«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Ә беҙгә ысын Ҡыш бабай килде...»



26.12.2018 «Ә беҙгә ысын Ҡыш бабай килде...»

Был хәлде миңә бер туған Дамир ағайым һөйләне.
Уны Яңы йыл байрамына йыл һайын тип әйтерлек Иҫке Балтас ауылындағы балалар баҡсаһына Ҡыш бабай итеп саҡыралар. Шунда юлыға әлеге ҡыҙыҡ хәлгә.

Ҡыш бабайға, нимә тиһәң дә, балалар ышана ул. Балалар баҡсаһындағы бер төркөмдә сираттағы Яңы йыл байрамында Ҡыш бабай булып уйнауын һорап килгәс, бороп ебәрмәй, ағайым ризалығын бирә. Тәүҙә икенсе бер төркөмдә тәрбиәләнеүселәр байрам итә. Ҡыш бабай ролен балалар баҡсаһында эшләгән бер тәрбиәсе уйнай.

– Ниһайәт, минең дә балалар янына сығыр минуттар етте. Быға тиклем Ҡыш бабай булып кейенгән тәрбиәселәрен йәки берәй баланың атаһын ғына күргәндәре булғандыр, күрәһең. Тауышымды ишеткәс, аптырап ҡалдылар. Шулай ҙа балалар менән бик матур уйнаныҡ. Бер ваҡыт үҙемде ултыр­ғысҡа ултырттылар ҙа, сабыйҙар, яныма бер-бер артлы килеп, һәләттәрен күрһәтергә тотондо. Кемдер йырлай, кемдер шиғыр һөйләй.

Бейеп күрһәтеүселәр ҙә бар. Ә шуғыраҡ малайҙар минең тирәлә урала. Дөрөҫөрәге, кем икәнемде белергә, таныр­ға тырышалар. Эргәмә килеп китәләр ҙә, иптәштәре янына барып: «Эйе, эйе, ысын Ҡыш бабай. Бер кемдең дә атаһы түгел. Садикта эшләүсе апай ҙа түгел», – тип үҙ-ара шыбырлашалар. Бына байрам тамамланды. Мин бер бүлмәлә кейемдәрҙе алмаштырам. Балаларҙың коридорҙа «гөр» килгәне ишетелә.
– Ә беҙгә бөгөн ысын Ҡыш бабай килде! – тип маҡтана бер малай башҡа төркөмдә тәрбиәләнеүселәргә.
– Беҙгә лә ысын Ҡыш бабай килде...
– Алдама, һеҙҙең Ҡыш бабай ...вна ине. Ә беҙҙеке апай кеше лә, беребеҙҙең атаһы ла түгел, ысын Ҡыш бабай ине! – тип ҡырт киҫте маҡтансыҡ малай.
Әкиәт персонажы Ҡыш бабайға, исмаһам, сабыйҙар ышанһын ине...

Аида ХӘЙРТДИНОВА.





Автор: "Йәшлек"тә сыҡты
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға