«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Утын (Хикәйә)



23.02.2019 Утын (Хикәйә)

...Эйе, күпте күргән был башымдың
Бер үк заттан түгел аҡтары,
Шуға күрә күңелемә төштө
Ҡайһы аҡтарҙың ҡара таптары...
М. Кәрим.

“Минеке – аяғын, Ғәрифәнеке – күҙен, Сәлих ҡулын ҡалдырып ҡайтты. Был, әҙәм аҡтығы, һап-һау. Бер яраһы юҡ. Беҙҙекеләр дауна теге донъяла. Бер ни булмағандай йәшәп ята. Кеше белмәй ти инде. Кем икәнен. Ҡасҡын, дезертир, һатлыҡ йән... Ишшү һиңә ярҙам...”

Мөхәммәттең ҡолағына бөкө тығылмаған. Бабай, күкһел күҙҙәрен йомғолап, ҡалтырана-ҡалтырана кеҫәһенән валидол алып ҡабып, тулаған йөрәген ҡапшап тора бирҙе лә, тәрән тын алғас, арыуланғандай булды. Анау күлдең юшҡыны кеүек, күптән таштай ҡатҡан күңелен йыуатыу­сы юҡ шул. Хәләле менән хушлашҡанға ике йыл. Ғүмерен өҙөргә ниместең бер пуляһы ла етер ине. Пулялар ҡолағы төбөнән һыҙғыр­а-һыҙғыра осто, йәнен ала алманы. Ҡоралһыҙ-ниһеҙ үҙеңдекеләр язалай... Әрнетә, күҙ ҡабаҡтарында йыйыл­ған әсе күҙ йәштәре төйөрө ана-бына түгелергә тора. Магазинда сиратһыҙ, этелә-төртөлә барып, аҡсаһын ырғытып, бер шешә “Московская”ны ҡуйынына тығып өлгөрмәне, бер нисә ҡатын ябырылып тартып алды. “Мин – ветеранмын...” “Ветеран, имеш, берәү. Һуғышмаған кеше ветеран буламы?!” – тип үҙһүҙлеләнде яуҙа хәбәрһеҙ юғалған Динмөхәмәттең әбейе Бәҙеғол. “Тегендә, алыҫ Гер­манияла, беҙҙе эткә лә һанамай ҡырған, балаларыбыҙҙы штык осона элгәндәрҙе, аҫып, яндырып, ағыулап, рухыбыҙҙы һындыра алмағандарҙы ҡатындары кемгә һанай икән...” – тип уйланды бабай. Аңы юйыла яҙып, ҡарт магазиндан сыҡты. Ямғыр биҙрәләп ҡоя ғына. Мөхәммәт ҡарт, ишеткәненән оялғандай, күҙҙәрен дә күтәреп ҡарамай, ике баҫаһын бер атлап, ҡайтыу яғына ыңғайланы. ямғыр биҙрәләп ҡойһа ла, ут-һыуҙы кискән һуғышсының хәленә инеп, өҫтөнә яғылған бысраҡты йыуып төшөрә алмай шул. Ул күл буйына теҙелгән барактарҙың береһенә ыңғайланы. Ишек төбөнә еттем тигәндә, аяҡ аҫтындағы биҙрәләргә эләгеп, соҡорҙа йыйылған һыуға ултыра төшә яҙҙы. Ауа-түнә бүлмәһенә инде. Тәҙрәһенән тышҡа күҙ һирпте. Болотло йонсотҡос көн былай ҙа китек күңелен етемһерәтте. Ҡараңғылыҡ уға юлдаш була алмай. Карауатына гөрһөлдәп ауҙы. Кейеменә һеңгән һыу, күләүек булып ағып, иҙән ярыҡтарынан түбәнгә һарҡты.

“Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш... – тип өшәнеп ҡалтыранды ветеран. – Ошоғаса рәнйетте... Әле булһа артымдан ҡалмай... Ҡорт шикелле кимерә. Бинахаҡҡа...” – тип өҙгөләнде. “Их, теге ҡатындар менән яғалашаһы ине. Илен фашисҡа һатҡан, тиҙәр. Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән... Һөйәкһеҙ тел ауыҙҙары эсендә болғанып, булмағанды сәйнәгәндән күңелдәре буламы? Сей яраға тоҙ һибеп ҡалайыҡ, тиҙәрме?”... Миналар шартлап, ярсыҡтары теткеләп сыбарлаған аяҡтары әрнеп, үҙәгенә үткәреп һыҙларға тотондо. Яуҙарҙа фашизм этлегенән ҡаҡшаған йөрәге туҡтауһыҙ семтеп, сәнскеләп, үҙен һиҙҙерҙе. “Артыҡмын икән. Минһеҙ рәхәтләнеп йәшәрһегеҙ... Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Миңә лә ер аҫтына күсенергә ваҡыт еткән. Әммә ул – Аллаһы Тәғәләнең эше..."

Еүеш кейеме былай ҙа туңған тәнен үҙәгенә үтеп өшөтөп ҡалтырата. Һуғыш яландарында ҡара төтөн, әсе һөрөм еҫкәп, көс еткеһеҙ ауыр эштәрҙә эшләп, һалҡын камераларҙа аунап, иңенә төшкән ауырлыҡтар уның кешелек сифатын ҡаҡшата алмағанды, бөгөн ауылдаш ҡатындары тереләй үлтерҙе. Йән асыуынан еүеш кепкаһын ситкә һелтәне. Яугирҙы үртәгәндәй, йонсотҡос яуым-төшөм уғата шашып ҡоя бирә лә, яңғыҙаҡты йыуатҡандай, тәҙрә быялаһын йыуырға тотона. Күптән яғылмаған еүеш тәпәш бүлмәһендә күҙ ҡабаҡтары ауырайып, бына-бына йомолор төҫлө. Киске шәфәҡ тау артына байыған да, күк йөҙөн алһыу төҫкә буяған. Иртәгә ямғыр туҡтар. Ямғыр, унан ғәфү үтенгәндәй, киске һалҡында аҡ күбәләктәргә әйләнеп, ел ыңғайына тәҙрәһенә еңелсә бәргесләй.

Ҡарт торорға ынтылды. Тырыша торғас, карауаты ситенә таянды. Бүлмәһенә күҙ йүгертте. Мейес буйындағы сөгөнгә өҫтән аҡҡан һыу мөлдөрәмә тулып ташып, тишек эҙләп, иҙән буйлап йүгерә.

Кемдер килә түгелме? Яуындан шешенгән ауыр ишек шығырланы. Тракторсы Рәхимйән икән. Ҡосаҡлап индергән утынын көлдөксәгә һалды. Өнһөҙ-һүҙһеҙ ямғыр һыуын тышҡа сығарып түкте. Ҡарт ҡуйынында булмаған шешәһен һәрмәп маташты.
– Ошоно йәлләйҙәрсе, – тип, егет бер аҡбашын өҫтәлгә ҡуйҙы. – Иртән ырҙының артына бер трактор утын ауҙарҙым... – тине, мейестең көлөн биҙрәгә һалып алып. “Ә-ә-ә... Шуны күпһенәләр. Бер трактор утын тәҡәбе лә тормайым икән...” – тип, ауыр һулап, мығырланы ҡарт. Егет мейескә утын тултырып, туҙ һалып, тоҡандырмаҡсы булды. Утынына тиклем киреләнеп, быҫҡып, янмай ыҙалата. Бер шешә солярка индереп һирпкәйне, бөртөк шырпы көкөртө лә етте.
– “Батырлыҡ өсөн” миҙалын һатлыҡ йәнгә бирмәйҙәрҙер ул? – тине егет, стена буйында элеүле торған костюмға төртөп.
Себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлашты. Бабай теләр-теләмәҫ урынынан тороп ултырҙы. Рәхимйән уның лыҡа һыуланған кейемен систереп, мейес артындағы сөйҙәргә элде. Кейем шкафынан ҡороларын алып бирҙе.
– Һинең йәшеңдә инем. Ун һигеҙ йәш ярым. Атайҙан “ҡара ҡағыҙ” алдыҡ. Марганец рудаһы соҡоп йөрөгән еремдән үҙем теләп фронтҡа киттем. Поезд шығырым тулы. Өҫкә – шинель, аяғыма – кирза итек, башыма шлем кейҙереп, ҡулыма мылтыҡ, граната тотторҙолар ҙа дошманды туҡмарға, дөмөктөрөргә ҡуштылар. Бер йыл... – тине лә, һуғыштың нимәһен һөйләйһең инде тигәндәй, вайымһыҙ күҙҙәрен уға төбәне. Һарғайып бөткән гәзит киҫәген йыртып алды. Кисетенән махорка алып һалып төрҙө лә мейес алдындағы күгәргән күмергә төртөп ҡуҙлатып һура башланы. Тәмәкенән сыҡҡан төтөндөң мейес һурып бөтөрә алмағаны йоҡа томан кеүек бүлмә буйлап таралып, Рәхимйәндең танау буйын әсетте.

– Йыуан фрицты теге донъяға оҙатҡас та ҡурҡышымдан ағас башына менерҙәй булдым. Дошман булһа ла тере йән бит инде. Әсәйҙең әтәсен дә һуймаған кеше – миңә, ни. Әәәй, аҙаҡтан мәйеттәргә ултырып тамаҡ туйҙырылды. Өйрәнелде, – тип, тәмәке төпсөгөн мейес ҡырына төйгөсләп һүндереп, өҫтәле артына ултырҙы.
– Сталинград ҡалаһы өсөн алыш, ай-һай, аяуһыҙ булды. Һәр һуғыш та шулай­ҙыр инде, тиерһең... Быныһы бигерәк тә дәһшәтле. Ай-һай, килә ине дошман беҙгә ябырылып, күңелле һыҙғырып. Бер юлы меңәрләгән танк беҙҙе ергә ҡушып тигеҙләй. Күктән “ҡоҙғон”дары туҡтауһыҙ өҫтөбөҙгә бомба яуҙыра. Бомба ямғыры... Бөгөн ҡойоп яуған ямғырмы ни... Ер менән күк тоташты. Кеше кешене танымаҫ... Һәр метр ер һуғышсының ҡаны менән һуғарылды. Кеше себен кеүек ҡырылды... Һөйләп оҡ­шатып булмай. Ко­мандирым өҫтөнә ме­неп килгән ике танкты шартлаттым да... – тине, миҙалға әйләнеп ҡарап. – Шул булды инде минең фронт юлдарым.

Ауыр тынлыҡ урынлашты. Тәпәш өйҙөң түбәһендәге тәмәке төтөнө бер урын­ға уҡмашҡан. Өй түренә йылы йүгереп, терелгән себендәр яҡтыға, тәҙрә быялаһына йыйылған. Карауат ситендә ул­тырған егеткә ҡарап:
– Быны ла шунда өйрәттеләр. Атака алдынан ҡаушамаҫ өсөн, – тине лә, шешәһенән ҡойоп алып, рюмканы бушатып, һарымһаҡ киҫәген еҫкәне. Башын аҫҡа эйеп, бер талай ултырҙы ла, ауыр күҙ ҡабаҡтарын асып, Рәхимйәнгә текәлде. Яңаҡтары буйлап, эре ямғыр тамсыларылай, туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аға. Ир илаһа, ер илай, тигәндәре шулдыр, тышта ямғыр уғата көсәйеп, шауланы. Ошоға тиклем оло кешеләрҙең бала кеүек һыны ҡатып илағанын күрмәгән Рәхимйәндең дә күңеле тулып, артҡа боролоп, танауын мыршылдатты.
– Теге, нимә тигән әле фронтовик шағир Мостай минең турала... Ҡоростоң да иң ҡатыһы – ул Сталинград һаҡсыһы... Үҙе лә шунда алышҡан бит. Дөп-дөрөҫ. Миңә, Сталинград һаҡсыһына, хөкүмәттең бер трактор утыны артыҡ... – тине лә, ҡалтыранып:
– Командирым ун көнгә ялға ҡайтарҙы. Ҡайтһам... Зәңгәр күлдәрем генә урынында. Урамда бер әҙәм юҡ. Бер кәзә бәрәсе генә, аҙашыпмы, туҡтауһыҙ баҡырып, инәһен таптырып ҡаңғыра. Ваҡ бала-саға Нәбирә әбейҙә. Ауыл фашист яуынан һуңмы ни, буп-буш. Бында ла ҡот бөткән. Эңер төшөүгә берәм-һәрәм ҡайта башланылар. Өйҙә эсергә һыу ҙа кипкән үлән-һәлән, тире-мире. Ауылдаштарҙы танып та булмай. Алдымда – ҡоро танау, күҙҙәре төпкә батҡан, муйындары һерәйгән йәндәр. Күптәрен таныманым хатта. Кипкән тирене ҡырҡып бешереп, һурпаһын эсеп, йән аҫрайҙар икән. Атай мәрхүмдең һарай­ҙа йәшереп тотҡан мылтығын эҙләп алдым. Атлай-йүгерә күл артындағы урман­ға саптым. Уҫаҡлыҡҡа тарттым. Ул ваҡытта ни, урманда төрлө йәнлектең күп сағы. Ҡоралайҙар... Һайт-һайтлап тышҡа сығарҙым. Береһен атып та алдым. Тиреһен һыҙырып алдым да, итен тунап, тоғома тултыр­ҙым. Кисен ҡаҙанда бешереп, ауылдаштарҙы һыйланым. Ауыл­даштарға көн дә береһен алып, итен тараттым. Китергә ваҡыт та етте... – тине лә, урынынан тороп, тағы тартырға гәзиткә үрелде. Мейестә быҫҡып булһа ла янған йәш утынға ҡарап, ауыҙындағыһын көйрәтеп бөтөп, ҡуҙ өҫтөнә бырғатты ла:
– Ҡайҙа тип уйлайһың? Ун йылға төрмәгә. Коми АССР-ына.
– Нисек инде?
– Минең өҫтән кемдер донос яҙған ине. Бына шулай, Рәхимйән улым, Мөхәммәт апаң дезертир, һатлыҡ йәнгә әйләнде. Улым, мине һатҡан кешегә Алланың ҡаты ҡәһәре төштөмө икән?! – тине, теле көрмәлеп.

Рәхимйән өндәшмәне. Эстән уртын сәйнәп, магазиндағы ҡатын-ҡыҙҙарға асыуы-һарыуы ҡайнаны. Ҡарт, арыпмы, башын өҫтәлгә һалып, тынып ҡалды.
Рәхимйән таң тишегенән торҙо. Ҡырҡты тауҙарына артылған ҡояш ҡалҡты ла, нурҙарын күл буйҙарына, ауыл өҫтөнә һипте. Рәхимйән әжәлдең бабайҙы һағалап торғанын, таң атыуға үҙе менән алып киткәнен хәл белергә ингәнендә белде...
Бөйөк Еңеүҙең алтмыш йыллығы алдынан аяуһыҙ һуғыш шаһиты ауҙы. Утынға хужа табылманы...


Сталинград һаҡсыһы.





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға