«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)



08.01.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


* * *
Автобуста кондуктор ҡатын бер ир-ат янына килә:
– Юл хаҡын түләгеҙ!
– Аҡсам юҡ, мин яңғыҙ атай...
– Балаларығыҙ нисәү һеҙҙең?
– Унау.
– Әстәғәфирулла! Яңғыҙ уларҙы нисек ҡарап-тәрбиәләп өлгөрәһегеҙ?
– Улар бит әсәләре менән йәшәй!..
– Әсәләре менән?! Ә һеҙ?
– Шуға әйтәм бит, мин – яңғыҙ атай!

* * *
– Сабит, әйт әле, ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың дөйөм ятағы ир-егеттәрҙекенән нимәһе менән айырыла?
– Әлләсе!
– Ә мин беләм. Ҡыҙҙарҙыҡында һауыт-һабаны ашағас йыуалар, ә егеттәрҙекендә – ашар алдынан.

* * *
– Әсәй, бөгөн мине директор са­ҡыртып алды ла, һеңле-ҡустыларың бармы, тип һораны. Ә мин, ғаиләбеҙҙәге берҙән-бер баламын, тинем.
– Дөрөҫ әйткәнһең, улым. Директор әллә быға бик ҡайғырҙымы?
– Аллаға шөкөр, тине.

* * *
Айыу ҡыш уртаһында уянып китә. Өңө һыуыҡ, тамағы ас, тышта сатлама һыуыҡ... Йыбанһа ла, ауыл яғына юл тота. Бер аҙбар янына килеп етә. Ҡараһа, ат бесән ашап тора.
– Ат, мин һине ашайым! – ти.
– Мине ашарға ярамай!
– Ни өсөн әле һине ашарға ярамай?
– Сөнки мин – колхоз малы!
– Колхоз малы икәнеңде нисек раҫлай алаһың?
– Артыма яҙылған. Бар, уҡып ҡара!
Айыу айғырҙың арт яғына сығып та өлгөрмәй, тибелеп, көрт араһына барып ята. Бер нисә сәғәттән һуң аңына килә лә үҙ алдына: “Ахмааааҡ, үәт, ахмаҡһың да инде, тайыштабан! Уның арт яғына ниңә ҡараным инде? Уҡый белһәм, бер хәл!”






Автор: Йәшлек
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға