«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!



14.01.2019 Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

«Йәшлек» гәзите редакцияһы мөхәрририәте Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте менән берлектә иғлан иткән Мостай Кәрим исемендәге әҙәби конкурс ҡыҙғандан-ҡыҙа. Уның шарттарын йәнә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Республикабыҙ барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап ойошторолған конкурсҡа ирекле темаға 10 биттән артмаған (А 4 форматында, 14-се шрифт) проза әҫәрҙәре ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Эштәр «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки гәзитебеҙҙең электрон почтаһы буйынса (ye02@yandex.ru) ҡабул ителә. «Конкурсҡа» тигән тамға ҡуйырға, тулы исем-шәрифегеҙҙе, телефон номерығыҙҙы һәм псевдонимығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Башҡа конкурстарҙа ҡатнаш­ҡан һәм төрлө баҫмала донъя күргән әҫәр­ҙәр ҡаралмай. Хикәйәләр 2019 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

Бәйге ике этапта үтә. Килгән хикәйәләр­ҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Улар араһынан күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Төп бүләк – 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге лә ҡаралған.

Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың декабрь айында яһаласаҡ. Шулай уҡ юғары баһа алған 10 – 15 әҫәр «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сығасаҡ.

Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторға гонорар түләнмәй. Төп бүләк гонорар фондынан туплана.

Конкурстың положениеһы менән «Йәшлек» гәзитенең рәсми сайтында һәм «Бәйләнештә» төркөмөндә таныша алаһығыҙ.





Автор: Мөхәрририәт
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға