«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



25.01.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Әтәс тауыҡтарҙы әйләндереүсе агрегатҡа күҙе ҡыҙып ҡарап тора.
– Үәт, әй, ауылда әтәстәргә тауыҡтар етешмәй, ә былар рәхәтләнеп каруселдә әйләнә.

* * *
Ике ҡуян осраша. Береһенең ҡулы бәйләнгән.
– Һунарҙамы?
– Һунарҙа.
– Һунарсымы?
– Һунарсы.
– Аттымы?
– Юҡ, аяҡҡа баҫты.

* * *
ҡабан сусҡаһын урман­ға тәфтишсе иткәндәр. Төлкөгә бәйләнә икән был.
– Әйт, кемдең тунын кейҙең?
– Үҙемдекен.
– Урлашҡанһың – төрмәгә.
Камерала ултырғанда янына ҡаҙҙы индергәндәр.
– Һине нимә өсөн?
– Ниндәй аҡсаға йыл да көньяҡҡа осаһың, тип бәйләнде бит ҡабан, – тип яуаплаған, ти, ҡаҙ.

* * *
Ике дуҫ поликлиникала осраша.
– Нимә эшләп йөрөйһөң бында?
– Малайҙар башҡа сиртешеүгә шахмат уйнаған да, береһе бармағын һындырған, икенсеһенең мейеһе һелкенгән.

* * *
– ҡыҙым, шул егетеңде көн дә килтереп йөрөмә әле. Минең борсолғанды беләһең бит.
– Ярай, әсәй, бөгөндән башлап мин үҙем уларға барам. Әйҙә уның ата-әсәһе борсолһон.

* * *
– Тик кенә тороғоҙ, тик кенә тороғоҙ, тим бит һеҙгә!
– Был нимә, талаумы ни?
– Юҡ. Был күмәкләшеп фотоға төшөү...

* * *
– Әсәй, был нимә?
– Һуған ашы, улым.
– Һин нимә, Чипол­ли­ноны үлтерҙеңме ни?
– Юҡсы, улым, баҙар­ҙан һатып алдым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға