«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һибелә сәстәрем



11.01.2019 Һибелә сәстәрем



Һибелә сәстәрем, һибелә
Туҙҙыра аяуһыҙ елдәрем.
Тилерә йөрәгем, тилерә
Һағышлы үткәнгә төндәрем.
Һибелә сәстәрем, һибелә
Иркәләп үрһәңсе сәсемде.
Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә
Күңелдән моң - һағыш сәселде.
Һибелә сәстәрем, һибелә
Йыймайым толомға, таралһын.
Йөрәктән урғылған моңдарым
Һиндә лә нур булып ҡабынһын.
Һибелә сәстәрем, һибелә
Көтә ул тик һинең ҡулдарҙы.
Өмөтлө, өмөтһөҙ мөхәббәт
Йөрәккә ғүмерлек моң һалды.
Һибелә сәстәрем, һибелә
Үрмәсе толомға, һибелһен.
Йыр - моңға сорналған күңелем
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелһен.





Автор: Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға