«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)



26.02.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)


* * *
Кибеттә бер ханым күлдәк һайлай.
– Туҡымаһы миңә оҡшай. Бына биҙәктәре генә оҡшап етмәй.
– Юҡҡа борсолаһығыҙ. Биҙәктәре беренсе йыуыуҙа уҡ юҡҡа сыға ул.

* * *
Тулы ғына кәүҙәле ханым диетологҡа килгән.
– Мин әйткән дарыуҙарҙы эсәһегеҙме?
– Эсәм.
– Көнөнә нисә төймә?
– Нисә тип инде… Тамағым туйғансы…

* * *
Ике ҡатын һөйләшә.
– Ирҙәрҙе гел ашатып ҡына торорға кәрәк.
– Ниңә?
– Артыҡ ябығып, бармағындағы балдағы төшөп китмәһен өсөн.

* * *
Ҡырын тейәп алған ир өйөнә ҡайтып ингән дә, иҙәнгә йығылған. Ҡатыны уның өҫтөнә юрған ябып ҡуйған. Төн уртаһында ир уянып киткән дә ҡатынына ҡысҡыра икән:
– Зинһар, утты яндыр! Мин карауаттан төшә алмайым!





Автор: Т. Аманов
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға