«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әйтһәм, белеп әйтәм



22.01.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

Аҡ – ҡАРА

Аҡ башта ҡара уй ҙа булмаҫ тимә.
Мар. Сәлим.

Тормошҡа еңел аҡыл менән
ҡараны,
Ул шуға айырманы аҡты-ҡараны.
Сәрүәр Ғәләүетдинов.

Был тормошта ишһеҙ бер
ни ҙә юҡ,
Һәр ниҙең дә ҡушы, ише бар.
ҡара төҫкә алмаш аҡ төҫтәр
бар,
Аҡ көндәрҙең иһә кисе бар. Мәхмүт Һибәт.

Аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә белеү ҙә – егетлек. Рәшит Шәкүр.

Аҡ менән ҡара көрәшә ғүмер
буйы,
Һәр ҡайһыһының бар үҙенсә
ғәҙел уйы.
Аҡ еңергә тейеш кеүек тә үк
һуң былай,
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килеп
тормай уңай.
Рәсих Ханнанов.

Баҫҡан ерең ҡара, күҙең-сәсең
ҡара,
Шунан, ҡара төҫ саф түгел,
тиеп ҡара.
Рәйес Түләк.

АҡСА

Аҡса тигән нәмә, ҡәһәр һуҡҡан, башты-күҙҙе тиҙ бәйләй.
Рәйес Низамов.

Ярты кешелек табына, яртыһы ләғнәт уҡый аҡса тигән көфөргә. Мәүлит Ямалетдин.

Аҡсаны уны бүлеп-ярһаң, бәрәкәте оса.
Һәҙиә Дәүләтшина.

Күптәр хәҙер хеҙмәт менән түгел, хикмәт менән аҡса таба.
Әнисә Таһирова.

Минең ҡулда аҡса ут – ҡулды бешерә. Йә терегөмөш – тотоп булмай.
Рәми Ғарипов.

Рубриканы Факил
МЫРҘАҡАЕВ алып бара.
(Дауамы. Башы 3-сө һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға