«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Күңелем һине көтә



15.01.2011 Күңелем һине көтә

Эҙҙәремде һалып аҡ балаҫҡа,
Таныш һуҡмаҡ буйлап үтәмен.
Мөғжизәгә һаман ышанам мин,
Һинең килереңде көтәмен.

Юл күрһәтеп балҡый мең
йондоҙҙар,
Бәхет юрағандай Ай ҡыҙы.
...Тик һин генә күренмәйһең,
йәнем,
ҡаршылайым ҡышты яңғыҙым.

Үткәндәргә елеп, уй-толпарым
Һинең менән ҡабат осраша.
ҡайнар һөйөүемде еткерәмен
Йөрәгемдә тыуған йыр аша.

Ирекһеҙҙән ҡулдарымды һуҙам,
Һинең һынды тойғас ҡаршымда.
... Һүнгән мөхәббәтте хәтерләтеп,
ҡар бөртөгө ирей усымда.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА,
“Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзаһы.


ҡышҡа талпыныуым көслөрәк

Ауыл өйө. Кескәй тәҙрәләрҙән
Әсе елле аҡ ҡыш күҙәтә.
Бүре ише буран олоуҙары
Берсә танһыҡ, берсә йөҙәтә.

Мине тилертмәксе булаһыңмы?
Хыялый ҙа инде, бисара.
Эй, һалҡын ҡыш! Улай эреләнгәс,
Гүзәллегең һинең ни сама?

Тик шулай ҙа ҡыштың селләһендә
Йөрәк ярһыуҙары хислерәк.
Һәр саҡ шулай: йәйгә ҡарағанда
ҡышҡа талпыныуым көслөрәк.

Әлфидә ҡАНСУРИНА,
“Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзаһы.

***
Донъяң ҡараңғы,
Ағыу – аҙығың.
Дуҫым тиһеңме
Гонаһ-яҙығың?
Бар уйың – энә,
Ендәр ләззәте.
Ата-әсәңде
Нимә эшләттең?!
Хәҙер ни ҡалды?
Энәң эҙеме?
Тереме әле һин?
Әллә үлеме?
Туҡта, хыялый!
Һуң түгел, ҡалсы?!
Мөхәббәткә әйт:
«Йәшәргә ҡайттым».
Фирғәт МӘТИНОВ,
«Ашҡаҙар» әҙәби берекмәһе ағзаһы.

***
Бөркөт – бөйөк!
Әйтәһе лә түгел,
Ул бит аҫыл күк ҡошо.
( Аҫылмы һуң уның булмышы? )

Турғай – турғай инде,
Ни әйтәһең,
Ул бит ябай ғына ер ҡошо
(Тик ябаймы уның тормошо? )

Гөлшат СӨЛӘЙМӘНОВА,
«Ашҡаҙар» әҙәби берекмәһе ағзаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға