«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (18.01.2019)



22.01.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (18.01.2019)


* * *
Төндә бер ҡатын бала табырға тейеш. Кисен йоҡомһорап алғанда ул төш күрә. Төшөндә фәрештә килә лә: «Ҡурҡма. Балаңды тыуҙыр­ғанда ауыртыуҙың яртыһын баланың атаһына бирермен. Ул да той­һон», – ти.
Таң менән ҡатын иренә шылтырата:
– Шунан, нисек йоҡланың?
– Бик насар йоҡланым... Төнгө сәғәт өстәр тирәһендә күршегә ниҙер булдымы ул... Сыйылдап-ҡысҡырып сыҡты, бахыр.

* * *
Туй ваҡытында кәләш шундай ҡыуаныслы тауыш менән кейәүгә әйтә:
– Беҙҙең ике улыбыҙ, бер ҡыҙыбыҙ буласаҡ, матурым!
– Ҡайҙан беләһең?
– Улар әлеге ваҡытта әсәйемдә йәшәй.

* * *
Атаһы 5 йәшлек улынан:
– Балалар баҡсаһында ла шулай һуғышаһыңмы? – тип һорай.
– Эйе.
– Ә кем еңә?
– Тәрбиәсе.

* * *
– Бөтә ғүмеремде тик һинең өсөн генә харап иттем! Һин минең йәшлегемде урланың!
– Ҡыҙым, етер инде шул дипломың менән һөйләшергә!

* * *
Бүре, төлкө, сусҡа яңылыш тәрән соҡорға төшөп киткән. Унан сығырлыҡ түгел.
«Мине ҡотҡарғанға тиклем ашар­ға сусҡа ите бар, төлкө менән күңел асырмын», – тип уйлай икән бүре. Сусҡа: «Быларҙың береһе лә миңә иптәш түгел. Нисек тә ҡотолорға кәрәк!» – тигән дә, бүре уға ташланырға уйлағас, ныҡ итеп сыйнап ебәргән.
Һунарсылар был тауышҡа йүгереп килеп тә еткән, бүре менән төлкөнө атып үлтереп, сусҡаны ҡотҡар­ғандар.
Үлер алдынан бүре уйлай икән:
"Ни бысағыма кәрәк булды миңә был шоу?"





Автор: Йәшлек
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға