«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)



05.02.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


* * *
Бер ир төндә такси саҡырта. Автомобилдә ултырып бара торғас, водителдән уны бәҙрәфкә туҡтатыуын һорай. Шофер ишетмәгәс, һаҡ ҡына яурынына төртә. Водитель ҡурҡышынан тертләп китә, саҡ авария яһамай.
– Эй, ҡурҡыттығыҙ! Утыҙ йыл мәйетхана машинаһын йөрөттөм. такси хеҙмәтендә эшләүемә өсөнсө көн генә.

* * *
– Ҡылым менән һөйләм төҙө әле.
– Арбаны ат тарта.
– Ошо ҡылымдың бойороғо нисек яңғырар икән?
– На!
* * *
Ҡәйнә – кейәүенә:
– Һыуға батып барғанымда мине ҡотҡарған кешене күрҙеңме?
– Күрҙе-е-ем. Килеп ғәфү үтенеп китте…
* * *
Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан һорай:
– Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була?
– Тәнәфес ваҡыты, әлбиттә.

* * *
Әсәhе – улына:
– Бөгөн нимә уйнанығыҙ?
– Почта таратыусы. Беҙҙең урамдағы кешеләр бөтәhе лә хат алды.
– Ул тиклем почтаны ҡайҙан алдығыҙ?
– Һинең тумбочкаңдан…
* * *
Ире эштән ҡайтҡас ҡатынынан һорай:
– Ҡәҙерлем, көнөң нисек үтте?
– Аш бешерҙем, кәтлит ҡыҙҙырҙым. Өйҙө йыйыштыр­ҙым. Тәҙрәләрҙе йыуырға ла өлгөрҙөм. Бына әле бәйләмгә тотондом.
– Ҡәҙерлем, иртәгә интернетҡа түләргә онотһаң, үҙеңә үпкәлә!





Автор: Йәшлек
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға