«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!



14.01.2019 Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Байрам менән дуҫтар, байрам менән,

Яңы йылдың бөгөн иҫкеһе.
Оҙатабыҙ этте-иҫке йылды,
Килмәһә лә уның киткеһе.

Татар өсөн дуңғыҙ йылы булһа,
Урыҫ өсөн булыр сусҡанан.
Мосолмандар һанар был йәнлекте,
Урман-ҡырҙан килгән сос ҡабан.

Ҡабан йылы булыр уңдырышлы-
Тигән фекер йөрөй халыҡта.
Уңыр ашлыҡ, Хоҙай бирһә әгәр,
Йәшәрбеҙ ҙә әле муллыҡта.

Бары ваҡытында яуһын ҡары,
Ваҡытында иҫһен елдәр ҙә.
Зәңгәр күктә осһон күгәрсендәр,
Тыныслыҡтар булһын илдәрҙә!

Байрам менән дуҫтар, байрам менән,
Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ.
Имен булһын ҡыҙҙар-улдарыбыҙ,
Имен булһын әсә-атабыҙ!





Автор: Хәлиҙә ИШДӘҮЛӘТОВА
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға