара һин аны, әҙергә – бәҙер, – тип ул көйөргә булып китте, улының күләгәһенә лә эләкте, – бынамын тигән киленемде базур итеп, өҫтөнән йөрөй, зимагур! Ҡайтһын ғына, кәрәген бирәм мин уның!” Ярһып-ярһып бер сәйнүк сәйҙе лә, күңелде лә бушатып, ҡәйнәм менән икәүләшеп план ҡорҙоҡ.

Шул уҡ көндө ирем бәйләнешкә сығыу менән бер ни булмағандай тыныс ҡына һөйләшеп, ҡәйнәмдең “ныҡ” сирләп китеүен әйттем. Иламһырап та алдым: “Бер-бер хәл булды-ниһә, шулай ситтә йөрөп, әсәң менән бәхилләшеп тә өлгөрмәҫһеңме икән?!” Ҡобараһы осто малайҙың. Ә улар, өс бер туғандар, әсәйҙәрен ихлас ҡәҙерләй, ихтирам итә, ирем – кинйәкәй – бигерәк өлтөрәй. Ул әсәһенә шылтыратҡас, ҡәйнәм дә шул уҡ йырҙы йырлаған: “Әллә ҡайтып өлгөрәһең, улым, әллә юҡ... Бөтә аҡсаны эшләп бөтмәҫһең, ҡайт. Яҡын-тирәлә лә эш бөтмәгән. Исмаһам, минең дә күңелем тыныс булыр, һинеке лә”. Ҡайтмай торғаны бармы? Эштән сығып, ҡайтҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әле бында эшләп йөрөй. Шулайтып, уйламағанда саҡ иремдән ҡолаҡ ҡаҡманым, апай. Һөйәркәһе тураһында төбәшке, шылтыратыуы хаҡында әйтке килә, әммә үҙемде тыям, әүәлгесә ихласлап донъя көтәбеҙ. Теге хеҙмәттәшемдән көлә инем бит, хәҙер үҙем дә уның ише иремдең һәр һумын иҫәпләйем, карточкаһын үҙем тотам. Аҡсаһыҙ иргә кем ҡараһын? Аҡсалы ир-егеттәргә генә һунар бара. Иремдең бер үҙен бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, гел бергә генә. Хәләлең менән кеше араһында ҡултыҡлашып йөрөү үҙе бер бәхет икән. Ирем минән башҡа кемгә кәрәк, тип йәшәп ятҡанда, миңә оло һабаҡ булды был хәл. Теге ашнаҡсы арҡаһында иремә минең тарафтан ҡәҙер-хөрмәт күпкә артты. “Ярты йылды” күрһәтәм генә үҙенә хәҙер. Кемгәлер зарланыу түгел, “з” хәрефе лә ауыҙынан сыҡмаһын, тим.

Хәбәре оҙонға һуҙылһа ла, танышымдың һөйләгәндәрен ҡыҙыҡ күреп тыңланым. Сабыр­лығына, тотҡан ерҙән һындырмай, айыҡ аҡыл менән эш итеүенә һоҡландым. Ғаиләһен һаҡлап ҡалыуы, яңылышлығын иҫенә төшөрөп, ирен бер туҡтауһыҙ игәп тормауы, балалары алдында атайҙарының абруйын төшөрмәүе батырлыҡҡа тиңдер ул. Килен ҡәйнә усағынан ярала тиеүҙәре лә раҫ. Килен ҡәйнәһенән генә түгел, ҡәйнә кеше лә килененән уңған бит! Танышыма бынан ары ғаилә караптарының айҡалып-сай­ҡал­мауын, бәхетле йәшәүҙәрен, хәләле менән тиң-тигеҙ ҡартайыу­ҙарын теләнем. Ә йөҙөмдән йылмайыу өҙөлмәне – ниндәй аҡыллы ҡатындар бар!..





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға