«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...



16.02.2019 Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Арабыҙҙан иртә киткән һөйөклө һеңлемде һағынып, һағышҡа батып ултырғанда, яҙыу килде: “Беҙҙең дә туғаныбыҙҙы ҡәһәрле сир йәшләй алып китте. Яҙғандарығыҙҙы уҡып, ҡайғығыҙҙы бергә уртаҡлашып, үҙемдекен яңынан кисергәндәй булам. Күпме йыл үтте, ә һаман ышанырлыҡ та түгел. Илата. Әллә ҡайҙан сыға ла тора күҙ йәше. Әлдә генә балаһы, төҫө ҡалды. Нишләр инек унһыҙ? Көн йылытҡыс шул бала, күңел йыуатҡыс... Әммә йөрәк яраһы һис тә уңалмай...”

Ошо юлдарҙы яҙған һөйкөмлө һылыу менән хаттин яҙышып, ҡайғы уртаҡлаштыҡ. Беҙ кисергәнде улар ҙа кисергәс, мин уны шундай яҡшы аңланым, хәлен бөтә күңелем, йөрәгем менән тойҙом. Йөрәккә һыймағанды был һылыу ҡағыҙ битенә бушатты:
– Көн һайын һәр беребеҙ иртә менән тороп ҡайҙалыр ашығабыҙ, көндәребеҙ, ай һәм йылдарыбыҙ тормош ығы-зығыһы менән үтә, алға елә генә. Шулай, сабыш аты шикелле бер тиклем сабып арығас, йәки бер ташҡа абынғас ҡына, хәл­дән тайып, эргә-тирәбеҙгә, үт­кән юлыбыҙға күҙ һалабыҙ, алдағы үтер юлды сабып йәиһә атлап ҡына үтергәме икәнлегенә ҡарап ҡуя­быҙ... Беҙ ҙә шулай бошонмайса йәшәп ятҡанда, тормош һуҡма­ғыбыҙҙа көтмәгәндә ҡап-ҡара, аяуһыҙ өйөрмә ҡупты, донъя­ларыбыҙ ҡараңғыланып ҡалды, был ҡотһоҙ өйөрмә иң кесе туғаныбыҙҙы беҙҙән мәңгелеккә тартып алды. Бына нисәмә йыл инде ошо ваҡыт­һыҙ юғалтыу йөрәкте телгеләй, көндәр, айҙар, йылдар үтһә лә, һис һүрелмәгән ҡайғы тәүге көндәгесә ауыр һәм упҡын кеүек тәрән…

Туғанҡайым минең, һинең менән туйғансы һөйләшеп, серләшеп тә өлгөрмәнек бит беҙ. Апайың булараҡ һиңә лайыҡ була алдыммы, бер туған апайың, серҙәшең, әхирәтең була алдыммы? Һинең алдыңда һаман да үҙемде ғәйепле тоям, туғанҡайым өсөн барыһын да эшләнемме, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек вазифаһын үтәй алдыммы икән, тип төндәрен уттарҙа янам.

Таныш бер апай, берәү алдында үҙеңде ғәйепле итеп тойоу күңел­дәге ҡайғыны еңеләйтә, тигәйне, ысынлап та шулаймы икән, әллә мине тынысландырырға ғына теләп әйттеме? Туғаным, һин беҙҙе был донъяларҙа ҡалдырып кит­кәндән һуң бер йыл күҙҙән йәш кип­мәне, һаман да исемеңде телгә алыр-алмаҫтан күҙҙәр йәшләнә. Күп илауҙан йәш шишмәләре ҡорой, тиҙәр, әле лә йәш шишмәләре ҡоромай аға ла аға, һеңлем. Һин йәп-йәш, ғүмер яҙыңда был фани донъянан киткәс, тормоштоң бөтә яҡтылығы, шатлыҡ һәм ҡыуа­нысы миңә харам булды, йылмай­һам йәки көлһәм, ғәйепләнем үҙемде. Көлөргә йәки йылмайырға тейеш түгелмен, йәп-йәш һеңлем ҡара тупраҡ ҡосағында, ә мин бында шатлыҡ һәм кәйеф-сафа күрәм, тип үҙ-үҙемде әрләнем. Нисә йыл инде был тормош һинһеҙ... Әле лә бәхетле минуттар кисергәндә, яңы ерҙәр күрергә яҙһа, яңы кейем-һалым алырға булһам да, ғәйепле тоям үҙемде.

Ҡайһы берәүҙәр өсөн был иҫәрлек һымаҡ тойолор, бәлки, тик һаман да туғанымдың ҡулланған телефон номерын юйырға ҡул күтәрелмәй. Һәр бер һаны хәтерҙә яҙылған был номер, әйтерһең, ниндәйҙер сихри көскә эйә – туғаным менән арабыҙҙағы бер бәйләнеш ысулы, бер күпер кеүек… Тәүге йылдарҙа күңелдәрем тулған саҡта, түҙмәй, ара-тирә шылтыратып та алам, смс-хаттар ҙа яҙа инем… Оҙаҡ ваҡыт арабыҙҙан мәң­гелеккә китеүеңде ҡабул итергә теләмәнем, ҡабул итә алмай инем. Кеҫә телефоны ҡапыл шылтырар ҙа, телефондың теге яҡ осонда һинең тауышыңды ишетермен кеүек тойола ине, үҙемде шулай ышан­дырҙым, әүрәттем… Ләкин ваҡыт үтеү менән һинең кеҫә телефоны номерын башҡа кеше ҡуллана башлағас, тәүҙә алйый яҙҙым, аҙаҡ үҙ-үҙемде тыныслан­дырҙым – һин хәтерҙә, йөрәктә йәшәгән тиклем бар буласаҡһың, тинем. Ни тиклем аяуһыҙ булһа ла, ысынбарлыҡты, йәғни үлемдең хаҡлығын ҡабул иттем. Эй, барыбер һаман да өҙөлөп һағынам, бөтәбеҙ ҙә һағынабыҙ һине, туғаным!

Әсәйебеҙҙең сабырлығына, түҙемлегенә иҫ китерлек. Туғаны­быҙҙы йәп-йәш көйө юғалтыу беҙгә, бер туғандарға, ни тиклем ауыр, ә кинйә балаһын, күҙ нурын юғалтҡан әсәйебеҙҙең ҡайғыларын, кисе­рештәрен, тетрәнеүҙәрен тулыһын­са аңлау мөмкинме? Үҙендә ҡайҙандыр көс табып, беҙгә терәк-таяныс булып йәшәй әсәйебеҙ, мең рәхмәт уға!
Кескәй генә сағында әсәйһеҙ ҡалған сабый баланың хәлен кем аңлар?! Әсәһенең еҫен һағынып, тәүҙәрәк кейемдәрен ҡосаҡлап йоҡоға талған бала ҡайғыһының тәрәнлеге... Берҙән-берен, һөйгән ҡатынын юғалтҡан кейәүебеҙгә рәхәтме ни һуң, еңелме яңғыҙ аҡҡош һымаҡ тормош көтөүе?..

Күптәребеҙ ауырып, дауаханаға барып юлыҡмайынса, ул юлдан үтмәҫкә тырышыр. Ә бына яман шеш ауырыуҙары, онкология кеүек ауырыуҙар тураһында күптәребеҙ бер ни ҙә белмәй, йәиһә белергә, ишетергә лә теләмәҫ, Алла һаҡ­лаһын, тип, хатта ул ауырыуҙың исемен телгә алырға ҡурҡыр. Туғаным көслө рухлы кеше ине, уның бер ваҡытта ла зарланғаны булманы. Дауаханала табиптар ошо сир менән ауырыуын әйткәс, туғаным беренсе тапҡыр илап, миңә шыл­тыратҡайны. Шылтыратты, түгелеп, үкһеп илай ине туғанҡайым. Шул мәлдә Өфөлә инем, шунда уҡ эргәһенә йүгерҙем, әсәйебеҙгә лә шылтыратып, хәбәр итергә тура килде. Ул да килеп етте ауылдан.
Һеңлебеҙҙе дауаханаға һалды­лар. Әле лә күҙ алдында: бәпесе ике ҡулын һоноп, әсәһенә тартыла, әсәһе тиҙерәк дауахананан сығырға теләй, әммә сыға алмай – икеһе ике яҡта илай. Уларға ҡарап, мин дә түҙә алмай илайым. Көслө булырға, был ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көрәшергә кәрәк, тип туғанымды йыуатам, ял көндәрендә ике ҡала араһын үтеп, туғаным янына елдереп барып етәм. Химиотерапия, реанимация бүл­мәләре, анализдар… Пункция алғандан һуң күп ир-егет түҙә алмай ҡолай ине бит, туғанҡайым нисек түҙгән, сыҙағандыр, тик Алла ҡына белә… Тромбоцитҡа анализ өсөн ҡан бирергә кәрәк булғас, кейәүебеҙ донорҙар тапты. Минең ҡан тура килгәйне, беренсе тапҡыр ҡан бирергә барҙым. Палатала ҡан бирәм, үҙем эстән бер туҡтауһыҙ, туғаным ғына терелеп китһен, тип доғалар уҡыйым. Ә унан смс килде: “Апай, сәсемде ҡыҫҡа итеп ҡырып алдылар”. Һылыуымдың оҙон толомдарын киҫеүҙәрен күҙ алдына килтереп, иламаҫҡа тырышһам да, илап ебәрҙем. Күҙҙән йәш субырлап аға, ә үҙем: “Ҡайғырма, туғанҡайым, тағы ла ҡуйыраҡ булып үҫер”, – тип йыуатып яуап яҙам… “Юҡ, апай, унда бит химия йыйыла”, – тип ул мине йыуатҡан була. Ысынлап та, химиотерапиянан һуң сәстәре матур, ҡап-ҡара булып тағы ла үҫеп киткәйне.
Сәс тигәс тә, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, тышҡы ҡиәфәтебеҙгә, матурлыҡҡа бик ныҡ әһәмиәт бирәбеҙ, тик ул ҡотһоҙ ауырыуға ҡаршы көрәш­кәндә тышҡы ҡиәфәт түгел, сәлә­мәтлек әһәмиәтлерәк.

Рәхмәт кейәүебеҙгә: һөйләшеп, дауаханала таныш кешеләр табып, ҡатыны эргәһенә, реанимация бүлмәһенә, инеп йөрөргә рөхсәт алды. Химия алғандан һуң реани­мацияға күсергәйнеләр, хәле насарланып киткәйне. Шунда ла эргәһенә инә инек. Өҫтөбөҙҙә – аҡ халат, башыбыҙҙа – аҡ ҡалпаҡ, биттә – битлек, аяҡта – бахилалар. Эскә ингәс, аҡ халат өҫтөнән тағы бер халат кейҙерәләр, сөнки туға­нымдың хәле насар, беҙҙең өсөн зарары булмаған төрлө микроб йәки вирус уның сирҙән ҡаҡшаған һаулығы өсөн хәүефле ине. Ап-аҡ палата әлегәсә күҙ алдында. Ниндәйҙер махсус ҡорамалдар, шунда карауатта – туғаным. Бер үҙе. Янында оҙаҡ ҡалырға рөхсәт ит­мәйҙәр, биш минут ҡына туған­ҡайымды күреп сығам. Уныһына ла рәхмәт. Тиҙ генә хәбәрҙәремде һөй­ләйем. Һалҡын палатала бер үҙен ҡалдырып, кире сығып китеүҙәре шул тиклем ауыр…
Аҙаҡ уны блокка күсерҙеләр, унда ла янына инергә ярамай ине. Кейәү менән әсәй ныҡыша торғас, таптылар яйын – табиптар беҙгә алмашлап инеп сығырға рөхсәт итте. Әсәй – ҡыҙы эргәһендә. Туғаным, әсәй бында бөтә нәмәне ташып бөттө, тигән була. Шулай инде, әсәй бит ул.

Туғанымдың дауаханала ятыуына ике ай үткәс, әсәй менән ауылға ҡайтып килергә булдыҡ. Юлда бәйләнеш юғала, урыны-урыны ме­нән генә бар. Бер кафела туҡта­ғайныҡ, ят номерҙан шылтыратыу тураһында хәбәр килде. Артынса тағы смс-хәбәр: “Минең дә өйгә ҡайтҡым килә, ал мине бынан”. Туғаным икәнен аңланым да (блокта телефон рөхсәт ителмәй, шуға үҙенең телефоны юҡ ине), шылтыраттым. Иҙән йыуыусы апайҙың телефоны булып сыҡты. Һеңлем менән һөйләштерҙе, рәхмәт яуһын ул апайға. Туғаным, сыҙа әҙ генә, тиҙҙән сығырһың, тим. Күҙҙә – йәштәр, әммә илап булмай, сөнки әсәй эргәлә.
Тура апайымдарға ҡайттыҡ. Бәпесте уларға ҡайтарып торғай­нылар. Еләккә сыҡтыҡ, турғай еләгенә (беҙҙә ҡайын еләген шулай атайҙар). Апайым ҡайҙандыр, ағас­ты ҡосаҡлап теләк теләһәң, ул тормошҡа аша, тип ишеткән дә, күмәкләп ағас ҡосаҡлап, теләк теләйбеҙ… Теләк берәү генә – ҡәҙерлебеҙ һауығып сыҡһын!
Ике-өс көн ауылда булдыҡ та, йыйынып кире Өфөгә юлландыҡ. Туғаным – блокта, янына индем. Еләк алып килгәйнек, күстәнәстәр (их, күп нәмәне ашарға ла рөхсәт итмәйҙәр ине шул). Фотоаппаратты һуҙам. Балаһының фотоларын ҡа­рап ултыра, ә күҙҙәренән йәштәре туҡтамай аға ла аға... Эй, һағынғайны балаҡайын!

Хәле бер аҙ яҡшырғас, дауахананан сығарырға, тинеләр. Шунда шат­­ланыуы! Миңә шылтырата: “Коридорҙа йөрөйөм, аяҡтарҙы нығытырға кәрәк бит”. Туғанҡайым...
“Тиҙ ярҙам” машинаһында тура апайымдарға ҡайттылар. Апайым мунса яғып көтөп торған. Аҙаҡ һөйләй: “Килеп еттек, тип шылтыраттылар ҙа, юҡ та юҡ. Сыҙамай, урамға йүгереп сыҡтым. Магазин эргәһендә машинаны күреп ҡал­дым. Барһам, күстәнәс алам, тип ингән. Үҙе саҡ аяғында баҫып тора, шунда ла балаларҙы ҡайғырта бит.
Туғаныбыҙ яйлап аяҡҡа баҫты. Бер аҙҙан тағы дауаханала ятып сыҡты. Быныһында химияны еңе­лерәк үткәргәндәй тойолдо. Хәйер, үҙе генә белгәндер ауырлыҡтарын. Эргәһенә барабыҙ. Битлекһеҙ, халатһыҙ янына үткәрмәйҙәр. Сабыйҙы ла баштан-аяҡ шулай кейендерәбеҙ – ул быны ҡыҙыҡ күрә, бала бит.

Һауығып сыҡты. Театрҙарға ла бара башланыҡ. Нисектер тынысланып та ҡалдыҡ. Белһәм икән алда ни булырын... Балаҡайының тыуған көнөнә шул тиклем ихлас әҙер­ләнгәйне, иҫ китмәле. Хәҙер уйлайым, әллә күңеле һиҙҙҙеме икән, тип. Яңы йылды бергә ҡаршыланыҡ. Һуңғы тапҡыр бергәләп ҡаршылаған Яңы йыл булды. Шул ҡышта тағы ауырып китте. Былай ҙа температураһы бер ҙә төшмәй ине. Тағы онкодиспансер, химия. Тағы бер илап шылтыратыуы шунда булды: “Апай, бөгөн билем ауыртты ла, тора алманым”. Илай балаҡай. Ә мин Өфөгә етеп кенә бара инем, эргәһенә. Хәҙер килеп етәм, һыуыҡ үткәргәнгә шулай ул, тим. Үҙем дә шуға ышанам. Тик шунан аяҡҡа баҫманы ул. Тағы әсәйгә шылтыратам. Килеп етте, эргәһенән китмәне. Күберәк өндәшмәй генә ҡарап ята ине. Әле лә күҙҙәре, ҡарашы күҙ алдында. Сабыйҙы алып барһаҡ, ул әсәһенең эргәһенә ятып ала ла, ҡосаҡлаған, биттәренән һыйпаған була. Онотор­лоҡмо ни... Ҡәҙер­лем­де шунда һуң­ғы тапҡыр күреүем булған. Уны апрель аҙағында сы­ғарҙылар. Өйгә ҡайтҡас, хәле тағы насарайып киткән. Район дауа­ханаһына һал­дылар. Унда кисер­гәндәре... Улары шунда эшләү­­се­ләрҙең үҙ намыҫында. Әсәйем: “Беҙ тағы дауаханала, балам, 1 Май байрамына ҡайтмай тор, 9-на ҡайтырһың”, – тине миңә. Шулай һөйләштек. Ә майҙың икеһе иртән әсәйем шылтырата: “Ҡайт инде, балам, бына апайың менән һөйләш”. Ә апайым: “Һеңлебеҙ ме­нән хушлаштыҡ, тыныс бул, ҡайт, йәме”, – ти. Ҡояш һүнде шул минутта. Ҡайҙан инде тыныслыҡ?! Камил дуҫыма рәхмәт. Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыларҙы күтә­рергә ярҙам итте шул мәл­дәрҙә. Осоп килеп етеүе, бер минутҡа ҡал­дырмай янымда булыуына рәхмәт. Ҡойолоп төшкәйнем шул. Апайым менән еҙнәйгә рәхмәт, ауылға алып ҡайтып еткерҙеләр (яҡын ара ла түгел бит). Ә ҡалғаны төш кеүек. Тик һәр минуты күҙ алдында. Әсәйемдең, һаҡлай алманым бит, балам, тип илауы...
Кейәүгә барыһы өсөн дә рәхмәт. Күптәр күтәрә алмаҫ ҡайғыларҙы ирҙәрсә күтәреп, һөйөү емеше менән матур донъя көтә. Туға­ныбыҙҙың төҫөн беҙҙән айырмай. Балаҡайы өсөн әсәһенең дә рухы тыныстыр.

Туғаным һаман да иҫтә, һәр ваҡыт иҫтә. Йылмайып ҡына ҡайтып инер кеүек. Һәр ваҡыт йылмайған килеш күҙ алдында. Әле лә нимә бул­маһын, гел уны иҫкә алабыҙ. Туған­ҡайым етмәй беҙгә, уның менән аралашыу етмәй. Әсәйем нисек түҙәлер, миндә ундағы сабыр­лыҡ юҡ шул. Эшкә, донъя көтөүгә, холҡо менән шул тиклем сабырһыҙ, тибеҙ әсәйебеҙҙе, ә ундағы сабырлыҡҡа, түҙемлеккә хайран ҡалырлыҡ. Донъялар имен булһын, әсәйем, тим, туғандарым оҙон ғүмерле, иҫән-һау ғына булһындар.

Ә мин шул ваҡыттан алып таңғы шылтыратыуҙарҙы бөтөнләй ҡабул итә алмайым, шунда уҡ ҡойолоп төшәм. Атайым киткәндә лә, әсәйем таң менән, ҡайт инде, балам, тип шылтыратҡайны бит. Атайыма ла ҡайтып өлгөрә алманым, туғаныма ла...
Әхирәтемә, Фәриҙәгә, рәхмәтем ҙур. Хәлемде аңлап, һәр саҡ яҡын итеп тартып тороуы, булғаны өсөн мең рәхмәт. Апайыма ла ихлас күңелдән рәхмәтлемен. Өс тағандан икәү ҡалдыҡ. Тайшанмаҫҡа ине...

Эс серҙәре менән бүлешкән һылыуға йыуатырлыҡ һүҙҙәр табырлыҡ түгел. Их, йөрәкте һыҙлатып, йәндәй күргән яҡын­дарыбыҙ китә. Һәм ваҡыт, әйткәндәй, дауаламай – яралар әүәлгесә һулҡылдап һыҙлай бирә.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға