«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»



15.01.2019 «Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Был юлдарҙы уҡығанда, күҙ алдына һәр саҡ шундай асыҡ төҫтәр, ижади шәхестәр, мәңгегә кире ҡайтмаясаҡ ерҙәргә киткән, йәндәре ғаләмдәргә осҡан яҡындар күҙ алдына баҫа. Күңелде, яҡташым, нәҫелдәш ағайым Рәмил Йәнбәк һүҙҙәре менән әйткәндә, билдәһеҙ бер һағыш баҫа...

Ваҡытында нимәлер әйтеп бөтөлмәгән булһа, шул һөйләшеп бөтөлмәгән, йәиһә тағы ла бер ултырып, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашҡы килә. Үкенестәр һәр саҡ бәғерҙәрҙе өтә лә өтә инде. Шуның өсөн генә был донъяға килгәндер был әрнетеүле кисерештәр. Эйе, яҡташ ағайыбыҙ Рәмил Йәнбәктең “Билдәһеҙ һағыш” исемле шиғри йыйынтығындағы геройҙар, шәхсән үҙенең хис-тойғолары менән тағы ла осрашаһың, шағир күңеленә үтеп инәһең:
... Бер ҡараһаң, ғүмер –
ҙур йыһанда
Баҙлап һүнгән йондоҙ шикелле.
Йәшәүҙәрең – бары бер
мәл генә,
Эҙең ҡалыуҙары икеле.
Вулкан төҫлө шашып янырға ла
Тау йылғаһы кеүек ташырға,
Атылырға сағыу йондоҙ булып –
Мәңгелеккә, күккә ашырға.
Тупраҡ булып ерҙе ҡосҡансы,
Йыһанда саң булып осһамсы!

Рәмил Йәнбәк кеүек көслө рухлы, ҙур йөрәкле кешеләр генә шулай өндәшә алалыр, моғайын. Башҡорт шиғриәтендә үҙ урыны, үҙ тауышы булған шағир һәр саҡ һынауҙар, тормош һынауҙары аша алға атлай.

Һәр кемгә хас мәшәҡәтле, шауҡымлы булһа ла, ул быларға иғтибар итмәҫкә тырышты шикелле. Ихлас, ябай итеп, бөтәһен дә әсир итерлек тауышы менән ҡысҡырып көлөп тә ебәрер, шул уҡ ваҡытта тура һүҙен дә ваҡытында сатнатып әйтә белә ине. Бәлки, күптәр был холҡон өнәп бөтөрмәгәндер ҙә... Тормошто нисек бар шулай яратты, шағир­ҙарса матурлыҡты ла һөйә белде ул. Юҡҡамы ни үҙенең бер шиғы­рында:
Матурлыҡҡа ғашиҡ
мин һаман!
Матурлыҡты һаман
яратам!

– тимәгәндер.

Бына шундай тормошто яратыу­сан, көләс йөҙлө шағир ағайыбыҙҙы беҙҙең дә китапхана хеҙмәткәрҙәре хөрмәт итте. Һәр килеүендә лә уның мәрәкәселлеген, шаянлығын, ә иң мөһиме – ябайлығын тойоп ҡалдылар. “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләгән йылдарындағы ижади аралашыуҙар күңелдә йылы хәтирәләр булып уйылып ҡалған. Кинәт кенә ҡәләмдәше, хеҙмәттәше, замандашыбыҙ, билдәле яҙыусы Сабир Шәриповтың да китеүе бик ҡыҙғаныс булды. Ошо өрлөк кеүек ағайҙарҙың баҡыйлыҡҡа иртә китеүе бик аяныслы хәл, әлбиттә. Күпме әйтеп бөтөрмәгән уй-фекер, күпме ижад ҡомары менән гүрстан­ға күсте улар?! Рәмил Әхмәт улының был донъя һәм баҡыйлыҡ менән фәлсәфә ҡороуы шиғырҙарында, хатта алтмыш йәшендә “Юлдаш” каналы аша уҙғарылған тапшырыу барышында ла айырыу­са һиҙелде:
Фани донъя бәреп-ора –
Көйҙәр көйләгәндәр юҡ.
Баҡый донъя ымһындыра –
Ҡайтып һөйләгәндәр юҡ,

йә булмаһа, йөрәк тетрәтеп, былай тип өндәшә:
Һау бул, өмөт! Алһыу хыялдарым!
Йөрәгемде ҡабат тыялмамын...
Ни мәғәнә икмәк ашауҙарҙан,
Бер маҡсатһыҙ ерҙә
йәшәүҙәрҙән...


Үҙе менән дә, тормош иптәше Зилә менән дә осрашыуҙар йөрәкте иңрәтеп, бер яҡты һағыш булып ҡалды. Тыуған яғыбыҙ – Күгәрсен яҡтарында ағайыбыҙҙың алтмыш йәшен туйлап йөрөгән мәлдәрҙә иҫтәлекле осрашыуҙар, яҡташтар менән ихлас аралашыуҙар ҡабатланмаҫ сәғәттәр бүләк иткәйне. Хәтерем яңылышмаһа, 2012 йылдың ноябре баштарында ошо юбилей айҡанлы ҡәләмдәштәре менән йыйылған рухи табында бергәләшеп Йомағужа урта мәктәбендә, Тәүәкән ауылының мәҙәниәт йортонда бик матур сарала ҡатнашып, ошо матур ғаиләнең шатлыҡтарын уртаҡлашыу бәхетенә ирештем. Унан һуң Рәмил Йәнбәктең тыуған ауылы Дауыт-Ҡайыпта, 2014 йылдың йәйендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында осраштыҡ. “Тыуған өйөгөҙҙөң нигеҙе ҡайҙа?” – тип ҡы­ҙыҡһынғас, ул ир-егеттәргә хас сабырлыҡ, аңлатып бөтөргөһөҙ бер кисереш аша тыуған йортоноң нигеҙен күрһәтте, Йән­бәковтар нәҫеле менән та­ныштыр­ҙы. Был мәртәбәле байрамда уның ауылдаштарына сик­һеҙ рәхмәтле булып йөрөүе әле лә күҙ алдында. Ошо сарала сәхнәнән тороп:
Мөхәббәттән генә тыуғанмын
мин –
Бәрәкәтле ерҙән яралған,

– тип шиғыр уҡығайны. Ысынлап та, шағирҙарға хас ярһыу, сәмсел булмышы менән үҙе берәү булып, айырылып тора ине шул Рәмил Йәнбәк. Авторҙың мөхәббәт лирикаһы төрлө заманда ла үҙенең күркәмлеге, һағышы менән айырылып, нәфислеге менән йәлеп итеп торҙо. Ул әле лә шулай булып ҡала. Хистәре, тойғолары һәр саҡ вулкан кеүек урғылып тора:
Һөйәм икән, йыһан балҡып
торһон!
Мин аҫтыртын һөйә белмәйем.
Кисер, һылыу, йәшер
ҡарашыңды –
Үҙемде мин ерҙә эҙләйем.

Шағир хыялында яралып, тәрән хистәр кисергән лирик геройҙар­ҙың күңелдәре саф, өмөттәре яҡты, улар һаман да ниҙер көтөүсән булып ҡала. Көтөп йәшәү, әлбиттә, хәйерлелер:
Донъя тиеп, күпме йырҙарымды
Яҙмайынса ҡулым тыямын –
Әйтерһең дә, әсә ҡарынында
Сабыйҙарҙың йәнен ҡыямын,
– йә булмаһа, тағы ла фани донъяға өндәшеп:
Фани ғына бынау донъяларҙың
Ҡәҙерҙәрен белеп ҡалайым.
Һыҡрап торған йөрәк яраһына
Өмөт-хистән ямау һалайым.


Шағирҙың теле ябай, халыҡсанлығы менән айырылып тороуы уның эске донъяһын балҡытты, тиһәк, һис тә яңылышмабыҙ. Йөрәгенән сыҡҡан ихлас ауазын үҙ дәүерендә композиторҙар ҙа үҙ итеп, аһәңле моңға күмде. Әсәһе Зәйнәб инәйгә арналған “Әсәкәйем – берҙән-берем” тигән йыры йөрәк һүҙе, йөрәк ауазы булып, бөтә ғаләмде иңләне. Һәр бер ҡотлау тапшырыуында был йыр, махсус бүләк булып, меңдәрсә әсәнең күңелен арбаны. Һүҙҙәрен Рәмил Йәнбәк ижад итһә, композитор Айрат Ғайсин уға илаһи бер моң бирҙе. Иң ауыр саҡта ғына шундай кисерештәр менән яҡын кешең, әсәйеңә генә өндәшәһең, күңелеңдәге таштай ауыр тойғоларҙы тик әсәй­ҙәр менән генә еңеләйтә алаһың! Ниндәй генә бәһлеүән ир-егет йәки нәзәкәтле һөйкөмлө ханымдар булып ҡалһаҡ та, беҙ һаман да таянысты рухи маяғыбыҙ – әсәй­ҙәребеҙҙән эҙләйбеҙ шул. Осрашып һөйләшкән мәлдәрҙә Рәмил ағай әсәһенең рухын бөйөк итеп, етемлекте еңеләйтергә тырышҡан, ауыр заман булһа ла белем бирергә ынтылған изге йән итеп, йыш иҫкә алыр булды. Зилә еңгәне ваҡытһыҙ юғалтҡас, ҡанаттары ҡайырылып, яңғыҙ бөркөт кеүек шиңеп ҡалғандай тойолдо ул. Тағы ла ҡалҡынды, йөрәгенә балаларының мөхәббәтен терәк итеп ҡуйҙы, ейәне Искәндәргә ҡайғыһын баҫты, өмөт офоҡтарын яҡтыртты. Ышанып та булмаған хәҡиҡәт, ауыр төшөнсә бөтәбеҙҙе лә оҙата килә, юғалтыуҙар менән йәшәйбеҙ шул. Донъяларҙы яңғыратып күңел көрлөгө менән йәшәгән Рәмил Әхмәт улы Йәнбәковтың ихлас көлөүен һаман да юҡһынабыҙ, һағынабыҙ һәм онотмайбыҙ.






Автор: Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға