29.01.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (25.01.2019)
* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Күрәҙәсегә барҙым. Мең һум түләнем. Ирең хыянат итә, тине.
– Аҡса әрәм итеп ниңә йөрөйһөң? Мин уны бушлай ҙа әйтер инем.
* * *
Ике дуҫ һөйләшеп ултыра. Беренсеһе:
– Ниңә беҙ ауыр тормошобоҙға зарланып, оҙон хәбәр сурытабыҙ әле. Әйҙә, берәй күңеллерәк темаға һөйләшәйек.
– Әйҙә! Ишеттеңме әле, кисә күршебеҙҙең «Мерседес»ын урлағандар!
* * *
Невропатолог дүрт йәшлек малайҙы тикшерә.
– Бесәйҙең тәпәйҙәре нисәү?
– Дүртәү.
– Ҡолаҡтары?
– Ике.
– Ҡойроғо?
– Эй, аптыратмағыҙ әле. Бесәй күргәнегеҙ юҡмы әллә?!
* * *
Ҡатыны сирләп өйҙә ҡалған иренә шылтырата:
– Ҡәҙерлем, хәлең нисек? Мин һиңә эс китеүҙе бөтөрә торған дарыу урынына нервыларҙы тынысландыра торғанын биргәнмен.
– Хәлем яҡшы. Эсем китһә лә, тынысмын.
* * *
Бер ир бесәйенә үҙенең ҡыуанысын һөйләй:
– Минең ҡатыным кисә өс игеҙәк тапты!
– Ҡайғырма, таратып бирерһең, – тип йыуата уны бесәй.