«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » "Эскесе булып тыумайҙар ул, балам..." (монолог)



21.01.2019 "Эскесе булып тыумайҙар ул, балам..." (монолог)

…Мин — эскесе улы. Иртән айныҡ, ә кискә лаяҡыл иҫерек атайым.Ә эсмәгән көндәре уның беҙҙең өсөн оло байрамға әүерелә. Әсәйем, ҡартәсәйем(атайҙың әсәһе),хатта сәңгелдәктә генә ятҡан һеңлем дә был айныҡ көндәрҙе һағынып көтәбеҙ. Иртән мең тәүбәгә килеп аҙарынған атай, йә ауа- түнә ҡайта, йә эҙләп алыуға ла ҡала башланы. Иҫемдә, сатлама һыуыҡ ғинуар төнө. Атай һаман эштән ҡайтмаған(ул мал врачы ине колхозда). Эҙләй сыҡтыҡ әсәй менән. Йығылып ятһа тип тимер кәритәне һөйрәп алдыҡ. Бер урамды ҡыҙырҙыҡ, икенсеһен, сәмәй һатҡан өй тирәләрен барлап сыҡтыҡ, юҡ. Ферма урамында ай яҡтыһында ҡарайып күренгән "нәмә "не ҡурҡа- өркә барып ҡараныҡ. Ҡуйынына һаҫыҡ шешәһен ҡыҫтырып атайым ята ине. Иллалла менән һалам түшәүле кәритәгә тейәп(нисек көсөбөҙ еткәндер?!)өйгә ҡарай атлайбыҙ. Аҙым һайын тиерлек туҡтап әсәйем тыныуын тыңлай, башындағы шәлен сисеп, атайымды ябындырып ҡуйҙы бер мәл. Үҙе өшөй, йәл ине әсәй миңә. Түҙмәнем юлыңғайы һорап ҡуйҙым:
— Әсәй, бөтәһенең дә аталары эсмәйҙәинде?!нишләп һин эскән атайҙы һайланың икән?
Әсәйемде һиҫкәндерҙе кеүек был һорауым :
— Ээйй, балам?! Һуң уның бит ҡаҡ маңлайына "ЭСКЕСЕ " тип яҙылмаған ине!...-тине.

…Хәтерҙә ныҡ уйылған икенсе хәтирә. Мәктәптән ҡайтып киләбеҙ,класташ малайҙар менән. Яҙ, йылы, сыуаҡ көн. Аяҡ аҫтында күләүектәр гөрләй. Атайымдың иң ҡыҙыу байрамы - үгеҙ-тәкә көйҙөрөү осоро еткәнен белә инем инде, тик магазин алдында бер өйкөм ирҙәр алдында тамаша күрһәтеүсе ул булыр тип уйламағайным да. Шыр яланғас, ҡойоға аунаған атайым бар халыҡты көлдөрөп ҡыланып ҡыйнала. Ике йотом дефицит араҡыны ҡулға төшөрөү өсөн бына ниндәй түбәнселеккә лә риза икән атайым! Малайҙар берсә атайыма, берсә миңә ҡарап, һындары ҡатып көлөшә башланылар. Йән фарман ҡайтып ауҙым өйгә, ғәрләндем! Түгелеп иланым! Һүҙһеҙ ҙә аңлаған ҡартәсәйем баш осома килеп:
"Эй, балаҡай! Бер әҙәм дә доньяға эскесе булып тыумай шул. Йоғошло ауырыу кеүек ул эскелек. Йоҡтороуы йәһәт, ҡотолоуы ауыр.Ғибрәт өсөн генә тыуҙырып, буй биргәнмендер инде атаңа, һис һүҙемде тыңламай бит. Атай менән әсәйҙе алмаштырып йә һайлап алып булмай шууул..."- тип әсенгәне иҫтә...

…Араҡы талонға ғына, шәкәр ҙә самалап һатыла башланы бер мәл, эске эҙләгәндәр колхоз малына ҡайҙандыр килгән шәкәр сөгөлдөрө һығындыһын(патока тиҙәр ине)әсетеп эсеүгә өйрәнделәр. Биҙрәләп мал ауыҙынан тартып урлап, самагонсы ҡатындарға градусҡа алмашып, аҙаҡ уныһы ла бөткәс, тәҙрә йыуыу шыйыҡлығына ла күстеләр. Ҡайһы ваҡыт атай артынан ҡалмай эйәрә инем, әллә мине күреп тыйылырмы тип уйлағайнмындыр инде,шуға ла нимә, нисек эскәндәрен теүәл белдем. Ҡырҡыу эҫле " тройной ", йомошона ярағанына әжер итеп кемдер хушбуй ҙа тоттора ине атайыма. Аслы- туҡлы ашҡаҙанға был һыуҙар батмай башланымы, атайым бер көн сәсрәп ауырып йығылды. Йотом һыу ҙа үтмәй ауыҙынан, аҡтарылдыра күм- күк, йә ут йәшел һаҫыҡ күперек ҡоҫа. Ирендәре күгәреп, хәлһеҙләнгән атайымды урындыҡта ҡалайтып та терелтә алмай өйрөләбеҙ. Әсәй ҡартәсәй бойороғонда фельдшерға йүгерҙе, үҙе атайҙың тәндәрен ыуғылап ауыҙ эсенән ниҙер уҡынып маташа. Фельдшер килмәне, әсәй күҙ йәштәрендә бер- ике апай һәм таныш түгел ағайҙы эйәртеп ҡайтты. Күҙҙәре аларып тартышып ыңғырашҡан атайымды тотондолар "качать " итергә. Тәнен ыуырға спирт йә араҡы кәрәк ине, тигәндәрен ишетеп ҡалдым да, һабантуйға тип йыйған бар тинлектәремде усыма йомоп киттем самагонсы әбейгә үҙ белдегем менән. Сирная- сирная тинлектәремде сүпләп шешә төбөнәәә генә йәнгә инер "һыу " ҡойоп бирҙе әбей.Елтерәтеп ҡайтып еттем, атайым терелһә булған! Бик оҙаҡ ыуалап, тағын әллә ниндәй әмәлиәттәр ҡылып саҡ аяҡҡа баҫтырҙылар, инде үлде тигән ерҙән атайымды.Ошо терелеүҙән инде башҡаса эсмәҫ тигәйнем, арыуыҡ ҡына эсмәй ҙә йөрөнө атай. Өҙҙөрөп гармунында уйнаһа, һығылтып бураһын бураһа, техника йүнәтеү тиһеңме - барыһына ла оҫта, уға тиңе юҡ кеүек ине лә бит. Тик, бер белмәгәс белмәй икән ул әҙәм дә. Тағы ла эсте бит!. Колхоз аҡса түләмәй, мал менән эш хаҡын ҡайтарҙы ҡайһы саҡ,ә беҙгә тәғәйен мал өйгә ҡайтып етмәй самогонсылар ҡураһын тултырҙы. Мал йылына бер бирелә, ә эскелек көн дә кәрәк шул атайға. Араҡы алдында бала хаҡы ла, ғаилә лә онотола,ризыҡ өҙөп мал йыйғанда оят әҫәре лә ҡалмай икән. Ғүмерҙә ҡыланмаған юлға - урлыҡҡа ла батырҙы эскелек. Хужалыҡтың быҙау башмаҡтарын "шылдырған " атайҙы эшенән ҡыуылап, штраф һалып ҡуйҙылар. Барыбер ҙә тыйылманы атайыбыҙ, өйҙән булһа ла ниҙер урлап күңел асыуҙы хуп күрҙе. Илап ялбарған ҡартәсәйемдең күҙ йәштәре лә туҡтатманы уны был юлдан... Иптәш малайҙарҙың аталары машина йөрөткәненә, ат етәкләп улдарын ат башында мендергәненә көнләшеп ҡарарға ғына ҡалды миңә...

Көҙгө муллыҡта тағын колхоз келәтенең игененә мулыҡҡан атайҙы тотоп, бур исеме тағып, әсәйҙең яңғыҙ елкәһенә ҙур ғына штраф сәпәнеләр. Шул көндән эҙһеҙ юғалды беҙҙең атай. Эҙләмәгән , хәбәр итмәгән ер ҡалманы, юҡ. Газета аша ла, телевидение тапшырыуына ла яҙыу яуапһыҙ ҡалды. Бер кем күрмәне, белмәне лә. Әйтерһең дә ер йотто. Ҡәҙер кисендә ҡартәсәйем менән күк ҡабағы асылырын көтөп, атайға тере булһа ҡайтыуын, һаулыҡ теләгән дә иҫтә. Әгәр үлеп фәлән ҡалған булһа тип, ҡартәсәйем оҙон- оҙаҡ көйләп "Ясин " сығарҙы, ҡуш усымды ҡуйып илай- илай мин дә атайым рухына доға ҡылдым шул төн...

Урта мәктәпте тамамлап, әрмегә барып ҡайттым. Өмөт өҙөлмәй, унда бында һүҙ һала йөрөйөм.Яуап юҡ. Әҙәм энә түгел дә, кем булһа ла күрергә тейештер бит?! Ҡартәсәйем атайымды көтөп күҙе ҡарайып үлеп китте. Атайҙың терелеген иҫбат итер, үле икәнлеген дә дәлилләр ҡағыҙ остоғо таба алмай ыҙаландыҡ, мәктәптә уҡыған һеңлемә пособие, юғары уҡыу йортонда уҡыған миңә стипендиянан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Ауыр ине тормошобоҙ, атайҙан ҡалған колхозға булған дебиторҙы саҡ түләнек, шулай ҙа алға ынтылдыҡ. Мин врач һөнәрен алып уҡып сыҡтым, ике йыл ҡалала эшләп алғас, өйләнергә уйланым. Күптән яратышып йөрөгән ауылдаш ҡыҙға һөйләшергә яусы ебәрҙек. Юл уңманы :"ауылдың атаҡлы алкашының улыңа ҡыҙ бирәһебеҙ юҡ!",-тип ҡырт бороп ҡайтарҙылар. Атайымдың даны минең тормошома ла ҡыҫылыш яһаны...

Ҡалаға һыйындым, ауылдың кеме осраһа ла битемә бәреп "эй, һин теге бур … ҙың улы мәле ул?",йә :"алкаштан да духтыр тыуа икән дә?!",-тиер һымаҡ ине. Өйләндем. Инде яйланды ғына тигәндә тормоштар, әсәйем дә үлеп ҡуйҙы. Һеңлемде үҙем уҡытышып кейәүгә бирҙем. Атайым ише айнығалмай эскән атайҙар, сәсе башы туҙып йәмһеҙләнгән ҡатындарҙы дауалаусы врач нарколог мин. Һәр пациентым күҙҙәренән атайымдың төҫөн күрәм, тыныуҙарынан атайымдыҡылай һаҫыҡ бөркөлә. Аҙна ун көн эсендә мең тәүбәгә килеп, был тупһаны башҡа ашатламаҫҡа вәғәҙә биреп ҡайта ҡайһылары. Ҡабат ҡабат бер вәғәҙәне ҡабатлағандар ҙа табылып танылып тора...

НИ ӨСӨН ЯҘАМ МИН БЫЛ ЮЛДАРҘЫ? Бер көн дүрт йәшлек улым һорап ҡуйҙы: атай, нишләп һин балалар табибы түгел? Унда(балалар клиникаһында)стеналар матур һүрәтле, тәтәйҙәр күп, балалар тауыштары яңғырай, ә һин эшләгән больница тимер тәҙрәле, стеналары ла төҫһөҙ, , ишеү апа инәйҙәр гел йәмһеҙ ҡысҡыралар, ярамаған һүҙҙәр әйтәләр...
Әле әйтһәм дә бер һүҙем айышын аңламаҫһың шул балам?! Бәлким ошо үрҙә яҙғандарым аша аңларһың, бәхетле бала саҡ булһын өсөн, улыҡайым, атай әсәйҙең дә һау аҡылда булыуы кәрәк шул...

…Эҙһеҙ юғалған атайымдан бер көн хәбәр килеп эҙләп тапты. Фәлән фәлән ерҙәге больницала аяҡ ҡулы өшөп өҙөлгән, еңелсә фалиж һуҡҡан ҡарт бабай минең атайым икәнен танып, тейәп(!) алып ҡайттым. Кеше көнлө ҡарап тороуға имәнес ҡарт атайымды инвалид креслоһына ултыртып хас та бала саҡтағы кәритәгә һалып һөйрәгәндәй , тәрбиәмә алдым. Яйлап теле лә асылғандай булып ҡуйҙы, тәрбиәнән йөҙөнә нур керҙе. Ҡайҙа булғанлығын һөйләмәһә лә аңлашыла ине, араҡыға алданып ҡол тормошоноң касафаты был көнө. Бармаҡ суҡһыҙ ҡул, тубыҡтан түбән ҡырҡылған аяҡ, ҡайҙа теләй шунда сабып сығырға, ни теләй шуны эсергә яйһыҙ күрәһең. Мөлдөрәп күҙгә төбөлгән сабыйҙай ҡарашлы зәғифте йәлләп ҡуям, ә мине атайым йәлләнеме икән бала сағымда?!Әсәйемде? Ҡартәсәйемде?...

Көноҙоно үҙем эштәмен, атай алдына күп итеп китап гәзит һалып, телевизор тоҡандырып китәм. Бер көн ҡартәсәйемдән ҡалған ҡомартҡы сүрәләр китабын уҡыған атайыма таң ҡалдым. Шул тиклем килештереп көйләй, әйтерһең дә ғүмер буйы эскесе булмаған, тик ус яҙып бит һыпырыр ҡул усы ғына юҡ. Тетрәндем, тәндәрем сымбырлап аят доға көйөн, иманын юйғандың иманға кире ҡайтыуын күрҙем. Атайым менән һөйләшеп эш урыныма алып барҙым үҙен. Юлдан яҙғандарға фәһемле вәғәздәрен һөйләп, эскелектең аҙағының яфалы тормош икәнен үҙ миҫалында тартынмай һөйләне. Ысын күңелдән бирелеп һөйләгән атайым күҙҙәрендә үкенеүле күҙ йәштәрен күреп әсендем, һуң шул, бик һуң шул уның иманға ҡайтыуы...

Мин - кисәге эскесе, бөгөнгө иманға әйҙәүсе атай улы. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиһәләр ҙә, ЭСКЕЛЕККӘ МИНЕҢ ТОРМОШОМДА УРЫН ЮҠ!!!
Бәхетле бала сағымды урлаған, яратҡан яртымдан яҙҙырған, туған еремдән биҙҙергән эскелеккә мин ҡырҡа ҡаршы. Әйтһендәр "ала ҡарға ",тип, әйтһендәр "кодланған"бит ул тип, миңә барыбер!

УЛЫМ!
ӘЛЕ ТЫУМАҒАН ЕЙӘНЕМ!
Һеҙгә минең ише "мин -эскесе улы ",-тип һүҙ башларға яҙмаһын!





Автор: Миңзәлә СИРҒӘЛИНА-БОҪҠОНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға