«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)



19.02.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


* * *

– Ҡарап-ҡарап торам да, һеҙ көн һайын ресторанда, лейтенант, – тип төрттөрә полковник. – Бына минең ундай урындарға йөрөргә аҡсам етмәй.
– Аҡсағыҙҙы ҡайҙа ҡуяһығыҙ һуң?
– Алып ҡайтып ҡатынға бирәм. Ә инде ул миңә күпме бирә – барыһы ла минеке.
– Эх, ҡатын-ҡыҙҙың яйын белмәйһегеҙ һеҙ, полковник. Арт­тан килеп, йомшаҡ ҡына итеп иңдәренән ҡосоп алаһығыҙ ҙа, муйынынан үбәһегеҙ һәм һорайһығыҙ. Аҡса һеҙҙеке буласаҡ.
Полковник, өйөнә ҡайтҡас, лейтенант өйрәткәнсә эшләй. Арт­тан килеп ҡосаҡлап ала ла, ҡатынын наҙлап ҡына муйынынан үбә.
– Нимә, лейтенант, тағы аҡсаң бөттөмө?

* * *
Егет – ҡыҙына:
– Һөйөклөм, теләйһеңме, мин һиңә Айҙы ла, күктәге йондоҙҙарҙы ла бүләк итәм!
– Бер тин дә аҡсаң юҡмы ни, бәғерем?

* * *

– Ниңә күҙҙәрең ҡыҙарған?
– Ҡойма ярығынан ҡарап тора инем, күҙгә төрттөләр. Хәҙер икеһе лә ауырта.
– Икенсеһе нимәгә ауырта?
– Кем төрттө икән, тип ҡарамаҡсы инем...





Автор: Т. Аманов
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға